Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Февраль 2021, 12:30

Мөхәббәттә - кеше бәхете, Бәхеттәрҙең алтын тәхете

Ғашиҡ булыу, яратыу, һөйөү, мөхәббәт - ошо хистәрҙән тыш кешелек донъяһын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Улар кешене йәшәтә, йәшәртә, илертә лә, тилмертә, аҡлата ла, ярлыҡата. Мөхәббәт - тәбиғәт яратҡан иң гүзәл, иң көслө һәм серле хис, уның серен бер кем дә төшөнә алмаясаҡ. Ул күктән килгән әмер. Мөхәббәттең дә үҙ миҙгеле, үҙ йәмдәре бар. Йәшлектәгеһе йәйҙәй ҡайнар икән, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын. Шуның һәр миҙгеленең йәмен, наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше бәхетле.

Йыл һайын бар Ер шарында Ғашиҡтар көнөн билдәләү матур йолаға әүерелде. Рәсми булмаһа ла, күңел байрамы, бер-беребеҙгә наҙ һәм йөрәк хистәрен белдерергә мөмкинлек биргән, тормошто йәмләгән илаһи бер көн был. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо көн уңайынан егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, әсәйҙәр менән балалар бер-береһенә бүләктәр әҙерләй, хис-тойғоларын, һөйөүҙәрен еткерә, ә ихлас хистәр беҙҙе илһамландыра, ижадҡа көс бирә. Беҙҙең арала ла ысын мөхәббәт һәм бәхет тантана иткән парҙар бихисап. Улар хаҡында уҡып, әйҙәгеҙ көнөбөҙҙөң хозурлығын күрергә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнәйек.
Валентина һәм Ишҡәле Дәминовтар
Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар, Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары.
Алина һәм Рөстәм Аҙнаевтар
Лилиә һәм Ирек Шаниязовтар
Илүзә һәм Линар Янбаевтар, йәш ғаилә:
Сафина Ғайсина, 2-се класс уҡыусыһы:
Читайте нас: