Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 12:15

Туған тел һағындағы балалар баҡсаһы

Сабый туған телен ҡайҙан белә, ҡайҙа өйрәнә? Әлбиттә, әсәһенән, атаһынан, яҡындарынан. Ғаиләлә, өйҙә башҡорт телендә һөйләшәләр, аралашалар икән, балаға үҙ телеңдә ғорурлыҡ менән һөйләшергә кәрәк тип өйрәтелә икән, ул бер ваҡытта ла туған телендә һөйләшеүҙән оялмаясаҡ, рәхәтләнеп аралашасаҡ. Ә инде балалар баҡсаһында һәм мәктәптә лә туған телде, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыла икән, киләсәк быуындың телде һаҡлап ҡалыуына ышаныс бар. Балаларына белем-тәрбиәне туған телебеҙҙә алып барырлыҡ “Йәншишмә” балалар баҡсаһының яңынан башҡорт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булараҡ эшен башлаясағы тураһындағы хәбәр башҡорт ғаиләләрен ҡыуандырғандыр. Уның был йүнәлештә эшләүе өсөн бында тәжрибәле педагогик состав та, матди база ла, коллективтың илһамланып эшләү өсөн дәрте лә етерлек. Балалар баҡсаһы мөдире Илүзә Байгилдина менән әңгәмәлә һүҙебеҙ ошо хаҡта.

- Илүзә Шәфҡәт ҡыҙы, һеҙ етәкләгән балалар баҡсаһында уҡытыу-тәрбиә эше ике телдә алып барыла, ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине?
- Беҙҙең балалар баҡсаһы ике корпустан тора, барлығы 14 төркөм. Беренсе корпуста 6 төркөмдә 115 бала баш-ҡорт мөхитендә тәрбиәләнә. Ғөмүмән, беҙҙең бала-лар баҡсаһының маҡсаты - балаларҙы башҡорт халҡының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм дә таҙа башҡортса һөйләшергә өйрәтеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тәрбиәселәребеҙ режим, режимдан тыш моменттарҙы, уйын ваҡыттарын, төрлө сара-ларҙы башҡортса ойоштора. Балалар баҡсаһында милли халыҡ байрамдарына, йолаларға ҙур роль бирелә, балалар уларҙы йылы ҡабул итә, улар аша балаларҙа туған телебеҙҙә аралашыу теләге уяна.
- Белеүебеҙсә, “Йәншишмә” балалар баҡсаһын үҙ асылына ҡайтарыу, башҡорт балалар баҡсаһы итеү тураһында мәсьәлә күптән күтәрелеп килде һәм, ниһайәт, ул уҙған йыл аҙағында хәл ителде.
- Беҙҙең коллектив, беҙҙең ҡаланың башҡорт ғаиләләре өсөн шатлыҡлы яңылыҡ - ул беҙҙең 1-се корпустың 53-сө балалар баҡсаһынан айырылып “Йәншишмә” исемендәге 50-се башҡорт балалар баҡсаһы булып үҙ эшен башларға тора. Форсаттан файҙаланып ҡала хаки-миәтенә, мәғариф идара-лығына, Салауат баш-ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, ата-әсәләр комиссияһына ҙур рәхмәтемде еткерәм һәм башҡорт мөхитендә тәрбиә-ләнеүсе сабыйҙарҙың ата-әсәләренә мөрәжәғәт иткем килә - беҙ һәр ваҡытта ла һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ, һеҙҙең балаларығыҙ баш-ҡорт мөхитендә белем, тәрбиә алһын өсөн һәр саҡ тырышлығығыбыҙҙы һаласаҡбыҙ, беҙгә рәхим итегеҙ. Әлеге ваҡытта 8 урын бар. Киләһе уҡыу йылына беҙ ике төркөм йыябыҙ, береһе йәш ярымдан ике йәш ярымға тиклемге сабыйҙар өсөн, икенсеһе ике йәштән өс йәшкә тиклемге төркөм.
- Балаларға башҡорт телендә тәрбиә-белем биреү йүнәлешендә эшләү өсөн тәрбиәселәр белемдәрен камиллаштырып торамы?
- Коллектив, педагогик состав бик тәжрибәле, тәрбиәселәрҙең һәр береһе үҙ һөнәренең ысын профессионалы тип әйтһәң дә була. Башҡорт телен яҡшы белгән 11 тәрбиәсе һәм өлкән тәрбиәсе менән музыкаль етәксе эшләй. Биш тәрбиәсе юғары квалификациялы, дүрт тәрбиәсе беренсе категориялы. Улар башҡорт телендә тәрбиә һәм белем биреү юҫығында нисек эшләргә кәрәклеген яҡшы белә. Коллектив бик талантлы, балаларға белем нигеҙҙәрен һалып ҡына ҡалмайҙар, төрлө ҡыҙыҡлы саралар уйлап табып уҙғаралар. Беҙҙең тәрбиәселәр шәхсән дә, балалар менән дә бик күп төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа, хәҙер инде онлайн бәйгеләрҙә ҡатнашып тора. Фотоконкурс булһынмы, флешмоб, шиғырҙар бәйгеһе булһынмы, тәрбиәселәр балалар менән үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтә, призлы урындарға лайыҡ булалар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар ҙа был сараларға актив ҡушыла. Яңы йыл алдынан, мәҫәлән, Ҡыш бабайҙың ҡулы тигән конкурс ойошторҙоҡ, унда ҡатнашыусы ата-әсәләрҙең фантазияһы иҫ китерлек ине, улар балалар менән ниндәй генә һүрәттәр, ҡул эштәре әҙер-ләмәгән, бөтәһе лә ихлас һәм балалар менән берлектә яһалған.
Әлбиттә, заман талаптарына ярашлы, беҙ үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе камиллаштырып торабыҙ. Көҙ көнө Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған курстарҙа уҡыныҡ, башҡорт балалар баҡсаларында эшләгән коллегаларыбыҙҙың эш тәжрибәләре менән таныштыҡ, педагогик ҡумтабыҙҙы байыттыҡ. Бер аҙнанан инде беҙ үҙебеҙ ошо уҡыу йорто ойошторған курстарҙа республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән йыйылған коллегаларыбыҙға үҙебеҙҙең тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашасаҡбыҙ.
- Республика кимәлендә уҙғарылған “Иң яҡшы башҡорт балалар баҡсаһы” конкурсында ҡатнашырға ҡарар итеүегеҙ ҙә һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙең дөрөҫ йүнәлештә булыуын иҫбатларға тейештер.
- Алда һөйләп үткәнемсә, мәртәбәле курстар үтеп, унан һуң үҙебеҙгә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгәс, беҙ инде дәртләнеп март айында республиканың Мәғәриф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған “Иң яҡшы башҡорт балалар баҡсаһы” тигән конкурста ҡатнашырға йөрьәт иттек. Әле әҙерлек буйынса ҡыҙыу эштәр бара: беҙҙең тәрбиәселәр асыҡ шөғөлдәр, дәрестәр күрһәтә, проект эштәре башҡара һәм беҙ балалар баҡсаһы тураһында бай мәғлүмәт тупланған партфолио әҙерләйбеҙ. Уның шарттары буйынса бәйге онлайн үтә, беҙ үҙебеҙҙең рәсми сайтыбыҙға бер бүлек булдырып, конкурстың ҡағиҙәләренә ярашлы, шөғөлдәребеҙҙең өлгөләрен һалырға тейеш, балалар баҡсаһы тураһында мәғлүмәт тупланған, унда тәрбиәселәрҙең эш һөҙөм-тәләре күрһәтелә.
Балалар баҡсаһының тормошонда ата-әсәләрҙең роле бик ҙур. Улар тураһында ла айырым билдәләп үтмәй булдыра алмайым, сөнки улар беҙҙең бар башланғыстарыбыҙҙы хуплай, ярҙам итә. Беҙ йыл һайын төрлө проекттарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, мәҫәлән, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, былтыр баҡса биләмәһенә асфальт һалдырҙыҡ, быйыл инде баҡса бинаһының нигеҙен, инеү-сығыу урындарына һәм баҫҡыстарға капиталь ремонт яһатырға йыйынабыҙ. Конкурс шарттарын үтәп, беҙ был эштәрҙе атҡарып сығырбыҙ тигән уйҙабыҙ. Быйыл беҙ “Аныҡ эштәр” проектында ла ҡатнашабыҙ. Уның сиктәрендә уйын, спорт майҙансыҡтарын заманса уйын ҡорамалдарын ҡуйырға иҫәп тотабыҙ. Балаларҙың ата-әсәләре беҙҙең менән бер тулҡында тибрәлә, был дөйөм эшебеҙ - балаларға уҡытыу-тәрбиә эшен алып барыу шарттарын уңайлыраҡ, сифатлыраҡ итеү өсөн икәнен яҡшы аңлайҙар, шуға ла һәр башланғыстарыбыҙҙы күтәреп сығырға ғына әҙер торалар, шуның өсөн уларға ҙур рәхмәтлемен.
- Һеҙгә һәм бөтә коллективҡа барлыҡ башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булыуын һәм һөҙөмтәле эш теләйбеҙ.
Читайте нас: