Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Февраль 2021, 12:16

Башҡорт телен дәрәжәле итәйек

Ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыу еңел түгел, шулай ҙа Салауаттың барлыҡ башҡорт теле уҡытыусылары үҙебеҙҙең милләт балаларына ла, башҡа милләт уҡыусыларына ла башҡорт телен өйрәтеү буйынса мөһим һәм әһәмиәтле бурысты яуаплы атҡарып килә. Бай тәжрибәгә эйә булған мөғәллимәләрҙең береһе - 23-сө мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” төбәк-ара конкурсы лауреаты Резеда Килсенбаева менән Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Резеда Зиннур ҡыҙы, башҡорт теленә дәүләт статусы бирелеп Салауат ҡалаһында мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыла башлаған йылдарҙы иҫкә алып үтһәгеҙ ине. Нисек барҙы был эш?
- 1999 йылда телебеҙгә дәүләт статусы бирелгәс ҡалабыҙҙағы бөтә мәктәптәрҙә лә “Башҡорт дәүләт теле” фәне индерелде. Төрлө осорҙар кисерелде. Тәүге мәлдәрҙә эшләүе ауырыраҡ булды. Ата-әсәләр был фәнгә кәрәкмәгән предмет, балаларына өҫтәмә йөк булараҡ ҡараны. Аҙағыраҡ ҡалабыҙҙағы балалар баҡсаларында ла башҡорт телен өйрәнеү индерелгәс, коллегаларыма еңеллек килде. Рухлы тәрбиәселәр төркәмдәренән мәктәпкә башҡорт телендә иркен аралаша белгән балаларҙың күсеүе уҡытыусыларҙың эшен системаға һалды.
- Һеҙҙең эшләү дәүерендә ҡалала урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу ниндәй осорҙар кисерҙе?
- Ун йылдар самаһы элек илебеҙ етәкселеге тарафынан телгә иғтибар кәмей төштө. Законды яҡшы өйрәнгән ата-әсәләр предмет һайлауға хоҡуғыбыҙ бар тип, башҡорт дәүләт телен һайламай башланы. Әммә башҡорт теле уҡытыусылары фиҙаҡәр эшләүен дауам итте. Һәр мәктәптә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү мөмкинлеге бар. Был төркөмгә, ғариза яҙып, төрлө милләт вәкилдәре лә, үҙҙәренең балаларын килтерә ала. Күп кенә аңлы ата-әсәләр балаларының башҡорт телен өйрәнеүенә төрлө конкурс, ярыштарҙа, олимпиада-ларҙа ҡатнашыуына ҡуш ҡуллап риза. Телдәр белеү офоҡтарҙы киңәйтә, хәтерҙе яҡшырта, башҡа милләттәргә ҡарата яҡшы мөнәсә-бәт, ихтирам тойғоһо тәрбиәләй. Башҡорт телен ихлас өйрәнгән балалар сәхнәгә сығып, телдәрен шымарта, ҡыйыу, әүҙем булып үҫә.
- Бөгөнгө көндә республикала башҡорт телен үҫтереүгә ыңғай ҡараш барлыҡҡа килеүе һиҙелгәндәй. Ә был һеҙҙең хеҙмәттә сағылыш таптымы?
- Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа башҡорт теленә ыңғай ҡараш булдырыла. Йыл һайын тоталь диктант үткәрелеп килә, төрлө олимпиадалар, викториналар ойошторола. Ҡалабыҙ уҡытыу-методика үҙәге йыл һайын “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы” конкурсын үткәрә. Бындай бәйгеләр уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың абруйын күтәрә, телебеҙҙең бәҫен арттыра. Минең үҙемә лә бындай сараларҙа йыш ҡатнашырға тура килде. Коллегалар менән аралашыу, тәжрибә бүлешеү шәхесте үҫтерә, яңы үрҙәргә дәртләндерә.
Быға тиклем уҡытыу-методика үҙәгендә туған телдәр буйынса методист булып эшләгән Зөлфиә Хәсәнова идаралыҡ начальнигы урынбаҫары итеп үрләтелде. Был, әлбиттә, Салауат зыялылары өсөн һәйбәт яңылыҡ.
Башҡорт теле уҡытыусылары хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһалана, тип әйтергә була. Юғары һөҙөмтәләргә ирешкән рус һәм башҡорт теле уҡытыусыларына 50 меңлек грант тапшырыла. Был премияға беҙҙең ҡаланың абруйлы уҡытыусыларынан Гөлшат Ҡолмөхәмәтова, Сәүиә Бикмө-хәмәтова, Минзәлә Йомалина лайыҡ булды. Әлбиттә, ҡалабыҙҙа бирелеп, эштәренә мөкиббән китеп эшләгән уҡытыусылар күп. Уларҙың хеҙмәте лә лайыҡлы баһаланһын ине.
- Уҡыусыла, башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ниндәй алымдар ҡулланырға кәрәк? Ҙур тәжрибәгә эйә булған уҡытыусы булараҡ кәңәштәрегеҙ менән бүлешһәгеҙ ине. Әлеге программалар камилмы, нисегерәк булыуын теләр инегеҙ?
- Программалар йыл һайын яҡшы яҡҡа үҙгәрә, камиллаша бара. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл олимпиада талаптары ла үҙгәрҙе, аудирование, диалог төҙөү, һорауҙарға яуаптар биремдәре ебәрелде. Хәҙер беҙ, уҡытыусылар, иғтибарҙы ошондай эштәргә бүләбеҙ. Сәхнәләштереү, төрлө ситуатив диалогтар төҙөү балаларҙы ҡыҙыҡһындыра, дәресте йәмле итә. Әгәр тәүге мәлдәрҙә күберәк грамматик ҡағиҙәләр өйрәнелеп, күнегеүҙәр күсереп яҙыу менән мәшғүл булһалар, хәҙер уҡыусыларыбыҙҙы йәнле телмәр үҫтереүгә йәлеп итәбеҙ. Был йәһәттән сит тел өйрәтеү методикаһын ҡулланыу отошло. Коллегаларбыҙ араһында дүрт: башҡорт, рус, инглиз, немең телдәрен сағыштырып өйрәтеүселәр бар. Был заман бергә атлауға бер матур миҫал.
- Заман талаптарына ҡулайлашыу ҙа уҡытыусылар өсөн мөһим. Дәрестәрҙә электрон технологияларҙы ни тиклем киң ҡулланаһығыҙ? Онлайн дәрестәр нисек үтте?
- Онлайн дәрестәр миңә оҡшаны. Йәнле аралашыу булмауы йәнде ҡырһа ла, ата-әсәләр менән яҡынлыҡ булдырылыуы ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Ҡайһы берәүҙәргә олатай, өләсәйҙәре лә ярҙамға килде. Улар даими рәүештә минең менән бәйләнештә булды.
Электрон технологияларҙы самалап ҡулланам. Күберәк үҙем һөйләп өлгө бирәм. Ә инде виртуоз ҡумыҙсылар, ҡурайсылар, данлыҡты сәхнә оҫталарының сығышын видеонан ҡарап кинәнәбеҙ. Ғөмүмән, һәр яңылыҡтың ыңғай яҡтарын күрергә тырышырға һәм белеп файҙаланырға кәрәк.
Уҡытыусыға ваҡытлы баҫмалар алдырыу республика, ҡала яңылыҡтарын белеү һәм уларҙы балаларға ла еткереү мөһим. Был йәһәттән “Салауат”, “Йәншишимә” гәзиттәре, “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдары ярҙамға килә. Дәрестәрҙә мәҡәләләр уҡыйбыҙ, кроссвордтар сисәбеҙ, викторина һорауҙарына яуаптар эҙләйбеҙ. Ғөмүмән, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләү бик ҡыҙыҡ, ауыр, әммә ҡыҙыҡ. Һәр саҡ алғы сафта барырға, уҡыусыларыңа милләтеңдең иң матур сифаттарын күрһәтергә кәрәк.
- Һеҙҙең фекерегеҙсә, туған башҡорт телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү өсөн ниндәйерәк бурыстар ҡуйып, эштәр башҡарырға кәрәк?
- Башҡорт теле һаҡланһын өсөн юғарынан яңы закондар булыуы шарт. Был юҫыҡта эш башланып тора. Хөкүмәт, ҡала етәкселәре сығыштарын башҡортса башлай, эшлекле башҡорт телен ҡулланышҡа индерергә тырыша. Ләкин башҡарылаһы эштәр күп әле. Донъялар ғына имен булһын, телебеҙ, илебеҙ үҫеше өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалырбыҙ.
Туған тел уҡытыусыларына изге миссия йөкмәтелгән: быуаттар буйына һаҡланып килгән хазинаны киләсәк быуынға тапшырыу. Шуның өсөн башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәрендә ҙур яуаплылыҡ тойоп эшләй. Уларға уңыштар теләйем.
Читайте нас: