газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2021, 08:55

Ҡалалағы тәртип һәм уңайлылыҡ улар иңендә

21 мартта көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Беҙҙең ҡала өсөн икеләтә байрам, сөнки Салауат торлаҡ-коммуналь хужалығына 60 йыл тула. Ошо йылдар эсендә был тармаҡ етди үҫеш юлын үткән, әллә күпме яңы технологиялар үҙләштерелгән, бихисап бурыстар хәл ителгән, иң мөһиме барыһы ла ҡала халҡының уңайлы тормош шарттары өсөн эшләнелгән.

Был тармаҡ хеҙмәткәрҙә-ренә етди эш йөкмәтелгән - беҙҙең фатирҙарҙа, йорттарҙа, ихаталарҙа һәм урамдарыбыҙҙа йәм һәм уңайлыҡтар булдырыу. Улар-ҙың ошо бурыстарҙы ни тиклем профессионал кимәлдә атҡарыуына ҡаланың төҙөк булыуы ла бәйле.
Хакимиәттең ҡала ху-жалығы идаралығы, торлаҡ-коммуналь идаралыҡтары, идара итеүсе компаниялар һәм муниципаль предприя-тиеларҙың берҙәм эш-мәкәрлеге һәр ваҡытта халыҡ ихтыяждарын ҡәнәғәт-ләндереүгә йүнәлтелгән һәм уларҙың эшендә ниндәйҙер етешһеҙлектәргә юл ҡуйылырға тейеш түгел, сөнки улар салауаттарҙың йорттарында йылы, яҡты булһын, таҙа һыу ағып торһон кеүек көндәлек тормоштарына бәйле бурыстарҙы үтәй. Йәшәү шарттарында өҙөклөктәр килеп тыумаһын өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренән ҙур яуап-лылыҡ талап ителә.
60 йыллыҡ юбилейҙары уңайынан ҡала халҡы исеме-нән беҙҙең тормошобоҙҙо уңайлыраҡ, йәмлерәк итеү өсөн көн һайын тырышып эшләгән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә.
Быйыл “Салауат һыу каналы” ла үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Пред-приятие эсәр һәм хужалыҡ өсөн кәрәкле һыу менән Салауатты ғына түгел, шулай уҡ уға яҡын Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларын һәм 6 ҡасабаны ла тәьмин итә.
Ҡулланыусыларға тәүле-генә 100 мең м3 һыу еткерелә, 65 мең м3 тотонолған һыу ағыҙыла. Предприятие балансында һыу алыу сква-жиналары комплексы һәм 500 километрҙан ашыу һыу үткәргес һәм канализация торбалары иҫәпләнә. “Салауат һыу каналы” республикала һыу менән тәьмин итеү буйынса эре ойошмаларҙың береһе булып тора.
Үҙҙәренең юбилейын предприятие яңы техноло-гияларҙы файҙаланыуға ин-дереп, ышаныслы үҫеш юлы менән ҡаршылай.
- Быйыл пилот проекты булараҡ “СТРИЖ” һыуҙы иҫәпләүҙең автоматлаш-тырылған системаһы ин-дерелә. Ул абоненттарҙа ҡуйылған һыуҙы иҫәпләүсе приборҙарҙың мәғлүмәттәрен дистанцион рәүештә йыйырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ ГИС «ИнГео» программа тәьминәте нигеҙендә һыу менән тәьмин итеү һәм ағыҙыу селтәрҙәренең электрон карта-схемаһы булдырылды, - тип эш барышы менән таныштыра “Салауат һыу каналы” предприятиеһы директоры Александр Иванов.
Ә ҡаланың таҙа һәм тәртип-тә булыуы “Флора” муниципаль бюджет учреждениеһының 77 хеҙмәткәре ҡулында. Ойошмаға 8 йәмәғәт территорияһы беркетелгән: Ленин урамындағы аллея, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы артындағы парк, үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркы, “Октябрь” кинотеатры артындағы сквер, Фурманов урамындағы парк, ҡала дауаханаһы янындағы аллея, Ағиҙелы йылғаһы буйы һәм башҡалар.
- Беҙҙең төп бурыс - ҡала биләмәләрен йәйге һәм ҡышҡы осорҙа хеҙмәтләнде-реү. Был эштәргә аллеяларҙы ҡарҙан, ағас япраҡтарынан, сүп-сарҙан таҙартыу, парк-тарҙы һәм скверҙарҙы йәшелләндереү, сәскәләр ултыртыу, үләнде сабыу һәм ҡыуаҡтарҙы ҡырҡыу инә. “Флора” хеҙмәткәрҙәре ҡала матур, таҙа һәм йәшел булһын өсөн бик тырыша. Яҡын киләсәктә питомникты, теплицаны тергеҙеү һәм йылдар дауамында юғалып ҡалған “Салауат - Башҡор-тостандың иң йәшел ҡалаһы” тигән исемен яңынан ҡай-тарыу теләге бар, - тип пландары менән бүлешә предприятие директоры Альберт Фәйзуллин.
Былтыр “Флора” Остров-ский урамындағы һәм Ленин урамындағы аллея-ларҙағы сәскәлектәре менән салауаттарҙы һоҡлан-дырғайны. Быйылғы миҙгелдә лә ойошма ҡала өсөн яңылыҡтар индермәксе, был юҫыҡта бер нисә ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға йыйына.
Читайте нас: