Әйтәйек, уҙған йома ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов йәш табиптарға аҡсалата сертификаттар һәм фатир асҡыстары тапшырҙы. 1 млн һумлыҡ сертификатҡа участка табип-терапевы Руфина Әмирова, табип-педиатрҙар Регина Ғәзизова, Әлиә Садиҡова, Полина Страутина эйә булды. Табип-эпидемиолог Фәнүз Карюков менән табип-отоларинголг Ирек Арыҫланов фатир асҡыстары алды.
- Эш аҙнаһын ошондай ҡыуаныслы ваҡиға менән тамамлау икеләтә ҡыуаныслы. Беҙ ҡалаға табиптарҙы, медицина хеҙмәткәрҙәрен, айырыуса юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. Киҫкен мәсьәләне хәл итеүҙә ҡалаға нигеҙ һалыусы “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһының ярҙам итеүе лә шатландыра. Беҙҙә оҙаҡҡа төпләнегеҙ, эшегеҙҙе яратығыҙ, пациенттарҙан тик йылы һүҙҙәр генә ишетергә яҙһын, - тине Игорь Геннадьевич.
Руфина Әмирова 1-се ҡала дауах-анаһында участка табип-терапевы булып 2019 йылдан алып эшләй.
- Үҙем Салауатта тыуып үҫкәнмен. Ырымбур медицина университетын тамамланым. Салауатта табиптар етешмәүен дә, йәш белгестәргә льготалар бирелеүен дә ишетеп белә инем. Шуға тыуған ҡалама эшкә ҡайтырға ҡарар иттем. Минең фекеремсә, бындай суммаға сертификат бик шәп дәртләндереү сараһы булып тора. Быға тиклем ата-әсәйем менән йәшәй инем, хәҙер был аҡсаға үҙ мөйөшөмдө булдырырға хыялланам. Ҡаламды, эшемде яратыуым менән бәхетлемен һәм шатмын. Пациенттарымдың һәр береһе менән танышмын тиерлек. Уларҙы тыңлай белергә кәрәк. Был - табиптың төп сифаты. Айырыуса оло йәштәгеләр һөйләшеүгә, аралашыуға мохтаж. Киләсәктә лә тыуған ҡаламдан айырылырға уйым юҡ, - ти йәш белгес.
Тыумышы менән Ауырғазы районынан булған Фәнүз Карюковҡа ул көндө фатир асҡысы алыу бәхете йылмайҙы.
- Эш урынынан фатир биреүҙәре тураһында яҡындарыма, таныштарыма әйткәс, улар ышанманы. Әлеге заманда был мөмкинме ни, тинеләр. Мөмкин икән шул. Иҫ киткес ярҙамдары өсөн ҡала хакимиәтенә, дауахана етәкселегенә, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһына сикһеҙ рәхмәтлемен. Салауат ҡалаһы, уның кешеләре миңә бик оҡшай. Ҡайҙалыр икенсе ергә эшкә китеү уйыма ингәне лә юҡ. Ҡалала йоғошло ауырыуҙар таралмаһын өсөн артабан да тырышып хеҙмәт итергә әҙермен, - тине Фәнүз Вәли улы.
Ҡала дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров та рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
- Йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү буйынса ҡала хакимиәте һәм ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие булдырған программа ярҙамында киләсәктә кадрҙар ҡытлығы проблемаһы юҡҡа сығырына һәм табиптарҙың ҡала именлеге хаҡына тырышып эшләрҙәренә ышанабыҙ, - тине Илшат Иншар улы.