газета "Салауат"
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Февраль 2021, 11:52

Ҡаһарманлыҡ онотолмай

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Белоруссияны азат итеүҙә ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иҫтәлекле миҙалдар тапшырылды. Һуғыш яугирҙәрен ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Нил Ғабдрахманов һәм һуғыш, хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡотланы.

“Белоруссияны немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙең 75 йыллығы” юбилей миҙалы Белорусь Республикаһы Президенты указы менән махсус юбилейлы датаға ҡарата булдырылған һәм был иҫтәлекле награда Белоруссия халҡы менән бер рәттән, күрше дәүләт ерҙәрен азат итеүҙә ҡатнашҡан сит ил граждандарына ла тапшырыла. Улар араһында Салауатта йәшәүселәр ҙә бар.
Антонина Горелкина һуғышҡа 1943 йылда, 18 йәше лә тулып өлгөрмәй китә. Ул зенит артиллерияһында төҙәүсе булып хеҙмәт итә. Хәҙер инде уға 96 йәш. Антонина Николаевна ғүмер буйына ҡаланың хәрби комиссариатында беренсе бүлек начальнигы ярҙамсыһы булып эшләй. Ире хәрби кеше була. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡаланың ветерандар советы эшмәкәрлегендә актив ҡатнаша. Балалары булмаһа ла, туғанының ҡыҙы уны бөгөн оло ихтирам менән ҡарай.
Читайте нас: