Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 11:40

“Тыл ҡалаһында”

Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында Ишембайҙың билдәле шағиры Александр Мәсәғүтовтың “Тыл ҡалаһында” тигән китабының исем туйы уҙҙы. Был осрашыуҙы ойоштороу башланғысы менән автор үҙе сыға, ә китапхана хеҙмәткәрҙәре йылы мөхиттә ҡыҙыҡлы сара үткәрә.

Тыуған яҡты өйрәнеү моделле китапханаһында Ишембайҙың билдәле шағиры Александр Мәсәғүтовтың “Тыл ҡалаһында” тигән китабының исем туйы уҙҙы. Был осрашыуҙы ойоштороу башланғысы менән автор үҙе сыға, ә китапхана хеҙмәткәрҙәре йылы мөхиттә ҡыҙыҡлы сара үткәрә.
“Тыл ҡалаһында” тигән китапта Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эвакуациланған госпиталь хаҡында бәйән ителә, документаль әҫәрҙәр һуғыш осоронда Ишембай ҡалаһының тормошона арнала.
- Китап авторы Александр Мәсәғүтов тыуған яғының тарихы, унда йәшәгән кешеләрҙең яҙмышы менән мауыҡҡан шәхес. Ул ниндәйҙер һығымталар яһамай, ә үҙе өйрәнгән факттарҙы килтерә. Яҙмаларҙа ил тарихындағы һоро көндәлек тормош һәм шул уҡ ваҡытта совет һалдаттарын ҡотҡарыусы быуындың тормош батырлығы күрһәтелә, - тип һөйләне тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Гөлнара Хәйбуллина.
Александр Мәсәғүтовтың һүҙҙәренсә, “Ишембай: XX быуат” тигән китаптағы Ишембай госпитале тураһындағы мәғлүмәт уның китабы өсөн нигеҙ булған. Ул бик күп материалдарҙы өйрәнә, ветерандар менән осраша, китапты төрлө ҡыҙыҡлы факттар менән тулыландыра.
- Һуғыш осоронда Ишембайҙа өс госпиталь була, улар мәктәп биналарында урынлаша. Дәүләт ярлылар тейешле дауаланыу алһын һәм илбаҫарҙарға ҡаршы яңынан сафҡа баҫһын өсөн хәстәрлек күрә. Яугирҙәрҙең тән яраларын дауалау ғына түгел, уларҙы рухи яҡтан нығытыуға ла ҙур иғтибар бирелә. Ябай кешеләр үлән йыйып, ауыл халҡы аҙыҡ-түлек килтерә, балалар һәм ололар йыр-моң менән сығыш яһай. Минең китап кешеләргә, бигерәк тә бөгөн ошо осрашыуҙа ҡатнашыусы медицина колледжы студенттарына ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам, - тине Александр Мәсәғүтов һәм киләсәк быуындарға бер ваҡытта ла һуғыш һынауҙарын кисерергә тура килмәһен тип теләне.
Сараға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Пискарев саҡырылғайны, ул, үҙ сиратында, һуғыш ауырлыҡтары хаҡындағы хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ Александр Мәсәғүтовтың ҡәләмдәш дуҫтары Валентин Осадчий, Евдокия Геркина, Лира Әсфәндийәрова, Петр Журавлевҡа һүҙ бирелде, улар китап хаҡында фекерҙәрен әйтеп, үҙҙәренең дә шиғырҙарын һөйләп китте.
“Көмөш тәңкә” фольклор-шиғри коллектив үҙҙәренең музыкаль сығыштары менән сараға йәм өҫтәне.
“Тыл ҡалаһында” тигән тарихи китап китапхана фондында лайыҡлы урын алыр һәм үҙ уҡыусыларын табыр, тип ышанғы килә.
“Тыл ҡалаһында” китабы авторы Александр Мәсәғүтов Германияның Потсдам ҡалаһында тыуған. Башҡорт дәүләт университетында уҡый. Ишембай ҡалаһында 1984 йылдан. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Әлеге ваҡытта машиналар төҙөү заводында эшләй. 1988 йылдан “Восход”, “Ленинец”, “Пятница” һәм башҡа район, республика матбуғатында баҫыла башлай. Ишембайҙың “Феникс” әҙәби берекмәһе ағзаһы булып тора.
Читайте нас: