Унда ҡала хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәре, Афған һәм Чечня һуғышы, локаль конфликттар ветерандары, хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре, 2-се мәктәп кадеттары ҡатнашты. Сараны ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов асты һәм ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ул илебеҙҙе һаҡлаусы яугирҙәрҙе иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан итте.
Ҡала Советы депутаты Сергей Данилов та сығыш яһаны:
- 23 февраль - ысын ир-егеттәр байрамы. Үҙем Ҡаҙағстанда хеҙмәт иттем, старшина булып ҡайттым. Ә былтыр көҙөн улым Никитаны армиянан ҡаршы алдыҡ. Ул Ватан алдындағы изге бурысын Калининградта, Балтик флотында үтәне, Еңеү парадында ҡатнашты. Ватанды һаҡлаусылар көнө беҙҙең өсөн - ғаилә байрамы, - тине ул.
Ғариф Фәхретдинов, Афған һуғышында ҡатнашыусы:
- 23 февраль беҙҙең өсөн мөһим дата булып тора. Беҙ ысын һуғышта ҡатнаштыҡ, дуҫтарыбыҙҙы юғалттыҡ, хәрби бурысыбыҙҙы намыҫ менән башҡарҙыҡ, - ти афғансы.
Митинг тамамланғандан һуң, унда ҡатнашыусылар Мәңгелек утҡа һәм Афғанстанда, башҡа локаль хәрби конфликттарҙа һәләк булыусылар иҫтәлегенә асылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
Ә “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ҙур байрам концерты уҙҙы. Ул көндө ветерандарға, ил һаҡсыларына бик күп рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Һөнәри бурысын үтәп, көн һайын ҡала халҡының тыныс тормошон һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәрҙе алҡыштарға күмделәр, уларға Маҡтау грамоталар тапшырылды. Сәхнәлә ҡаланың иң шәп ижади коллективтары сығыш яһаны.