Иртәнге сәғәт 11-ҙә “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Әүҙем оҙон ғүмерлелек биләмәһе” үҙ эшен башлап ебәрҙе. Унда зумба, сайклинг һәм скандинавса йөрөү буйынса дәрестәр күрһәтелде.
- Беҙ сайклинг - велотренажерҙарҙа кардиокүнекмәләр күрһәттек, һуңынан теләктәре булған гүзәл заттарҙың барыһын да бейеү серҙәренә төшөндөрҙөк, - тип һөйләй “Көнсығыш” фитнес-тренеры Юлия Корчатникова.
- Мин йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә дөрөҫ итеп скандинавса йөрөргә өйрәттем. Ҡайһы берәүҙәр ҡағиҙәләрҙе белеп бөтмәй, ә ҡан әйләнеше системаһының, тын алыу һәм терәк-хәрәкәт аппараты органдарының эше шуға бәйле, - ти Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы уҡытыусыһы Миңлегөл Янбаева.
- Скандаинавса йөрөү менән өс йыл шөғөлләнәм. Бөгөн техниканы яҡшыртырға килдем, тәжрибәле тренер беҙгә дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Миңә 63 йәш, спорт менән 45 йәштән һуң әүҙем шөғөлләнә башланым, сәләмәт тормош рәүешенә баҫыу бер ваҡытта ла һуң түгел, - ти күнекмәләргә йөрөүселәрҙең береһе Мария Васильева.
Шулай уҡ коронавирустан бушлай вакцинациялау бара ине, ҡатын-ҡыҙҙар күсмә маммографта диагностика үтә алды.
- Барлыҡ ҡатындар ҙа инъекцияны яҡшы үткәрҙе. Беҙ ике компонентлы “Спутник-V” вакцинаһын файҙаландыҡ. Икенсе вакцинацияға поликлиникаға саҡырҙыҡ, ваҡытын һәм көнөн билдәләнек. Прививка тураһында белгестәрҙән тулы мәғлүмәт алырға теләүселәр бихисап ине, - тип һөйләй 2-се поликлиника терапевы Кристина Гейко.
Саф һауала йәш салауаттар өсөн мауыҡтырғыс майҙансыҡ эшләне. Әсәләре Асыҡ академияла мәш-ғүл булған арала аниматорҙар бәләкәстәрҙең күңелен күрҙе.
Мәҙәниәт һарайының фойеһында һәр ҡунаҡ картиналар, арт-объекттар һәм тере скульптуралар менән танышты. Ошонда уҡ ҙур популярлыҡ менән файҙаланылған тематик фотозона ла ойошторолғайны.
Концерт залында барыһын да “Ҡыҙыҡһыныусан ҡатын-ҡыҙҙар би-ләмәһе” көтә ине. Унда белгестәр ханымдарҙы борсоған иң көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе: нисек үҙ эшеңде асырға, стилле гардероб һайларға һ.б.
“Психологик ял итеү биләмәһе”ндә “Ышаныс” психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге белгестәре ҡунаҡтарға хис-тойғоларын аңларға, үҙҙәрендә яңы һәләттәр асырға ярҙам итте.
- Беҙ Mindmachine махсус приборында ҡатын-ҡыҙҙарҙың пси-хоэмоциональ торошон тикшерҙек. Шулай уҡ мультипсихометр - психологик ял алыу аппараты ла эшләне. Майҙансыҡта бергәләп һорауҙарға яуаптар эҙләнек, ауыр хәлдәрҙән сығыу юлдарын барланыҡ, - тине ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе Евгения Ельцова.
Һәр ҡатын-ҡыҙ матур булырға хыяллана. Шуғалыр ҙа парикмахерҙар һәм визажистар эшләгән “Матурлыҡ биләмәһе”ндә айырыусы кеше күп ине.
Уның эргәһендә “Ижад биләмәһе” гөрләне. Оҫталарҙың күргәҙмәһендә үҙенсәлекле аксессуарҙар һайлап алырға мөмкин ине.
“Арт-терапия” майҙансығында профессиональ рәссам Раушания Бәҙретдинова сәнғәт көсө ярҙамында гүзәл заттарға күптәнге проблемаларын хәл итергә ярҙамлашты.
- Ҡунаҡтарҙы тормошто һүрәттәр аша үҙгәртергә өйрәттем. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә проблемаларын, һуңынан хыялындағы киләсәген төшөрҙө. Арт-терапиянан бөтөнләй икенсе кеше булып таралыштылар, - ти ул.
Массаж зонаһында ла кешеләр бихисап йыйылғайны.
- Массаждың файҙаһы бик ҙур. Беҙгә килеүселәр күп булды: кемдеңдер терәк-хәрәкәт аппараты менән проблемалары бар, ҡайһыларының башы ауырта, бәғзеләренең ҡулдары һыҙлай. Проблемалар төрлө, әммә грамоталы белгес уларҙы хәл итә ала, - ти массаж яһаусы Егор Байко.
Фитозона ла килеүселәрҙең иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалманы.
- Беҙҙең фитотерапия бүлеге төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән. Бөгөн уларға үлән сәйҙәренең бихисап төрҙәре тәҡдим ителде, буклеттар таратылды. Күптәр үлән сәйҙәрен дауаланыу өсөн генә ҡабул итә. Был бик үк дөрөҫ түгел, сөнки профилактика өсөн дә витаминдар йыйылмаһы бар, - тип билдәләне хирургия үҙәге һәм Салауат медицина коллледжы вәкиле Людмила Мокрецова.
- Бында ял итер һәм проект менән танышыр өсөн килдем. Әхирәттәрем менән фитнесҡа ла барып өлгөрҙөк, сыр һәм үлән сәйҙәрен дә тәмләнек. Байрам бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, яҡшы ойошторлған, - тип иҫәпләй медицина хеҙмәткәре Ирина Шәрәфетдинова.
Ғаилә һәм яҡшы мөнәсәбәттәр темаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн “Бәхетле ғаилә биләмәһе” булдырылғайны.
- Беҙ аудитория менән тере аралашыу форматында эшләйбеҙ. Төп бурыс - бәхет төшөнсәһен аңлатыу. Программаның икенсе өлөшөндә ғаиләлә көс ҡулланыу, унан нисек ҡотолоу кеүегерәк проблемалар ҡаралды, - ти “Ғаилә” көньяҡ район-ара үҙәк директоры Роза Ишбаева.
- Был байрамды беҙ күптән көттөк. Майҙансыҡ спикеры булырға тәҡдим иткәс, тәүҙә ҡурҡыбыраҡ ҡуйҙым. Һуңынан минең әйтер һүҙем барлығын аңланым. Йәш быуындың проблемалары мөмкин тиклем әҙерәк булһын өсөн белемдәрем менән уртаҡлашырға тырыштым. Беҙҙең майҙансыҡта бик һәйбәт мөхит тантана итте, ҡыҙҙар һорауҙар бирҙе, улар менән бергә шатландыҡ, янып-көйҙөк тә, - ти “Бәхетле ғаилә биләмәһе” спикеры, Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова.
Девизы “Хәрәкәттә - бәрәкәт” булған “Спорт биләмәһе”ндә ҡунаҡтар фитнес-үҙәктең эше тураһында белә, терәк-хәрәкәт аппаратына диагностика үткәрә һәм организмын сәләмәтләндерә алды. Теләктәре булғандарға нисек ябай ғына үҙ-үҙеңде яҡларға кәрәклек тә күрһәтелде.
Иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе “Сәләмәтлек биләмәһе” булғандыр.
- Флеболог, косметолог, пластик хирург, дерматолог, эндокринолог, трихолог, маммолог кеүек белгестәргә сират алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар иртәнге сәғәт унға уҡ килеп торғайны. Диетолог һәм репродуктолог лекция уҡыны, теләктәре булғандар ультратауышлы тикшереү, ВИЧ-ҡа аноним рәүештә тест та бирә алды. Гүзәл заттар ғәнәғәт ҡалды. Беҙ Салауатта ҡытлыҡ булған кадрҙарҙы саҡырҙыҡ, - тип һөйләй ҡала дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров.
Уның менән Зөлфиә Монина ла килешә.
- Тәьҫораттар яҡшы. Өфөнән әллә күпме белгес килгән. Барыһы ла иғтибарлы. Онкологта, маммологта һәм дерматологта булдым, врачтар рецепт бирҙе. Бик оҡшаны, - ти ул.
“Иң төп нәмә тураһында” тип аталды дөрөҫ туҡланыу, йөклөлөктө планлаштырыу мәсьәләләре ҡаралған майҙансыҡ. Врач-терапевт, диетолог, клиник нутрицолог Зөлфиә Хәбибуллина менән бергә ҡатындар ашауҙа үҙеңде сикләмәйенсә матур буй-һынлы булып ҡалыр өсөн дөрөҫ аҙыҡ-түлек кәрзинен йыя алды.
- Бөтә майҙансыҡтарҙа ла булдым тиерлек. Шундай йылы мөхит хакимлыҡ итә, күңелгә рәхәт, бик күп нәмәне белергә була ине. Бындай саралар йышыраҡ уҙһын ине, - ти спорт акробатикаһы буйынса тренер Наилә Кузнецова.
Был көндө 19-сы, 23-сө, 18-се мәктәптәрҙә, 25-се башҡорт гимназияһында һәм Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайында урынлашҡан биш майҙансыҡта өлкән класс уҡыусылары өсөн “Балиғ булмағандарҙың репродуктив сәләмәтлеге” тигән темаға андролог, уролог һәм гинекологтар, психологтар, профессорҙар һәм доценттар лекция үткәрҙе.
“Ҡатын-ҡыҙҙар ресурстары биләмәһе” Асыҡ академияһы сиктәрендә “Үҙенсәлекле балаларҙы социалләштереү” түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Модераторы республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова булды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Бөтә Рәсәй инвалид балаларҙың ата-әсәләре ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе Людмила Сахапова, Башҡортостандың бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Милана Скоробогатова, ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның ҡатыны Татьяна Миронова, театр һәм кино актрисаһы, йәмәғәт эшмәкәре Эвелина Бледанс ҡатнашты.
- Мине иң борсоған һорау - 18 йәштән һуң инвалидтарҙы социалләштереү. Ижад һәм спорт менән шөғөлләнеүгә, эшкә урынлашыуға мөмкинлек биреү. Тормошомда шундай миҫал булды, ошо категорияға ҡараған кешегә эш таптым, ә ата-әсәһе ризалашманы. Инвалидлығын юғалтыуҙан, баланың коллективта эшләй алмауынан ҡурҡтылар. Шунан һуң алдыма бурыс ҡуйҙым - кешеләрҙең инвалидлыҡҡа бирелгән аҡсаны юғалтмайынса эшкә урынлаша алыуына ирешеү. Был федераль кимәлдә хәл ителә, әммә беҙ уға барып етәсәкбеҙ. Сараға саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, - тине Эвелина Бледанс. Һуңынан концерт залында ул үҙенең шәхси ҡатын-ҡыҙ бәхете серҙәре менән уртаҡлашты, бөтә борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Проект авторы Каринэ Хәбирова:
- Минең һәм командам өсөн пандемиянан һуңғы тәүге сараны ошондай күләмдә эшләү тулҡынландырғыс булды. Проект һеҙгә матурыраҡ, бәхетлерәк, яҡшыраҡ булырға ярҙам итеүенә ысын күңелдән ышанам. Бәхет бит - үҙ ҡулыбыҙҙа. Әгәр ҡатын-ҡыҙ эстән бәхетле икән, уны ул яҡындарына ла бүләк итә ала. Һәр ҡайһығыҙ ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәргәндер, тип уйлайым.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов:
- “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” һеҙгә үҙегеҙҙе төрлө яҡлап асырға, борсоған һорауҙарға яуап алырға, киләсәккә маҡсаттар ҡуйырға ярҙам иткәндер. Каринэ Владимировнаға һәм барлыҡ ойоштороусыларға тантананы тап Салауат ҡалаһында үткәрергә мөмкинлек биргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ йылы мөхит булдырҙығыҙ, гүзәл заттарға белгестәр менән аралашыу, уларҙан кәңәш алыу мөмкинлеге тыуҙырҙығыҙ, - тине Игорь Геннадьевич.