“Афғанстан ветерандары-ның Рәсәй союзы” Салауат ҡалаһы бүлексәһе рәйесе М.М.Заһитбаев, Рәсәй геройы В.Трубанов исемендәге “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе В.А.Ямщиков, Афған-станда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Альберт Яппаров, Салауат ҡала Советы депутаты, “Дмитрий Донской” хәрби-патриотик клубы етәксеһе С.Н.Данилов кисәнең төп ҡунаҡтары булды.
Һуғыш тураһында тул-ҡынланыу менән һөйләне яугирҙәр. Тәүге бәрелештән һуң өйрәнеп китәһең. Һуңынан ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп, ысын дуҫлыҡ нимә икәнен аңлайһың, тине улар.
Әсәләр советы вәкил-дәре Н.В.Ельская һәм Г.С.Ниғ-мәтуллина хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған улдары тураһында хәтирәләр һөйләне.
Салауат ҡала Советы депутаты С.Н.Данилов яугир-ҙәрҙең батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдерҙе, йәш быуынға үрнәк булып тороуҙарын билдәләне.
Журналист Зәбир Исла-мовтың Афғанстанда, Чечен республикаһында һәм башҡа локаль конфликттарҙа һәләк булған Салауат егеттәре, шулай уҡ “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы объект-тары тураһындағы “Ун туғыҙ йәшлек геройҙар” тигән яңы китабының исем туйы ла үтте.
Китаптың башында “Мәңгелек ут” мемориал комплесында катерҙың урын-лаштырылыуы, һуңғараҡ зенит-артиллерия пушкаһы, Т-34 танкы, БТР-70 маши-наһының ҡуйылыуы һәм башҡа хәрби мәғлүмәт бирелгән. Йыйынтыҡтың артабанғы өлөшө Салауаттан ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткән егеттәргә бәйле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бөтәһе лә тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта алмай. Китапта уларҙың ҡыҫҡаса биографияһы, фотолары менән мәҡәләләр бирелгән. Китапты локаль бәрелештәр ваҡытында тере ҡалған Алексей Арбузов, Виктор Катанов тураһында очерктар тамамлай.
Сара аҙағында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” ойошмаһы вәкиле бүләктәр таратты. Виктор Ямщиков “Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 30 йыл” миҙалын Альберт Яппаровҡа тапшырҙы.