Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2021, 10:55

Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар

Беҙҙең ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ремонт һәм төҙөлөш эштәрен атҡарыуҙың ҡыҙыу мәле. Быйыл был мөһим проект сиктәрендә 6 километр юл япмаһын ремонтлау планлаштырыла. Объекттарҙа эш ниндәй темп менән барыуын ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов шәхсән контролдә тота.

Беҙҙең ҡалала “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса ремонт һәм төҙөлөш эштәрен атҡарыуҙың ҡыҙыу мәле. Быйыл был мөһим проект сиктәрендә 6 километр юл япмаһын ремонтлау планлаштырыла. Объекттарҙа эш ниндәй темп менән барыуын ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов шәхсән контролдә тота.
Юл ремонты - ул комплекслы эш, автомобиль юлы ғына түгел, тротуар менән уның тирә яғы ла төҙөкләндерелергә тейеш. Губкин урамындағы Ленинград урамы киҫелешенән алып Космонавтар бульвары киҫелешенә тиклем өс участкала ла подрядсылар эшкә тотонған. Ҡала хакимиәте башлығының урынға сығып эштәр барышы менән танышыуы тротуарҙарҙың торошона арналды.
- Беҙ Губкин урамындағы төҙөлөш майҙансығындабыҙ. 10 млн 800 мең һум суммаға эш күләме башҡарыу ҡаралған. Был эштәргә асфальт-бетон япмаһын һалыу, бордюр таштарын алыштырыу инә. Асфальт-бетон япмаһының дөйөм майҙаны 1320 квадрат метр тәшкил итә. Беҙҙең ойошма Губкин урамының Ленинград урамы киҫелешенән алып С.Юлаев бульварына тиклемге өлөшөндә эштәрҙе башҡара, - тип таныштыра бурыстар менән “САХ Плюс” йәмғиәтенең баш инженеры Игорь Михольский.
Уның билдәләүенсә, ойошма ҡалалағы соҡорҙарҙы ямау эше өсөн дә яуап бирә. Әлеге ваҡытта улар ике объектта эшләй, береһе Вокзал урамында, икенсеһе Индустриаль урамда. Һуңынан был юҫыҡтағы эштәрҙе ҡаланың шәхси секторында, Муса ҡасабаһында, 116-сы кварталда дауам итергә ниәт итәләр. Соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса контракт октябрь аҙағына тиклем иҫәпләнгән.
Ә Губкин урамындағы юл эштәре июнь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш. Игорь Миронов подряд ойошмаларына эш һөҙөмтәһе юл һәм тротуар сифатын яҡшыртыу ғына түгел, урамдарға эстетик яҡтан матур төҫ бирергә тейешлеген дә иҫкәртте.
- Эштәрҙе баһаларға иртәрәк әле, улар дауам итә. Бөгөн беҙ тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙең барышын тикшереү өсөн сыҡтыҡ, тротуарҙар ҙа мобиль юлдарҙы ремонтлауҙың мөһим өлөшө. Подрядсылар менән эштәрҙе ваҡытында һәм яҡшы кимәлдә башҡарырға кәрәклеге хаҡында һөйләштек. Барыһы ла планлаштырылғанса килеп сығыр, тип ышаным, - тине Игорь Миронов.
Ҡала хакимиәте башлығы Вокзал урамындағы юлда соҡорҙарҙы ямау эштәре менән дә танышты.
- Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлау эше дауам итә. Белеүегеҙсә, был эшкә беҙ апрель башында уҡ тотон-ғайныҡ, башта соҡорҙар һыуыҡ асфальт ысулы менән ямалды, һуңынан эҫе асфальтҡа күстек. Соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса планлаштырылған эштәр 15 июндән дә ҡал-май тамамланырға тейеш, һуңынан инде яңы бар-лыҡҡа килгән соҡорҙарҙы ремонтлауҙы октябрь бөткәнсе башҡарасаҡбыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Быйыл юлдарҙағы соҡорҙарҙы ремонтлауға ҡала хакимиәтенән 9 млн 990 мең һум аҡса бүленгән. Эштәрҙе “CАХ Плюс” йәмғиәте башҡара. Соҡор ямау эштәре карта ысулы, йәғни ҙурыраҡ майҙанлы соҡорҙо ямауҙы (ул 2 мең квадрат метр майҙанды тәшкил итә) һәм соҡор көйө ремонтлауҙы (7 мең квадрат метр майҙан) күҙ уңында тота.
Читайте нас: