газета "Салауат"
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:55

Халыҡ менән бергә эшләү - төп йүнәлеш

Яңы байрамды ойоштороу тураһында Указға Рәсәй Президенты 2012 йылдың 10 июнендә ҡул ҡуя. Дәүләт власы, төбәк һәм муниципалитет органдарына был көндө байрам сараларын үткәрергә кәңәш ителә.

Яңы байрамды ойоштороу тураһында Указға Рәсәй Президенты 2012 йылдың 10 июнендә ҡул ҡуя. Дәүләт власы, төбәк һәм муниципалитет органдарына был көндө байрам сараларын үткәрергә кәңәш ителә.
Беҙҙең ҡалала Урындағы үҙидаралыҡ көнөн Салауат музыка колледжында билдәләнеләр. Тантанаға ҡала Советы депутаттары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, муниципаль учреждение һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре саҡырылғайны. Ҡотлау һүҙе менән ҡала хакимиәте эштәренә идара итеүсе Семен Евграфов сығыш яһаны:
- Халыҡҡа хеҙмәт итеү маҡтаулы, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла һөнәр. Дөйөм маҡсатыбыҙ - кешеләр өсөн эшләү, урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү. Был ҡала хакимиәтенең генә түгел, ә ҡаланың киләсәге өсөн янып йәшәгән әүҙем йәмәғәтселәрҙең дә байрамы. Бөгөн теләгән һәр кем урындағы үҙидаралыҡ органдары аша ҡала тормошона бәйле күп кенә мәсьәләләргә үҙенең фекерен белдерергә хоҡуҡлы. Әйтәйек, “Ҡала мөхите” программаһын бойомға ашырғанда кешеләр әүҙемлек күрһәтеп, Ағиҙел йылғаһы буйын төҙөкләндерергә кәрәк тигән һығымтаға килде. Быйыл да 26 апрелдән электрон тауыш биреү уҙа. Унда ҡатнашып, киләһе йылда йылға буйын төҙөкләндерерү буйынса үҙ тәҡдимдәрегеҙҙе индерә алаһығыҙ. Ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергән ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Семен Анатольевич.
Байрам көнөндә игеҙәк балалары тыуған ғаиләләргә 50 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәт алдынғылары “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәре советы” ассоциацияһының һәм ҡала хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Салауат музыка колледжы студенттары тарафынан ҡуйылған матур байрам концерты йыйылыусыларҙың һәм бүләкләнеүселәрҙең кәйефен тағы ла күтәрҙе.
Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенең оператив дежурныйы Элвира Вәлишинаға ҡала хакимиәтенең рәхмәт
хаты тапшырылды.
- Был өлкәлә дүрт йыл эшләйем. Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, тәү сиратта беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Төп бурысыбыҙ - уларға ярҙам итеү. Башта тыңлайбыҙ, кәңәш бирәбеҙ, нимә эшләргә кәрәклекте аңлатабыҙ, һуңынан ваҡиға урынына ашығыс оператив һәм авариялы хеҙмәт белгестәрен йүнәлтәбеҙ, йә кәрәкле белгестәр менән тоташтырабыҙ. Етәкселек һәм хакимиәт яғынан хеҙмәтемде баһалағандары өсөн шатмын
һәм рәхмәтлемен.
Читайте нас: