газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Март 2021, 09:45

Айда, әйҙә дуҫлашайыҡ!

Тыуған ауыл, дөрөҫөрәге, атай йорто мине гел үҙенә тартып тора. Ата-әсәйем баҡыйлыҡҡа күсһә лә, тыуған йорт тупһаһын һыуытмайбыҙ.

Иң онотолмаҫ, ҡәҙерле, ғәмһеҙ ваҡыттар атай йортондалыр ул. Күмәкләшеп уйнаған бала саҡ, мәктәп йылдары, таңдар атҡансы киске уйындар, Ағиҙелдә боҙ китеүен оҙатыу... Уйлап ҡараһаң, ниндәй тулы тормош менән йәшәгәнбеҙ. Әле лә ауыл йәнле тормош алып бара - матур-матур йорттар һалына, яңы урамдар барлыҡҡа килә, юлдар төҙөкләндерелә, ҡарҙан таҙартылып тора, элекке кеүек ҡарҙа ат йөҙҙө-рөп йөрөмәйҙәр. Тормош-көнкүреш барыһы ла заманса. Түбәндә бәйән ителәсәк хәл дә тыуған ауылыма бәйле.
Былтыр февраль урталары ауылға ҡайттым. Хаҡлы ялға сығып әсәһен ҡарарға ауылға ҡайтҡан класташым, ғүмер буйы бергә ҡатышып йәшәгән иптәш ҡыҙымды күреп китәйем тип, урам буйлап киләм. Елһеҙ генә көн, ары-бире ҡар бөртөктәре төшә. Таҙартылған юлдың ҡары ҡаты ғына, шығыр-шығыр атлауы күңелле, шул тиклем тыныс. Бер мәл оҙон урамдың осонда эт өйөрө күренде. Үткән йылғы хәл иҫемә төшөп көлөмһөрәп киләм, ярай әле эттәр йыраҡ, тим. Үткән йыл да ошолай иптәш ҡыҙыма барырға сыҡҡайным. Март башы. Ҙур урамға төшмәй генә картуф баҡсаһы аша әсәйемдәрҙең ҡатышып йәшәгән апайҙың урамынан тура сыҡтым да ниңәлер ялан яғына боролоп ҡараным. Ҡараһам, миңә табан быҙау ҙурлыҡ, һалпы ҡолаҡлы эт саба. Мин ҡурҡып туҡтап ҡалдым, ә эт тиҙлеген тағы арттырҙы. Хужабикәһе: “Айда, стоять!” - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Эт ишетергә лә теләмәне. Бар көсөмә йүгереп кире урамға индем дә тупһаға менеп баҫтым. Эт урамға сабып килеп кергәс, соланға уҡ индем. Оло кешене хафаға һалып шаҡтор-шоҡтор йөрөп булмай бит инде, өйгә инеп хәл белешеп һөйләшеп ултырҙым. Әле лә, уйлаған алға килә, тигәндәй, теге эт эттәр өйөрөнән айырылып юлға төштө, миңә ҡаршы килә торғас, яйлап-яйлап тиҙлеген арттыра башланы. Кәүҙәһен дуғаландырып, һунарға әҙерләнгәндәй килә был. Әлдә аралар йыраҡ. Ни булһа ла булыр, тинем дә, килгән юлдан боролоп, бөтә көсөмдө йыйып юл буйлап йүгерҙем. Йәш тә арыу, иҫкерә төшкән мутон туным да ауыр икән. Ишетелгән мотор тауышынан күңелгә йылы йүгерҙе. Боролманан газик машинаһы күренде. Ике яҡтан да тиҙлек шәп, ара тиҙ яҡынайҙы. Миңә етәрәк машина туҡтаны. Ишеге асылып киткәс, йылдам ғына инеп ултырҙым. Ергән ҡасабаһынан яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе эшселәр икән. Көлөшәләр. Урта йәштәрҙәге ир-егет: “Молодец, шәп йүгерәһең”, - ти. Йәшерәктәре, машинаны абайлап өргән эткә ҡарап: “Көслө эт”, - тинеләр. Мине иптәш ҡыҙымдың ҡапҡа төбөнә тиклем ултыртып алып килделәр. Рәхмәттәр әйтеп, иҫән-имен йөрөүҙәрен теләп төшөп ҡалдым.
Әйтеүҙәренә ҡарағанда, Айда бер кешене лә тешләмәгән. Хужабикәһе, ҡасмаһаң, баҫтырмай ул, - ти икән. Аҙ ғына көндәр йылынһын да тағы ошо урамдарҙан үтергә ниәт ҡорам. Таныш кинологҡа шылтыратып, ошо хәлдәрҙе һөйләнем. Урамға эттең хужабикәһенең атаһы, беҙҙең яратҡан, хөрмәтле уҡытыусыбыҙ Ғәбит Ғүмәровтың исеме бирелгән, әллә шуға мине ятһынып урамды һаҡлаймы икән, тип һорайым. Танышым, эттәрҙең күңелен түгел, кеше күңелен аңлап булмай әле, Айда исемле эт менән осрашмауың хәйерлерәк булыр, тип кәңәш бирҙе.
Ә мин итле һөйәк тотоп барырға ла, юлыма сыҡһа:
- Айда, әйҙә дуҫлашайыҡ! - тип әйтергә уйлайым.
Гөлнара СӘЙФЕТДИНОВА.
Читайте нас: