газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:35

Ил йөрәге һау-сәләмәт тибер, булған саҡта ирҙәр йөрәкле

16 апрелдә Өфөлә I «Ирҙәр ҡоро» ойошторолдо. Унда ҡатнашыу өсөн «Торатау» конгресс-холына республиканың көслө зат вәкилдәре – сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, күп балалы атайҙар йыйылды. Беҙҙең ҡаланан форумға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев, эшҡыуар Илгиз Кәримов барҙы.

16 апрелдә Өфөлә I «Ирҙәр ҡоро» ойошторолдо. Унда ҡатнашыу өсөн «Торатау» конгресс-холына республиканың көслө зат вәкилдәре – сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, йәмәғәтселәр, күп балалы атайҙар йыйылды. Беҙҙең ҡаланан форумға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе Азат Юлтимеров, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев, эшҡыуар Илгиз Кәримов барҙы.
румы – беҙҙең ошондай тәүге сара, - тип билдәләне «Ирҙәр ҡоро» рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. - Маҡсатыбыҙ - ауылдарҙан, райондарҙан әүҙем ир-егеттәрҙе туплап, берлектә эшләү. Ойошмабыҙ һөҙөмтәле эшләһен өсөн эште системаға һалыу, аныҡ маҡсаттар билдәләү һәм шуларға бергәләп өлгәшеү мөһим. Төп йүнәлештәребеҙ айыҡ йәшәү рәүешенә, йәмғиәттә атайҙарҙың ролен күтәреүгә, райондарҙа ирҙәр ҡорҙары менән эште ойоштороуға ҡағыла».
Һүҙҙе Салауат ҡалаһы делегацияһы ағзаларының үҙҙәренә бирәйек.
Азат Юлтимеров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Салауат башҡарма комитеты рәйесе:
- 16 апрелдә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың тәүге “Ирҙәр ҡоро” уҙҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров башланғысы менән ойошторолдо. Салауат ҡалаһынан өс кешенән торған делегация ҡатнашты: мин, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев һәм эшҡыуар Илгиз Кәримов. Форумдың тәүге өлөшөндә пленар ултырыш уҙҙы, панель форумдың темаһы “Башҡортостандың иҡтисади-социаль үҫешендә төбәк ир-егеттәренең роле” тип аталды. Унда актуаль проблемалар, мәсьәләләр ҡаралды, бурыстар һәм Башҡортостан ирҙәр ҡоро хәрәкәтенең йүнәлештәре билдәләнде. Был йыйында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан саҡырылған ир-егеттәрҙән тыш, Башҡортостан Башлығы Администрацияһы, республика хөкүмәте, дини, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Пленар ултырыштан һуң эш төрлө майҙансыҡтарҙа дауам итте. “Кадрҙар резервы, йәштәр сәйәсәте, спорт һәм креатив” майҙансығында Ишбулат Иҫәнбаев, “Тарих, этнопроекттар, патриотик, ғаилә һәм рухи тәрбиә” майҙансығында мин үҙем, әйткәндәй, мин унда сығыш та яһаным, “Эшҡыуарлыҡ һәм туризм” майҙансығында Илгиз Кәримов ҡатнашты. Ул майҙансыҡтарҙа төрлө мәсьәләләр буйынса ҡыҙыҡ фекер алышыуҙар булды. Һуңынан “Ирҙәр ҡоро”ноң проекттары менән таныштырҙылар. Ҡорҙоң төрлө биләмәләрҙәге лидерҙары билдәләнде һәм муниципаль берәмектәрҙәге ирҙәр ҡорҙары өсөн юл картаһын төҙөү ҡарар ителде.
Был ҡор тәжрибә уртаҡлашыу, күп кенә һорауҙарға яуап алыу майҙансығына әйләнде. Һорауҙар күп ине, уларға республика етәкселеге, министрлыҡтар, ведомстволар вәкилдәре яуап бирҙе. Йомғаҡлау өлөшөндә ҙур “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Тәүге форумдың эш йомғаҡтары буйынса “Минең атайым - минең батыр” тигән иншалар конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Һәм шулай уҡ төрлө номинациялар буйынса “Ил терәге” тигән йәмәғәт наградалары тапшырылды. Улар араһында күбеһенсә 7, 10 бала тәрбиәләгән ир уҙамандары.
Минең фекеремсә, “Ирҙәр ҡоро” кәрәкле сара, сөнки форумда әйтелгәнсә, һуңғы ваҡытта ир-егеттәрҙең үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙәге роле кәмей бара. Мәҫәлән, мин, социаль өлкәлә педагог булып эшләүсе кеше булараҡ, шуны иҫбатлайым, үҫмерҙәрҙе тәрбиәләү эше ҡатын-ҡыҙ педагогтар иңенә йөкмәтелгән, мәктәптәрҙә ир-егеттәр аҙ. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итеү бурысы тора. Демографик хәлдә, ғаиләнең, дәүләттең ныҡлығында ла ир-егеттәрҙең роле ҙур. Мин әйткән фекерҙәрҙең береһе йомғаҡлау документына ла инеп китте, ул - республика ирҙәренең айырым бер кодексын булдырыу һәм уның бер мөһим пункттарының береһе - һәр ир-ат үҙенең шәжәрәһен белергә һәм уларҙы үҙҙәренең балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, киләсәк быуындарына тапшырырға тейеш. Дөйөм алғанда, ирҙәр ҡоронан ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ һәм уның киләсәге бар, тип уйлайым.
Ишбулат Иҫәнбаев, “Аҡбуҙат” ойошмаһы рәйесе:
- Өфөләге “Ирҙәр ҡоро” юғары кимәлдә генә ойошторолғайны, унда ҡатнашып ыңғай тәьҫораттар алып ҡайттым. Ҡатнашырға теләүселәр бик күп булды. Кәңәшмәлә күтәрелгән һорауҙар ҙа бик актуаль ине. Шуныһын әйткем килә, был әгәр ҙә яҡшы эшләй торған ойошма булып китһә, мин шат булыр инем, әгәр ҙә инде ҡағыҙҙа ғына ҡала торған, йә иһә исем өсөн генә ойошторолған ойошма булһа, уның файҙаһы булмаясаҡ - минең фекерем шундай. Беҙ бит матур һүҙҙәр һөйләргә яратабыҙ, әммә мин реаль эштәрҙе күрергә теләр инем. Беҙҙең бит урындарҙа ла йәмәғәт ойошмалары күптер тип уйлайым. Шул уҡ эштәрҙе, мәҫәлән, ҡоролтай эшләй алыр ине, беҙҙең ҡалала ғына “Аҡбуҙат”, “Яугир”, “Ағинәйҙәр” ойошмалары, ата-әсәләр комиссияһы бар. Тағы бер ойошма кәрәкме икән, бәлки, юҡтыр тип уйлайым, беҙҙәге кеүек ойошмалар булмаған райондарҙа ул, бәлки, кәрәктер. Нимәһе менән ҡыҙыҡлы, әгәр ҙә был ойошма булһа, унда ир-егеттәр генә буласаҡ. Беҙҙә бит инде күберәк ҡатын-ҡыҙҙар алдан йөрөй, ир-аттар күберәк бизнес менән шөғөлләнә, сәйәсәттән, йәмәғәт тормошонан ситтәрәк тора, шуға ыңғай эшләрлек ойошма булһын ине тигән теләктәмен. Ир-егеттәрҙе туплап, геүләтеп эшләп алып китерлек берәй ойошма эшләгәндә шәп инде бөтә Башҡортостан буйлап һәм һәр бер районда, һәр бер ҡалала, һәр бер ауылда. Иң мөһиме һөҙөмтә булһын.
Илгиз Кәримов, эшҡыуар:
- Өфөлә үткән беренсе Башҡортостан ирҙәр ҡорона беҙ ҙә барып күреп, ҡатнашып ҡайттыҡ. Миңә, йәш кешегә, әлбиттә, ошондай оло форумда ҡатнашыу бигерәк ҡыуаныслы, бик оҡшаны. Төрлө һорауҙар күтәрелде.
Көндөң икенсе өлөшөндә эшҡыуарлыҡ һәм туризм майҙансығында булдым, унда күтәрелгән төп һорау - ул Башҡортостанда яңы эш урындарын ойоштороу, ирҙәрҙе төрлө яҡтағы вахталарҙан ҡайтарыу. Иҫтә ҡалған спикерҙар - Ринат Хиләжев, Азамат Юлдашбаев.
Ҡыҫҡаһын әйткәндә, Зариф Байгускаров дөрөҫ эш башлаған тип әйтер инем, кем нимә тип кенә әйтмәһен, булған мәсьәләләрҙе берҙәм булып хәл итеү - ул ыңғай йүнәлеш тип күрәм.
Читайте нас: