газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2021, 10:58

Ҡояш нурҙары тулған байрам

Был байрам яҙ, мөхәббәт һәм матурлыҡ билдәһе. Ул һәр кемдең йөрәгендә әсәйҙәргә, яратҡан кешегә ҡарата мөхәббәт һәм ихтирам менән бәйле. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө - яҙғы ҡояш нурҙары менән тулған, гүзәл заттарҙың яғымлы йылмайыуы менән яҡтыртылған көн ул.

Күптән килгән традиция буйынса, был көндө беҙҙең илдә мәхәббәт, игелек, әсәләргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата тәрән ихтирам хистәре тантана итә. Милләтенә, диненә, йәшенә, социаль хәленә ҡарамаҫтан, бар гүзәл заттарға дан йырлана һәм ҡәҙер-хөрмәт күрһәтелә. “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә ойошторолған байрам да йәмғиәтебеҙҙең иң һылыу, сибәр, яғымлы, изгелекле вәкилдәренә арналды. Тантанала төрлө өлкәлә лайыҡлы хеҙмәт итеүсе гүзәл заттар – табиптар, уҡытыусылар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһе вәкилдәре, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмә-кәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
- Беҙ бер ваҡытта ла һеҙҙең үҙ иңегеҙҙә ҙур яуаплылыҡ һәм йөк алып бара алыуығыҙға һоҡланып туя алмайбыҙ. Һеҙ карьера баҫҡысынан да үрләйһегеҙ, өй эштәрен дә алып бараһығыҙ, үҙегеҙ булған һәр ерҙә йәм тыуҙыраһығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта һылыу, матур булып ҡала беләһегеҙ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнгән көндө һеҙгә бәхет, һаулыҡ, ғаиләгеҙгә именлек, күңелегеҙҙә һәр ваҡыт яҙ булыуын теләйем, - тип ихлас ҡотланы гүзәл заттарҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабрахманов.
Үҙҙәренә генә хас сифаттар арҡаһында төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Улар өсөн әҙерләнгән сағыу байрам концерты күтәренке кәйеф бүләк итте.
Читайте нас: