газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 11:00

“Фән һәм йыһан” ҡалаға ҡайтты

Өлкәнерәк быуын кешеләре хәтерләйҙер, 1964 йылда, башҡа бик күп ҡалаларҙағы кеүек үк, Салауатта төньяҡтан ингән ерҙә “Фән һәм йыһан” стелаһы барлыҡҡҡа килә. Унда ҡулдарына космос орбиталары тотҡан ир менән ҡатындың фигуралары һүрәтләнгән була.

Әммә ҡала халҡының ҡыуанысы оҙаҡҡа бармай - 1986 йылда уны һүтәләр. Бәхеткә, арт-объекттың юғалыуына юл ҡуйылмай, бер ни тиклем ваҡыттан һуң ул комбинат биләмәһенә күсерелә һәм ошо йылдар буйына унда һаҡлана. Һәйкәл зыян күрмәй, бары космос орбиталарының түңәрәктәре генә юғала. Бер нисә йыл элек йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре уға заманса төҫ бирә. Һәйкәл ҡала тарихының бер өлөшө булғанға күрә, кешенең тәүге тапҡыр йыһанға осоуына 60 йыл тулыу уңайынан уны ҡалаға ҡайтарырға ҡарар итәләр. Уны урынлаштырыу өсөн бер нисә урын тәҡдим ителә, һөҙөмтәлә, “Октябрь” кинотеатры артындағы сквер һайлана. Хәҙер ул ҡаланың матур урындарының береһендә тирә-яҡҡа йәм өҫтәп тора.
Читайте нас: