Генерал Шайморатов ордены Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан 2019 йылда булдырылды. Был награда хәрби хеҙмәт, гражданлыҡ бурысын үтәгәндә батырлыҡ, фиҙәҡәрлек күрһәткән, ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында кешеләрҙе ҡотҡарған, йәмәғәт тәртибен һаҡлаған кешеләргә бирелә.
Яуҙан ул ҡайта алманы
Афғанистанда һигеҙ йыл һуғыш бара, унда шулай уҡ Салауаттан да йәш егеттәр һәләк булды. Уларҙың араһында Александр Бочкарев та бар. Салауат ҡалаһының бер урамы уның исемен йөрөтә.