газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2021, 11:03

Ҡатын-ҡыҙҙы биҙәй сафлыҡ

5-се филиал-сәнғәт китапханаһында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам кисәһе уҙҙы.

Ул ҡаланың инвалидтар ойошмаһы, “Беҙ - оптимистар” клубы ағзалары өсөн ойошторолдо. Тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгәйне: уйындар, викториналар, музыкаль күстәнәс тә булды.
Сәнғәт китапханаһы 30 йыллап инде Светлана Хәлитова етәкләгән ҡаланың инвалидтар ойошмаһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Был ҡатындың йөрәк йылыһы, изгелеге барыһына ла етә. Байрамда ул гүзәл заттарҙы тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Федор Тиунов та ҡотлау сәләмдәрен юлланы. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Диана Серованың, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары Михаил Гусятниковтың һәм Артур Ғәлимовтың ҡотлауҙары һәм бүләктәре гүзәл ханымдар өсөн көтөлмәгән сюрприз булды.
Йырсы Руфина Фәхретдинованың, 19-сы мәктәп нигеҙендәге сәнғәт үҙәге тәрбиәләнеүселәренең сығыштары байрамға тағы ла йәм өҫтәп, кәйефтәрҙе күтәрҙе.
Гөлнара САФАРОВА,
5-се филиал-сәнғәт китапханаһы мөдире.
Читайте нас: