газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Апрель 2021, 10:50

Ат уйнатып алдан бара

Ҡалабыҙҙың 22- се мәктәбендә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған кластан тыш сара үтте.Уны 5 “Г” класы етәксеһе Олеся Колбина һәм уҡытыу- тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмзәнә Мәзитова ойошторҙо.

Ҡалабыҙҙың 22- се мәктәбендә Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына бағышланған кластан тыш сара үтте.Уны 5 “Г” класы етәксеһе Олеся Колбина һәм уҡытыу- тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмзәнә Мәзитова ойошторҙо.
Сараның төп маҡсаты - йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү. Уҡыусылар 112- се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының хәрби юлы, өс меңдән ашыу һалдаттың орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеүе, 78 һалдаттың Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы тураһында мәғлүмәт алды. Дивизия даны Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә урынлашҡан дивизия музейында ҡәҙерләп һаҡланыуы тураһында ла һөйләнелде, фотоһүрәттәре күрһәтелде. 2020 йылдың 30 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән 112-се кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһының юғары наградаһы - Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһында ла белделәр.
Ҡунаҡтарҙың сығышы сараның иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Рәйсә Зөлҡәрнәйева атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кавалерист Миңлеғол Бирҙеғоловтың һуғыштың башынан аҙағынаса алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләне. Орден-миҙалдары балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ғорурлыҡ уятты.
-18 йәшлек кенә егет, ҡаты алыштарҙың береһендә яраланғас, дуҫтары алдында үҙенә ант бирә: һуғыштан иҫән-һау ҡайтһам, 9 май көндө өйләнәм. Ысынлап та, хәрби кавалерист һүҙендә тора - 1946 йылдың 9 майында Ишембай районы һылыуы, әсәйемә өйләнә. Ата-әсәйем 4 балаға ғүмер бүләк итеп, тормош юлын лайыҡлы үтте. Атайым командиры тураһында йыш һөйләр ине. Иҫән булһа, командирының юғары наградаға лайыҡ булыуына атайымдан да нығыраҡ ҡыуанған кеше булмаҫ ине, - тип көрһөнөп ҡуйҙы Рәйсә Миңлеғол ҡыҙы.
Балалар алдында шулай уҡ ветеран уҡытыусы Әлфиә Хәйбуллина ла сығыш яһаны. Ул әсәһенең ағаһы, 112-се кавалерия дивизияһы яугиры Ғәйнислам Гәрәевтың ҡаһарманлыҡтары тураһында бәйән итте:
- Фронттан хаттары йыш килеп торған. Һуңғы хатында олатайым яратҡан командирҙары Шайморатовтың һәләк булыуы, ә атының оҙаҡ ҡына хужаһын эҙләп, тилмереп йөрөүен күреүҙәре тураһында әсенеп яҙа. Үкенескә ҡаршы, олатайыма ла һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай, - тип тамамланы һүҙен Әлфиә Абдулхаҡ ҡыҙы.
Сара уҡыусыларҙың матур сығыштары менән үрелеп барҙы.Башҡорт батырҙарын данлаусы шиғырҙар, ике дәүләт телендә башҡарылған «Шайморатов генерал» йыры сараға айырым йәм өҫтәне.Йәш шайморатсыларҙың, команда менән маршҡа баҫып, хәрбиҙәрсә етди атлауы күңелдәрҙә ышаныс тыуҙырҙы. Тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө.
Рәмзәнә МӘЗИТОВА.
Читайте нас: