газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2021, 14:04

Атай-әсәй берҙәм булһа, балалары күркәм була!

Уҙған аҙна “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә үткән ҡала ата-әсәләр форумы тап шулай тип аталды. Уны ҡаланың мәғариф идаралығы Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, ата-әсәләр комиссияһы менән берлектә ойошторҙо. Форумдың эшендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшлекле әңгәмә ҡоролдо, борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр, тәҡдимдәр индерелде.

Уҙған аҙна “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә үткән ҡала ата-әсәләр форумы тап шулай тип аталды. Уны ҡаланың мәғариф идаралығы Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, ата-әсәләр комиссияһы менән берлектә ойошторҙо. Форумдың эшендә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшлекле әңгәмә ҡоролдо, борсоған һорауҙарға яуаптар эҙләнеләр, тәҡдимдәр индерелде.
Сараның төп маҡсаты аңлашыла - башҡорт телен пропагандалау, уның юғалыуына юл ҡуймау.
- Туған тел - ул ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған һәм беҙ киләсәк быуынға тапшырырға тейешле рухи ҡомартҡы. Форум балаларын үҙ телендә уҡытыу яҡлы булған ата-әсәләрҙе берләштереү, башҡалар араһында аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында ойошторолдо ла инде. Һәр беребеҙ тел мәсьәләһенә битараф булмаһа, ҙур маҡсаттарға ирешеп, күпме эштәр башҡарырға була бит. Мәктәптәрҙә телде һайлау хоҡуғы бирелгәс, күптәр хафаға төштө. Шуны әйтер инем, бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй, үҙебеҙ башҡорт булғас, балаларыбыҙҙы ла милли рухта тәрбиәләргә тейешбеҙ, - тине Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестованың сығышында ҡалала башҡорт телен уҡытыу нисек ойошторолоуы яңғыраны. Башҡорт телен үҫтереү буйынса башҡарылған эштәр һәм алдағы көндәргә билдәләнгән пландар хаҡында мәғлүмәттәр яңғыраны. Уның ҡала хакимиәте вәкилдәренең эшлекле башҡорт телен өйрәнә башлауы тураһында хәбәр итеүен залдағылар алҡышлап хупланы.
Форумға Өфө, Стәрлетамаҡ ҡала-ларынан да мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылғайны. Бөтә донъя башҡорт-тары ҡоролтайы конгресы аппара-тының баш белгесе Гөлназ Һөйәрғолова телде уҡытыу туранан-тура милли мәғариф менән бәйле тип билдәләне.- Бөгөн иң борсоған проблемаларҙың береһе - тел. Әлбиттә, телгә һөйөү ғаиләнән башлана. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа милләтенең киләсәгенә битараф булмаған ғаиләләр арта бара. Әммә баланың теле тулы кимәлдә үҫешһен өсөн ул мәктәптәрҙә лә төплө өйрәнелергә тейеш, йәки туған телде һаҡлау һәм үҫтереү туранан-тура милли мәғариф менән бәйле. Шуға ла башҡорт милли мәғарифы проблемалары һәр ваҡыт бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иғтибар үҙәгендә. Беҙ башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, милли мәҙәниәтте, илһөйәрлек ҡиммәттәрен пропагандалау, үҫеп килеүсе быуынды рухи-әхлаҡи тәрбиәләү буйынса Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә әүҙем эш алып барабыҙ, - тине Гөлназ Ғаяр ҡыҙы.
Ул шулай уҡ телде үҫте-реүгә күп көс һалған милләт-тәштәребеҙгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илешеваның сығышы ла бик фәһемле булды.
- Хәҙер күптәр йәшәү урыны тип ҡаланы һайлай. Ә ҡала мөхитендә телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Ата-әсәләр балалары менән ғаиләһендә үҙ телендә аралашһын ине. Шул саҡта ғына улар араһында туғанлыҡ ептәре нығый. Мәҙәниәтебеҙҙе лә юғары кимәлдә пропагандалай алабыҙ бит. Әйтәйек, йолаға әйләнгән “Һылыуҡай” конкурсын ниңә “Зөләйха” тип атамаҫҡа, йәки уҡсылар араһында “Һауаларға уҡ сойорғоттом” тигән турнир ойоштормаҫҡа? “Салауат батыр” йәки “Шәғәле Шаҡман” тигән милли көрәш клубтары булдырылғанда ла батырҙарыбыҙҙы күберәк, нығыраҡ белерҙәр ине, - тине Рәйсә Хәким ҡыҙы.
Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Эльвира Байназарова кескәй ваҡыттан уҡ бала күңеленә башҡортлоҡ тойғоһон һалыу, тел ҡәҙерен белергә өйрәтеү мотлаҡ тип иҫәпләй. Ул шулай уҡ Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғоловты һәм “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаевты ирмен тигән ир-егет тип атаны, уларҙың эшенә юғары баһа бирҙе, ата-әсәләрҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы, беҙ башҡорттар булғанбыҙ, барбыҙ һәм буласаҡбыҙ, тине ғорурланып.
Форум аҙағында резолюция ла ҡабул ителде. Уның менән Фәнүр Байрамғолов таныштырҙы:
- Салауатта әүҙем ата-әсәйҙәр бихисап, күптәре завод-предприятиеларҙа эшләй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар милләт яҙмышына, тел мәсьәләһенә битараф түгел, төрлө тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итәләр. Ундайҙарға афарин, тип әйтергә генә ҡала. Башҡалар ҙа әүҙемерәк булып, беҙҙең сафты тулыландырһын ине. Ниндәйҙер һорау борсоғанда ла, комисиссияға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Киләсәктә ҡалала телде уҡытыу шарттарын яҡшыртыу, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ аҙнаһына кәмендә өс сәғәткә тиклем арттырыу, һәр бер балалар баҡсаһында башҡорт төркөмдәре булдырыу, башҡорт балалар баҡсаһын асыу, элекке 3-сө һанлы башҡорт лицейына ремонт яһап, башҡорт мәктәбен асыу кеүегерәк ниәттәр ҡуйылған. “Аҡбуҙат” ойошмаһының бала-ларҙы йыр-бейеүгә өйрәтеүсе “Өләсәйҙәр һандығы” түңәрәге уңышлы эшләп килә. Балаларығыҙ туған телдә йырларға, бейергә өйрәнһен тиһәгеҙ, килегеҙ, ылығығыҙ, көтөп ҡалабыҙ, - тине Фәнүр Раил улы.
Балалары туған башҡорт телендә аралашһын өсөн күп көс һалған татыу, берҙәм, эшсән ғаиләләргә рәхмәт хаттары тапшырылды.
2-се кадет мәктәбе уҡыу-сыһы Нурислам Шәһиевтың “Урал батыр” эпосын һөйләүе, 53-сө балалар баҡсаһы тәр-биәләнеүселәренең “Салауат батыр” йырын йырлауы, 25-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, республика ки-мәлендә йәштәр араһында уҙғарылған “Поэтик һәм прозаик әҫәрҙәрҙе художестволы уҡыу оҫталығы” конкурсы еңеүсеһе Алина Сәмиғолованың оҫта итеп шиғыр һөйләүе, сәнғәт үҙәге тәрбиәләнеүселәренең “Күбәләк” бейеүе сараға тағы ла йәм өҫтәне.
Мәҙәни-ял үҙәгенең фо-йеһында ҡаланың белем биреү учреждениелары тарафынан ойошторолған күргәҙмәлә башҡорт халҡының мәҙәниәте, сәнғәте, милли йолалары асыҡ сағылдырылғайны. Ул форумда ҡатнашыусыларҙың барыһының да күңеленә хуш килде.
10-сы балалар баҡсаһы коллективы балаларға баш-ҡорт телендә белем биреү йәһәтенән маҡсатлы эш алып бара:
- Беҙҙең балалар баҡсаһында ике башҡорт төркөмө эшләй. Кескәйҙәрҙе башҡорт телендә һөйләшергә өйрәтәбеҙ, дәрестәрҙе тәржемә менән алып барабыҙ. Шулай иткәндә тема яҡшыраҡ, еңелерәк үҙләштерелә. Фольклор байрамдары гөрләп уҙа, балалар баҡсаһының тәрбиәселәре менән ойошторған музейҙа башҡорт халҡының бөтә мөхите күрһәтелгән. Ата-әсәләр һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Бөгөн, милли кейемдәрҙән тыш, “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтенән дә композициялар алып килдек. Күреүегеҙсә, умарталарға тиклем ҡуйылған, тирмәбеҙҙе лә ҡалдырманыҡ, - ти әҙерлек төркөмө тәрбиәсеһе Рәсилә Хәсәнова.
36-сы балалар баҡсаһы коллективы күргәҙмәһендә, башлыса, ҡул эштәре ҡуйылғайны:
- Беҙ бөгөн башҡорт халҡы-ның ғөрөф-ғәҙәттәрен, тормош-көнкүрешен сағылдырырға тырыштыҡ. Түшелдерек, сел-тәр-ҡашмауҙар, биҙәүестәр барлыҡ тәрбиәселәр көсө менән эшләнде. Ата-әсәләр ҙә ярҙамынан ҡалдырмай, - ти тәрбиәсе Юлиә Насирова.
Шулай уҡ күптәр ырыу ағасы - Шәжәрә лә төҙөгәйне. 22-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наилә Вәлиева атаһы яғынан Ноғомановтарҙың шәжәрәһен улы Байрас менән бергә эшләгән:
- Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ тигән кеүек, үҙ шәжәрәңде белмәү киләсәк быуын алдындағы ҙур хата. Шуны аңлап, шәжәрә байрамдары башланғас, үҙемдә ҡыҙыҡһыныу, патриотик тойғо артты, сәмләнеп эшкә тотондом, улымды ла йәлеп иттем. Был эштә тарихты яҡшы белгән Ауырғазы районының Мораҙым ауылы мәктәбе директоры Ғәлимйән ағай ныҡ ярҙам итте. Ауылға ҡайтһам, уға кермәй китмәй инем. Ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе мәктәп музейынан алдым, атайым да изге эшкә ҙур өлөш индерҙе. Ноғомановтарҙың шәжәрәһе фатирыбыҙҙың иң түренән урын алған. Туғандар килһә, ентекләп ҡарайҙар, һорашалар. Улым менән ҡыҙым ун беренсе быуын булып тора, - ти Наилә Тимерхан ҡыҙы.

Читайте нас: