газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2021, 11:04

"Илем, телем һаҡсыһы - атайым!"

Быйылғы йыл республикабыҙҙа Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде. Шул айҡанлы ҡалала күп кенә саралар үткәрелә башланы.

Салауат ҡалаһы ата-әсәләр комиссияһы ла ситтә ҡатлманы. Улар Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап “Аҡбуҙат” ойошмаһы менән берлектә “Илем, телем һаҡсыһы - атайым!” тигән шиғырҙар бәйгеһе уҙғарҙы. Кескәйҙәр шиғыр юлдары аша ҡәҙерле атайҙарына булған һөйөү, һоҡланыу хистәрен еткерҙе. Бәйгелә 2 йәштән алып 7-се класс уҡыусыларына тиклемге 56 бала ҡатнашты.
Жюри ағзалары балалар-ҙың һәләтен ғәҙел баһаланы. Еңеүселәргә дипломдар, бүләктәр тапшырылды.
- Бындай сараларҙы үткәреү мөһим. Улар кескәйҙәрҙә Тыуған илгә һөйөү, ғәзиз кешеләре - атайҙарына ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо, ихтирам тәрбиәләй. Балаларҙың сығыштарына ҡарап, уларҙың шиғырҙарҙы ихлас күңелдән һөйләүен аңлап була ине. Форсаттан файҙаланып, конкурсты ойошторорға ярҙам иткән-дәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Артабан да шулай бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ милләттәштәр, - ти ата-әсәләр комиссияһы рәйесе урынбаҫары Әлфиә Әбүбәкерова.
Сараның һөҙөмтәле үтеүен 25-се башҡорт гимназия-һының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмөхәмәтова ла билдәләп үтте:
- Атайҙарға арналған шиғыр бәйгеһе бик матур үтте, балаларҙың тырышып башҡорт телендә шиғыр ятлауҙарына "афарин" тип кенә әйтергә ҡала. Уларҙы конкурсҡа әҙерләүсе етәксе-ләре лә маҡтауға лайыҡ. Был сара атайҙарҙың йәмғиәттәге абруйын юғарыраҡ күтәрергә булышлыҡ итер. Ойоштороу-сыларға ҙур рәхмәт, - тине Гөлшат Зиннур ҡыҙы.
Үҙенең уҡыусыһы Алһыу Туҡтамышеваның еңеүселәр исемлегендә булыуы уҡы-тыусы өсөн икеләтә шатлыҡ. Ҡыҙ Рәми Ғариповтың “Ян-дырылған хаттар” поэмаһынан өҙөк уҡыны:
- Башҡорт әҙәбиәте бик оҡшай. Айырыуса Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре күңелгә яҡын. Был поэманы шағир һуғышта батырҙарса һәләк булған атаһына арнаған. Ул һуғыш ваҡытында атаһының Салауат районынан алыҫ түгел Кропачево станцияһы аша үтеүен, ләкин ғаиләһе менән күрешә алмауын бәйән итә. Был әҫәр мине бик тетрән-дерҙе һәм шуға унан өҙөктә ятларға булдым, - ти Алһыу.
Сараны йөрәккә үтерлек шиғырҙары менән Салауат ҡалаһы башҡорт дәүләт драма театры актеры Ринат Ибәтуллин, Салауат ҡалаһы музыка колледжының “Ҡурай” бүлеге уҡытыусыһы, ҡурайсы Булат Булгаков моңло ҡурай моңдары менән йәмләне.
Читайте нас: