Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 11:02

Был донъяның матурлығын үҙ күҙҙәрең менән күрергә ине...

Ошо турала хыяллана 1-се төркөм инвалиды Розалия Фәйзуллина.

Розалия шәкәр диабеты менән ете йәшенән алып интегә, шул ваҡыттан бирле инвалидлыҡта. Әммә ул яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, тулы ҡеүәтле тормош менән йәшәгән, эшләгән, ғаилә ҡорған, ҡыҙы Алинаға ғүмер бүләк иткән, хатта заманында үҙ бизнесы ла булған. Ни өсөн үткән заманда әйтелгәнме? Сөнки 5-6 йыл элек ҡатындың тормошо ҡырҡа боролош ала: бөйөрҙәре эшләмәй башлай, күреү һәләте насарая, инсульт кисерә, шешкә операция яһата. Бәхеткә, ул яман шеш булмай сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөйөр сирен табиптар бик һуң асыҡлай. Шәкәр диабеты был мөһим органды зарарлаған. Ҡатын даими гемодиализға йөрөргә мәжбүр. Бөйөрҙәрҙең эшләү һәләтен юғалтыуы эҙһеҙ үтмәй - Розалия һуҡырая. Өс тапҡыр операция яһата, әммә һөҙөмтәһеҙ. Хәҙер ул донъя матурлығын күреүҙән тулыһынса мәхрүм, 1-се төркөм инвалидлығы бирәләр. Уны ире, 13 йәшлек ҡыҙы, туғандары ҡарай. Күреү һәләтен тергеҙеү өсөн күҙҙәге селтәрле шекәрәне алыштырырға кәрәк. Бындай операцияларҙы бары Израилдә генә яһайҙар. Шәкәр диабеты сире булыу сәбәпле, күп кенә клиникалар операция яһауҙан баш тарта. Израилдәге операция - Розалияның берҙән-бер өмөтө. Улар клиника менән бәйләнешкә сыҡҡан да инде, документтар ебәрелгән. Табиптар консилиум йыйып, ҡатынға күреү һәләтен ҡайтарып ҡарарға әҙер. Тик... аҡса ғына ебәрергә кәрәк. Ә сумма ҙур - 6 миллион һум. Бындай аҡсаны үҙ аллы йыйырға ғаиләнең хәленән килмәй. Яҡындарының ғына таянысы етмәй, улар битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Изгелек донъяны ҡотҡарыр, тиҙәр. Инвалидлыҡ буйынса аҙ ғына пенсия нимәгә генә етһен инде. Дарыуҙарға, тикшереүҙәргә күпме аҡса китеүен бары үҙҙәре генә белә.
Розалия - көслө рухлы ҡатын, төшөнкөлөккә бирелмәй, барыһы ла яҡшы булырына өмөтөн өҙмәй, хыялдарының тормошҡа ашырына ышанып йәшәй:
- Бәлки, элекке кеүек күрмәҫмен дә. Әммә ҡояш нурын, кешеләрҙең һындарын тоя алһам да, бәхетле булыр инем, - ти ул.
Шулай уҡ был ҡатынға бөйөр күсереп ултырыу ҙа кәрәк. Тик, уның үҙе әйтеүенсе, был - икенсе пландағы мәсьәлә. Күҙҙәрем күрһә, гемодиализға үҙем дә йөрөр инем. Әле иң мөһиме, күреү һәләтен тергеҙеү, ти ул.
Кемдәрҙе ошо ҡатындың яҙмышы тетрәндерҙе түбәндәге телефон буйынса Розалия менән бәйләнешкә сығып, уға ярҙам итә алаһығыҙ: 8-917-37-29-497. Тамсынан күл йыйыла.
Читайте нас: