газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:45

Атайыбыҙ - ғорурлығыбыҙ

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 76 йыл ғүмер үтһә лә, кеше йөрәгендә был ауыр йылдарҙағы юғалтыуҙарҙың яраһы һис юйылмаҫ. Башҡортостан фронтҡа 700 мең яугирен оҙатҡан, уларҙың яртыһы тиерлек һуғыш яланынан кире ҡайтмаған.1941-1945 йылдарҙағы һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Мин атайым Шәмсетдин Рәхмәтуллин тураһында яҙып үтмәксе булам.

Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 76 йыл ғүмер үтһә лә, кеше йөрәгендә был ауыр йылдарҙағы юғалтыуҙарҙың яраһы һис юйылмаҫ. Башҡортостан фронтҡа 700 мең яугирен оҙатҡан, уларҙың яртыһы тиерлек һуғыш яланынан кире ҡайтмаған.
1941-1945 йылдарҙағы һуғыш бер ғаиләне лә урап үтмәй. Мин атайым Шәмсетдин Рәхмәтуллин тураһында яҙып үтмәксе булам.
Олатайым Ғәйфулла менән өләсәйем Йомабикә Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында биш ул һәм ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Атайым 1913 йылдың 1 майында тыуған.
Шәмсетдин мыҡты кәүҙәһе, киң яурындары менән айырылып торған. Йыл һайын үткәрелгән һабантуйҙарҙа, яҡын-тирәләге ауыл батыр-ҙары менән ярышып, ошо байрамдарҙың күренекле батыры исемен тотҡан. Армияға китер алдынан 1934 йылда Ишембайҙа алты айлыҡ быраулау оҫталыҡ курсын тамамлай, ә инде 1935 йылдың октябренән 1937 йылдың октябренә тиклем – теүәл ике йыл армияла хеҙмәт итә, Өфө эргәһендәге Алкин ҡасабаһында орудие командиры курсын үтә. Армиянан һуң Ишембайҙа һөнәре буйын-са быраулау мастеры булып эшләй башлай.
1941 йылдың сентябрендә һуғышҡа алына, уның менән бергә Рәсүл ҡустыһы ла китә. Ғәйфулла олатайымдың дүрт улы Ҡыҙыл Армия сафына алынып Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Абдулла билдәһеҙ юғалған, ә Fәйнулла Волгоград өлкәһенең Голобое ҡасабаһында ерләнгән. Беҙҙең көндәрҙә «Аллағыуат» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары туғанлыҡ ҡәберенән ҡалабыҙҙың “Юрматы ере” мемориаль комплексына тупрағын алып ҡайттып һалдылар.
Һуғыш осороноң әсеһен-сөсөһөн тылда ҡустылары Тәлғәт һәм һеңлеләре Өммөгөлсөм менән Зәғифә татый.
Шәмсетдин атайыбыҙ уҡсылар отделениеһы командиры була. 1942 йылдың 9 авгусында уны 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 292-се уҡсылар полкына взвод командиры итеп тәғәйенләйҙәр. Ә инде 13 августа Воронеж төбәгендә оборонала арҡаһы яралана. Бер аҙ ваҡыт уҙғас яңынан яуға ҡайта. Аяныс бәрелештәрҙә уның бик күп хәрби дуҫтары һәләк була. Взвод командиры дошмандың сигенгән частарын эҙәрлекләй. 1943 йылдың март айында һөжүмгә күскәндә атайым тағы ла бер тапҡыр яралана. Шул уҡ йылдың декабрь айында ул «Хǝрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1944 йылдың ғинуарында дошман пуляһы уның һул ҡулын яңынан йәрәхәтләй. Яраһы менән ул Сочи госпиталенә оҙатыла. Сираттағы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены уға февраль айында тапшырыла. Алты ай дауаланғандан һуң 1944 йылдың 19 авгусында кесе лейтенант һуғышҡа яраҡһыҙ тип билдәләнә.
Өйҙә ғәзиз ир һәм атайҙы ҡатыны Фәғилә һәм ҡыҙҙары - ете йәшлек Нурия менән өс йәшлек Римма шатланып ҡаршы ала. 1945 йылдың Еңеү айында өсөнсө ҡыҙ бала булып мин тыуам. Ошонан һуң ғаиләлә малайҙарға сират етә: 1950 йылда Фәрхетдин, 1952 йылда Альберт һәм 1957 йылда Фәсхетдин донъяға килә. Бөгөнгө көндә туғаныбыҙ Фәсхетдин атай йортона тоғролоҡ һаҡлап ауылда шофер-механик булып эшләй.
Өлкәндәр иһә Салауат ҡалаһында йәшәйбеҙ. Нурия, Римма һәм мин «Салауатбыяла» предприятиеһының хеҙмәт ветерандары, өсөбөҙгә дөйөм эш стажы 87 йылға тулды. Мин 1963 йылдан алып тәҙрә быялаһы цехында эшләнем, предприятиеның өлгөлө хеҙмәт ветераны. Фәрхетдин менән Альберт ВНЗМ тресының төҙөлөш идаралыҡтарында эшләне, өлкәне иретеп йәбештереүсе, ә кесеһе автокранда.
Атайым ғаилә йәнле, эш һөйөүсән кеше ине. Һуғыштан һуң тыуған ауылда бригадир, колхоз рәйесе булып та хеҙмәт итте. Быраулауҙы ҡалдырырға тура килә, тыуған ереңдә үҙен кәрәклерәк тип таба. Оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн һуғыш ветераны хеҙмәт миҙалдарына ла лайыҡ булды.
Фронтовиктарҙың бик әҙе генә оло йәшкәсә иҫән булды. Бына минең атайым да 69 йәшендә яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Уның тормош юлы еңел булманы, өс йыл үлемдең күҙенә ҡарарға, һуғыштан һуң бөлгөнлөктән сығыуҙың ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрергә тура килә. Шулай ҙа уның тормош юлы беҙгә – балаларына – һәм ауылдаштарына өлгө булып ҡала. Уның яҡты иҫтәлеге күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.
Клара Әхмәрова.
Читайте нас: