- Төп сәбәптәрҙең береһе булып дизель яғыулығына хаҡ артыу тора. Һуңғы биш йыл эсендә яғыулыҡ хаҡы 40 процентҡа тиклем күтәрелгән. Шул уҡ ваҡытта юлға ҡулаҡса менән иҫәпләшеү 2016 йылдан бирле 25 һум. Автобуста йөрөү хаҡын 2 һумға күтәреү, заправкаға, ремонт эштәре үткәреүгә, яңы транспорт һатып алыуға ярҙам буласаҡ. Хаҡ артыу ҡулаҡса менән йә иһә банк картаһы менән түләгәндәргә генә ҡағыла. «Алға» картаһы менән файҙаланыусылар өсөн хаҡ үҙгәрмәй.
Шулай итеп, 1-се, 3-сө һәм 7-се ҡала маршрутында тарифтар түбәндәгесә:
- ҡулаҡса һәм банк карталары буйынса - 27 һум;
- «Алға» транспорт картаһы буйынса - 20 һум;
- льготалы категория граждандары өсөн берҙәм социаль йөрөү хаҡы элеккесә ҡала - 600 һум.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алға» транспорт картаһын ҡулланыу, беренсенән, юлға түләү процессын күпкә ябайлаштыра, икенсенән, килемдең бер өлөшөн үҙендә ҡалдырыуҙы хуп күргән намыҫһыҙ водителдәрҙе һәм кондукторҙарҙы контролдә тоторға мөмкинлек бирә, өсөнсөнән, пандемия хәлен күҙ уңында тотҡанда, карта менән иҫәпләшеү хәүефһеҙерәк.
Бер маршрутта ла транспорт карталарын ҡабул итеүҙән баш тартырға тейеш түгелдәр, тип билдәләй Евгений Степанов. Әгәр ҙә пассажир ошондай хәл менән осрашһа, «Башавтотранс»тың «ҡыҙыу линия»һына йәки автовокзалдың диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә ала.
«Алға» транспорт картаһын «Башавтотранс» автобустарында, автовокзал кассаһында, Һаҡлыҡ банкы, Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә һатып алырға мөмкин. Карта хаҡы — 50 һум.