Салауат ҡалаһы буйынса көньяҡ-көнсығыш халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы директоры Константин Худяков кәңәшмә барышында 2020 йылдың коронавирус панде-мияһына бәйле көсөргәнешле булыуын билдәләне.
- 2020 йылдың ғинуарынан мартына тиклем ғәҙәти режимда эшләнек, 2019 йыл менән сағыштырғанда, эшһеҙлектең күбәйеүе һиҙелмәне. Ә марттан ул күпләтә арта башланы. Был халыҡтың тормош кимәлен төшөрмәү өсөн хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарҙар, мәҫәлән, эшһеҙлек буйынса пособиеның күтәрелеүе менән дә бәйлелер, тип уйлайым. 8 апрелдән финанс ярҙам күрһәтеү өсөн эшһеҙ ҡалған граждандарҙы теркәү тәртибе ҡабул ителде, уның буйынса беҙҙең бөтә эш ситтән тороп башҡарылды. Көн һайын 100-120 тирәһе, ҡайһы берҙә хатта 150 кеше мөрәжәғәт итте, - тип аңлатма бирҙе былтыр беҙҙең ҡалала эшһеҙлек кимәленең артыуына Константин Худяков.
Йыл дауамында эшһеҙлек кимәле 6 процентҡа тиклем етһә лә, Салауат ҡалаһы бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп, күрһәткес 2,7 процентҡа тиклем төшә, ә пандемияға тиклем ул 0,73 процент ҡына була. Мәшғүллек үҙәгенең төп бурыстары - граждандарға эш табыуҙа булышлыҡ итеү һәм пособие түләү, бынан тыш, үҙәк хеҙмәткрәҙәре иңенә төрлө программаларҙы ла тормошҡа ашырыу бурысы ята, барлығы 30 контроль күрһәткескә ирешеү талап ителә.
- Төп маҡсат ил президенты һәм республика етәксеһе менән билдәләнгән - хеҙмәт баҙарында пандемияға тиклемге күрһәткестәргә ҡайтыу. Был бурыс мотлаҡ башҡарылырға тейеш. Унда граждандарҙы ҡабаттан уҡытыу ҙа, уларҙың квалифи-кацияһын күтәреү ҙә, улар-ҙың һөнәр буйынса мөм-кинлектәрен киңәйтеү ҙә инә. 2020 йылда беҙ эшһеҙ ҡалған 267 кешене талап ителгән һөнәрҙәргә уҡыттыҡ. Уларҙың 70 проценты эшкә урынлашты, - тип билдәләй Константин Худяков. - Йәш белгестәргә стажировка уҙға-рыу программаһы эшләй, былтыр уҡыу йортон тамамла-ғандарҙы предприятие менән килешеү төҙөп ваҡытлыса эшкә урынлаштырабыҙ һәм эш хаҡын, һалымға, мотлаҡ түләүҙәргә киткән сығымдарын ҡаплайбыҙ. Был программа бик кәрәкле, тип иҫәпләйем.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Салауат ҡалаһының мәшғүллек үҙәге сайтында эшкә урынлашыуҙа ярҙам итеүсе, шул иҫәптә һөнәри белем алыуға, стажировкаға, балиғ булмағандарға эш табыуға булышлыҡ итеүсе төрлө программалар тура-һында мәғлүмәттәр базаһы булдырылған.
Ҡалабыҙҙың етмеш йыллыҡ тарихы булған “Салауат-нефтемаш” предприятиеһы нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, нефть химияһы һәм сәнәғәттең башҡа өлкәләре өсөн ҡоролмалар етештергән ҙур предприятиеһы әммә, ҡыҙғанысҡҡа ҡаршы, 2021 йылда заказдар кәмеүе арҡаһында, 206 эш урынын ҡыҫҡартыу хаҡында ҡарар ҡабул ителә.
- Беҙҙең акционерҙар штат берәмектәрен ҡыҫҡартыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Әлеге ваҡытта улар заказ күләме кәмене һәм шуға күрә заводта хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап ҡалыу мөмкин түгел тип тапты. Беҙ 206 кеше тип иҫәпләнек. Барыһы ла Хеҙмәт кодексына ярашлы башҡарыла, ҡыҫҡартыу буйынса комиссия булдырылған. Квалификация-лы, аттестацияланған, ҙур тәжрибәле белгестәр ҡыҫ-ҡартыла, - тип һөйләй “Салауат-нефтемаш” йәмғиәтенең персоналдар менән эшләү буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Таратурина.
Ә бына “АК ВНЗМ” компа-нияһына әлеге ваҡытта ҙур күләмдәге эштәрҙе атҡарыу өсөн эшсе ҡулдар етешмәй. “Салауатнефтемаш”та ҡыҫҡар-тыуға эләккән хеҙмәткәрҙәргә “АК ВНЗМ”ға эшкә күсеү - ике яҡлы проблеманы хәл итеүҙең бер юлы. Ике предприятиеның эш үҙенсәлектәре төрлө, әлбиттә, шулай ҙа “АК ВНЗМ” вәкилдәре ҡабаттан уҡытыуҙы һәм квалификация буйынса эшкә өйрәтеүҙе ойоштора аласаҡтарын белдерҙе.
- Пандемияға ҡарамаҫтан, “ВНЗМ”дың эш күләме ҙур. 2020 йылда ла яңы килешеүҙәр төҙөлдө, шуға күрә беҙ алға барырға әҙербеҙ, - тине предприятие вәкиле Руслан Беглов.
Кәңәшмә һөҙөмтәһе буйынса бер нисә ҡарар ҡабул ителде. Беренсенән, салауаттарға эш урынын табырға ярҙам итеү өсөн “Вакансиялар йәрминкәһе” уҙғарыу. Икенсенән, ҡала хакимиәте мәшғүллек үҙәгенә эшһеҙҙәрҙең хаҡлы ялға алдан китеүен рәсмиләштереү өсөн квотаны арттырыуҙы һорап республиканың Хеҙмәт һәм социаль министрлығына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙе. Өсөнсөнән, “АК ВНЗМ” бүлексәләре вакансиялар тураһында мәғлүмәт эшен көсәйтергә тейеш.