Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 14:42

Хаҡты арттырыу мәжбүри сара, тиҙәр...

31 мартта ҡала хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаттарының һигеҙенсе сессияһы уҙҙы. Барлығы 12 һорау ҡаралды.

31 мартта ҡала хакимиәтендә бишенсе саҡырылыш ҡала Советы депутаттарының һигеҙенсе сессияһы уҙҙы. Барлығы 12 һорау ҡаралды.
Иң төп һорауҙарҙың береһе “Трамвай идаралығы” предприятиеһы күрһәткән хеҙмәттәргә яңы тарифтар билдәләү булды.
- Трамвай ҡалала иң талап ителгән йәмәғәт транспорт төрө булып ҡала. 2019 йылдан алып трамвайҙа пассажирҙар 2018 йылдағы Совет ҡарары менән билдәләнгән тариф буйынса йөрөй. 2021 йылда яҡынса 36 млн һум килем алынырға тейеш. Әммә әлеге юл хаҡынан алынған табыш һәм 70 млн һумлыҡ субсидия 122 млн һумлыҡ сығымды тулыһынса ҡапламай. Хаҡты күтәреү - мәжбүри сара, был 3,5 млн һум күләмендә өҫтәмә килем алырға мөмкинлек бирәсәк. Энергия сығанаҡтарына, электр һәм йылылыҡ энергияһына хаҡтар артыу ҙа быға сәбәпсе булып тора, - ти ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Тимур Хафизов.
Хәҙер трамвайҙа йөрөү 25 һумға төшәсәк. Лимитһыҙ карта буйынса хаҡ 20 һум 60 тин ҡаласаҡ. Студенттар һәм уҡыусылар өсөн 15 һум 9 тин, пенсионерҙар өсөн 12 һум 7 тин тәшкил итәсәк. Юл йөрөү картаһы өсөн хаҡ 200 һумға ҡиммәтләнә.
Читайте нас: