Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:55

Сүплектәр - янғын хәүефе сығанағы

Яҙ етеү менән кешеләр ихаталарын, баҡсаларын таҙартыуға тотона. Әммә шул уҡ ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге талаптары хаҡында онотоп, сүп-сарҙы шунда уҡ яндырыуҙы хуп күрә. Ә бит был фажиғәгә лә алып килеүе ихтимал. Шулай уҡ баҡсалар ширҡәтенән, гараждар кооперативтарынан йыйылған сүп-сарҙы сығарыу яҡшы итеп ойошторолмаған икән, унда санкцияланмаған сүплектәр барлыҡҡа килә һәм улар һауа торошо эҫе булғанда ут сығыу сығанағы булып тора.

Яҙ етеү менән кешеләр ихаталарын, баҡсаларын таҙартыуға тотона. Әммә шул уҡ ваҡытта янғын хәүефһеҙлеге талаптары хаҡында онотоп, сүп-сарҙы шунда уҡ яндырыуҙы хуп күрә. Ә бит был фажиғәгә лә алып килеүе ихтимал. Шулай уҡ баҡсалар ширҡәтенән, гараждар кооперативтарынан йыйылған сүп-сарҙы сығарыу яҡшы итеп ойошторолмаған икән, унда санкцияланмаған сүплектәр барлыҡҡа килә һәм улар һауа торошо эҫе
булғанда ут сығыу сығанағы булып тора.
Салауат ҡалаһының административ комиссияһы һәм янғынға ҡаршы хеҙмәт вәкилдәре законһыҙ рәүештә барлыҡҡа килгән сүплектәр буйынса рейдтар уҙғарҙы. 36-сы янғын часы начальнгы Дмитрий Крупчинов Салауатта ял көндәрендә 10 тапҡыр янғын сығыуын хәбәр итте һәм уларҙың сәбәбе - гараждар һәм баҡсалар биләмәләренән ҡаты ҡалдыҡтарҙың ваҡытында сығарылмауы һәм кешеләрҙең ғәмһеҙлеге.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баш идаралығының Салауат район-ара надзор эшмәкәрлеге һәм профилактика эше бүлеге начальнигы Сергей Дегтярев һүҙҙәренсә, бындай рейдтар беҙҙең ҡалала яҙғы-йәйге осорҙа даими уҙғарылып торасаҡ, сөнки эҫе һауа торошо урынлашҡан ваҡытта янғындарҙы иҫкәртеү мөһим булып тора.
- Салауат ҡалаһы территорияһында янғындарҙы профилактикалау маҡсатын-да ведомство-ара патруль төркөмө эше ойошторолдо. Был эштең бурысы - санкцияланмаған сүплектәр менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы, ҡалдыҡтарҙың ваҡытында сығарылмау, ут яндырыу һәм башҡа янғын хәүефһеҙлеге талаптарын үтәмәү осраҡтарын асыҡлау. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар билдәләнгән осраҡта шунда уҡ протокол төҙөлә һәм ғәйеплеләр яуаплылыҡҡа тарттырыла. Уҙған ял көндәрендә ҡалала 10 янғын теркәлде, уларҙың һигеҙенең сәбәбе рөхсәт ителмәгән сүплектәр менән бәйле, - тип аңлатма бирҙе Сергей Дегтярев.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәтән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғындарҙы профилактикалау инструкторы Рәлиф Ғәлиев:
- Һуңғы ваҡытта беҙҙең ҡалала янғын сығыу осраҡтары йышайҙы, был көндәрҙең эҫе тороуы һәм кешеләрҙең янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәүе менән бәйле. Һауа торошоноң тағы йылынасағын иҫәпкә алып, халыҡты янғын ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырыр инем. Шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баҡса участкаларында сүп-сарҙы яндырырға ярамай, йә иһә уны яндырыу өсөн махсус урын булырға, тимерҙән яһалған мискәләрҙә генә яндырыу рөхсәт ителә, тик ул урын төҙөлөш объектарынан 10 метр йыраҡлыҡта һәм уның тирә-яғында 5 метр диаметрында барлыҡ сүп йыйылған булырға тейеш.
Читайте нас: