Салауат ҡалаһы үҙенең тыуған көнөн киң ҡолас менән менән байрам итте. Иртәндән байрам саралары ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һәм ял паркының бөтә территорияһын биләп алғайны. Көндөң матур, аяҙ, йылы булыуы ла халыҡты байрамға саҡырып торғандай булды.
- Хөрмәтле салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары, мин һеҙҙе һоҡланғыс ваҡиға - Ҡала көнө менән ҡотлайым. Салауат тарихы Башҡортостандың ғына түгел, дөйөм Рәсәй тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Ҡалаға 18-се комбинатты төҙөү өсөн ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына һәм ул 73 йыл эсендә эре сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Ҡаланың потенциалы ҙур, шуның өсөн уның иң уңайлы, матур, төҙөк, таҙа ҡала булыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар, - тип байрамдың тантаналы өлөшөн асты ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов һәм Салауаттың һуңғы йылдарҙағы уңыштарына, киләсәктәге пландарына туҡталып үтте.
Хакимиәт башлығы ҡала Советы рәйесе Лариса Давыдова менән “Салауат ҡалаһының Почетлы гражданы” тигән исемде юғары ҡаҙаныштар, белем биреү өлкәһенә ҙур өлөшө һәм юғары һөнәри оҫталығы өсөн был маҡтаулы исем оҙаҡ йылдар Балалар-үҫмерҙәр ижады һарайы менән етәкселек иткән Нелли Петроваға биреү тантанаһын үткәрҙеләр. Шулай уҡ Игорь Миронов төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен башҡа маҡтаулы исемдәр, маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырҙы. 46-сы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Динара Вахитова “Рәсәй Федерацияһының почетлы тәрбиә һәм мәғариф хеҙмәткәре” тигән күкрәк билдәһе һәм 25-се башҡорт гимназияһының башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнур Күҫәпова Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары менән ҡотланыусылар араһында Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Зөлфиә Һөйәрғолова, “Газпром нефтехим Салауат” белгесе Николай Асылбаев, “Салауатбыяла” хеҙмәткәре Наталья Лунегова, “Салауатнефтемаш” машинысы Дилара Фаррухшина, “Битум” инженеры Екатерина Егешева һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалы директоры Татьяна Ренгач бар.
Игеҙәк балалары тыуған Ибатуллиндар һәм Мансуровтар ғаиләһенә 50 һумлыҡ сертификаттар ҙа тантаналы шарттарҙа тапшырылды.
Салауаттарҙы һә ҡала ҡунаҡтарын Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ихлас күңелдән ҡотланы.
- 73 йыл элек был урында ялан булыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын, хәҙер бында заманса, матур, йәшәү өсөн уңайлы һәм 150 меңдән ашыу кешеһе булған ҡала. Ул башҡорт милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Бөгөн ул ҡала үҫешенә күп көс һалған халҡы менән ғорурлана ала. Салауат производство яғынан ҡеүәтле үҫешкән һәм республиканың терәк ҡалаһы, - тип билдәләне үҙенең сығышында Зариф Закир улы.
Ҡала көнө Һабантуй саралары менән дә аралашып барҙы. Шуға күрә лә спорт майҙансыҡтарының береһендә милли көрәш ҡыҙыу барҙы. Ятҡан килеш штанга күтәреү буйынса ҡала чемпионатында ир-геттәр генә түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнашты.
Паркта төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне: музыкаль, уйын, спорт, күңел асыу, концерт. Һәр кем ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнаша, ҡул оҫталарының эштәре менән таныша алды. Үҙәк сәхнәлә ҡалабыҙҙың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһап, салауаттарға байрам кәйефе бүләк итте.
Төп сәхнәнән тыш, паркта тағы бер нисә музыкаль майҙансыҡ эшләне. Уларҙың береһендә “Рокбокс” төркөмө сығыш яһаны. Музыка һөйөүселәрҙе берләштергән был төркөм яңыраҡ барлыҡҡа килгән.
- Беҙ төркөмдә алты кеше шөғөлләнәбеҙ, радист менән етәүбеҙ. Элеккерәк һәм үҙебеҙ ижад иткән йырҙарҙы башҡарабыҙ. “Рокбокс” исеме үк әйтеп тороуынса рок йәшниге тигәнде аңлата. Бер бинаның подвалында йыйылып шөғөлләнәбеҙ, музыка ҡоралдарын да үҙебеҙ һатып алдыҡ, - тип һөйләй төркөмдөң етәксеһе Рафаэль Ғәбиҙуллин.
Тағы ла бер үҙе янына күп кешеләрҙе йыйған майҙансыҡ - ул барабансы Эльдар Мөхәмәтйәновтың сығышы. Баҡтиһәң, беҙҙең ҡала егете популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиевтың барабансыһы ла булып тора икән.
- Мин Салауатта тыуып үҫтем. Ике йыл музыка мәктәбенә йөрөнөм дә, һуңынан үҙемә кәрәклене интернеттан алып, өйрәндем. Мине күбәрәк рок музыкаһы ҡыҙыҡһындыра ине. Әсәйем Әнүәр Нурғәлиевтың төркөмөнә музыканттар кәрәк тип, мине лә партфолио ебәрергә күндерҙе, шулай итеп мин популяр артистың командаһына эләктем. Миңә төрлө ҡалалар буйлап гастролдәр менән йөрөү оҡшай. Бынан тыш, Салауатта минең үҙемдең «Барабанда» тигән барабанда уйнарға өйрәтеүсе мәктәбем бар, унда 9 йәштән алып йөрөйҙәр һәм иң өлкән “уҡыусыға” 63 йәш, - тип һөйләй башкөлләй музыка донъяһына сумған һәм байрамға сағыу сығыш әҙерләгән йәш егет Эльдар.
Тәү ҡарашҡа бик нескә күренгән Дилара Фаррухшина “Салауатнефтемаш” йәмғиәтендәге металлургия производствоһында кран машинысы булып 15 йыл эшләй.
- Эшем бик үк ҡатын-ҡыҙҙыҡы булмаһа ла, миңә оҡшай. Коллективым әйбәт, татыу, бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Ошолай тантаналы рәүештә Маҡтау грамотаһы тапшырыуҙарынан хис-тойғоларым ташып китте. Минең эшемде шулай юғары баһалағандары өсөн рәхмәт, - ти Дилара Дамир ҡыҙы.
Мәрфуға Ниязғолова байрамға ейән-ейәнсәрҙәре менән килгән.
- Бөгөнгө байрам бик оҡшай. Ейәндәрем бына шахмат уйнайҙар, ейәнсәрем һүрәт төшөрә. Бына шулай төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, күңел асып йөрөйбөҙ. Бөтә нимә яҡшы ойошторолған, афарин! Салауат ҡалаһын яратабыҙ. Йәш кенә көйө уҡырға килеп ошонда йәшәүемә 40 йыл, өс бала үҫтерҙек тормош иптәшем менән һәм уларҙың барыһы ла тыуған ҡалаһында йәшәй, эшләй, - ти Мәрфуға апай.
Паркта - аҡҡоштар
Ҡала хакимиәте башлығының Ҡала көнөндә парктағы быуаға аҡҡоштар һәм өйрәктәр ебәрергә вәғәҙә итеүе хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Салауаттар был ваҡиғаны ҙур тулҡынланыу менән көтөп алды.
- Беҙ матур йолаларҙы дауам итәбеҙ. Иҫләүегеҙсә, былтыр ҡала паркында тейендәр йәшәй башланы, улар ҡышты имен үтте, оҙаҡламай уларҙы балалары менән иреккә сығармаҡсыбыҙ. Ә бөгөн, вәғәҙә итеүемсә, беҙ ҡала паркындағы күлгә аҡҡоштар һәм өйрәктәр ебәрәбеҙ. Улар салауаттарҙы шатландырып торор, тип ышанам һәм беҙ артабан да ҡалабыҙҙы матурлауҙы дауам итәсәкбеҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Һуңынан ул ҡала ҡунағы, Рәсәй йырсыһы Юлия Чичерина менән тәүҙә ике аҡҡошты, һуңынан ике өйрәкте күлгә йөҙҙөрөп еберҙе.
Белгестәр аңлатыуынса, ҡоштар көн дә иген биреләсәк, бының өсөн махсус тағараҡ яһалған һәм кешеләр тәғәйенләнгән, шулай улар өсөн быуала балыҡтар ҙа, күл тирәләй үлән дә күп. Аҡҡоштарға өсәр йәш, улар бығаса үҙҙәре йәшәгән фермала себештәр сығарған, Салауат быуаһында яҡшы ҡышлаһалар, киләһе яҙға аҡҡоштарҙың һәм өйрәктәрҙең ишәйеүенә өмөт бар, тип белдерә улар.
Киске шоу
Ҡала көнө уңайынан киске программа Ленин исемендәге майҙанда үтте. Салауаттар өсөн Зәйнетдиндың этно-шоуы, “Павильон” һәм Чичеринаның рок төркөмөның сығыштары, мотофристайл һәм ут, пиротехника шоуҙары байрам бүләге булды. Сара салют менән тамамланды.