Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 14:30

Ташҡын һорап килмәй

Уҙған аҙна Ленин исемендәге майҙанда яҙғы ташҡын ваҡытында йәлеп ителәсәк махсус техника тикшерелде. Әҙерлекте ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та баһаланы.

Уҙған аҙна Ленин исемендәге майҙанда яҙғы ташҡын ваҡытында йәлеп ителәсәк махсус техника тикшерелде. Әҙерлекте ҡала хакимиәте башлығы
Игорь Миронов та баһаланы.
Ойошма етәкселәре башлыҡҡа техниканың тулыһынса төҙөк булыуын белдерҙе.
- Яҙғы ташҡынға әҙерлек маҡсатында Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәт тарафынан ике берәмек техника сығарылды. Беҙ тулыһынса әҙербеҙ, ҡотҡарыу жилеттары һәм ҡулсалары, махсус костюмдар бар. Тәүлек һайын 8-10 кеше, шулай уҡ ике төп һәм бер махсус техника дежурҙа тора, - тип хәбәр итә 36-сы янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Дмитрий Крупчинов.
Ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте фельдшеры Юрий Яковлев ҡала бу-йынса тәүлек әйләнәһенә тулыһынса йыһазландырылған ашығыс медицина ярҙамы автомобилдәренең һаҡта тороуы, уларға квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре беркетелеүе тураһында һөйләне.
Смотрҙа ҡаланың муниципаль янғын һағы беренсе ярҙам янғын һағы автомобилен һәм ҡотҡарыу саралары менән йыһазландырылған ике авария-ҡотҡарыу автомобилен, яҫы төплө һәм дизель генераторлы кәмәне күрһәтте. Уның начальнигы Виктор Суханов белдереүенсә, янғын һүндереүселәрҙең барыһы ла ҡазаға тарыусыларҙы боҙ һәм һыу аҫтынан ҡотҡарыуға өйрәтелгән.
- Ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сыҡҡанда ташҡынға ҡаршы сараларға 70-кә яҡын берәмек махсус техника йәлеп итеүеле мөмкин: кәмәләр, мотопомпалар, һыу һурҙыртыу өсөн насостар, яҡтыртыу саралары һәм башҡалар. Мохтажлыҡ килеп тыуғанда зыян күреүселәрҙе урынлаштырыу өсөн ваҡытлыса пункттар ҙа әҙерләнә, - тип һөйләй граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Руслан Грацкий.
Яҙғы ташҡынға сифатлы әҙерләнгәндәре өсөн Игорь Миронов ашығыс хеҙмәттәр етәкселәренә һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе. Бөтә техника кәрәкле техник тикшереү үткән һәм файҙаланыуға әҙер.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетының янғындарҙы профилактикалау хеҙмәте үҙәге инструкторы Рәлиф Ғәлиев та ҡапыл һыу баҫа башлағанда нимә эшләргә кәрәклек тураһында һөйләй:
- Тиҙ генә документтар, ҡиммәтле әйберҙәр, дарыу, аҙыҡ-түлек һәм башҡа иң мөһим әйберҙәрегеҙҙе йыйығыҙ. Балаларға, инвалидтарға, оло йәштәге кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Мөмкин булғанса, электр утын, газды һүндерергә онотмағыҙ. Бер аҙ ваҡытығыҙ бар икән, тәҙрәләр һәм ишектәрҙе таҡталар менән ябып ҡуйығыҙ. Юғарыраҡ ҡаттарға күтәрелегеҙ, әгәр йорт бер ҡатлы икән, сарлаҡҡа менегеҙ. Ҡотҡарыусыларҙы ҡыйыҡ йәки ағас баштарында көтөгөҙ. Иң мөһиме,тыныслыҡ һаҡлағыҙ, ҡурҡыуға бирелмәгеҙ, - ти Рәлиф Шәмсетдин улы.
Читайте нас: