Тыумышы менән Красноусол ҡасабаһынан булған егет хәрби хеҙмәткә 1973 йылдың ноябрендә алына, Германияның Бранденбург ҡалаһына инженер-сапер бригадаһына эләгә. Ике йыллыҡ хеҙмәт срогы үткәс, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән егетте комиссар хеҙмәтен дауам итергә ҡалырға өгөтләй. Егет ризалаша һәм прапорщиктар мәктәбенә уҡырға инә, ярты йылдан прапорщик званиеһы ала һәм үҙенең бригадаһында тағы биш йыл хеҙмәт итә.
- Хеҙмәт итеү осоронда тыуған яҡтарға отпускыға ҡайтҡайным. Салауатта йәшәүсе апайыма Яңы йыл байрамына ҡунаҡҡа килдем һәм шунда буласаҡ тормош иптәшемде осраттым. 20 көн генә осрашып йөрөнөк тә, өйләнешеп тә ҡуйҙыҡ. Кәләшемде үҙем менән алып китә алманым, ул ваҡытта талаптар бик ҡаты ине. Ярты йылдан һуң ғына Германияла беҙҙең ғаилә тормошо башланды. Хәрби кешенең тормошо шулай инде, бер урында хеҙмәт итеү срогы тулғас, икенсе ергә күсерәләр. Мине Куйбышевҡа ебәрҙеләр. Фатир биргәс, кәләшемде үҙ яныма алдым. Шунда улыбыҙ Азамат тыуҙы, - тип хәтирәләргә бирелде Юнир ағай.
Ул хеҙмәтен өлкән прапорщик, автомобиль взводы командиры вазифаһында дауам итә. Янында һөйөклө ҡатыны, ғәзиз улы бар. Һәүе-темсә барған тыныс тормоштарына Афған һуғышы үҙ төҙәтмәләрен индерә.
- Куйбышевта хеҙмәтемде үтәгәнгә өс йыл тулғайны. Эштән ҡайтып тора инем, киске һигеҙенсе яртылар тирәһендә мине полк командиры саҡыртты. Тиҙ генә дивизия командирына ашыҡ, ул һине көтә, тине. Шунда уҡ күңелгә шом инде, хәйерлегә түгелдер был, тип уйланым. 40 километр алыҫлыҡтағы дивизия штабына юлландым. Йөҙләгән хәрби йыйылған. Генерал-полковник килеп керҙе лә: “Иртәгәнән башлап бөтәгеҙ ҙә отпускыға. Ә һуңынан барығыҙ ҙа - Афғанстанға”, - тине. Шулай мин 1983 йылдың ноябрендә утлы ғәрәсәт эсенә индем, - ти хәрби хәрәкәт ветераны.
Тыуған яҡтарына ата-әсәһен, туғандарын күрергә ҡайта. Оҙатырға күп кенә яҡындары килә. Ҡатыны ла, ата-әсәһе лә ғәзиздәренең утлы Афғанға юлланасағына тәүҙә ышанмай. Әммә...
Юнир ағай 1397-се һаҡ батальоны бүлексәһенә эләгә.
- Афғанстан... Сыҙап булмаҫлыҡ эҫе һауа, төнгө һыуыҡлыҡ, төтөн, дары еҫе. Нисә йылдар үтһә лә, ҡанғойошло һуғыштың яралары һаман уңалмай. Бер шулай, БТР шартланы. Беҙ өсәү - өҫтә, өсәүебеҙ аҫта ултыра инек. Өҫтәгеләрҙе ситкә алып ырғытты, аҫтағылар шунда уҡ һәләк булды. Йән өшөткөс күренеш. Ике иптәшем яраланды, мин дә контузия алдым. Бәхеткә, алыҫ түгел ерҙә беҙҙекеләр булған. Ай ярым хәрби госпиталдә ятып сыҡтым. Хәүеф аҙым һайын һағалап торҙо. Янымда шартлаған снарядтар ҙа, атылған пулялар ҙа күп булды. Ундай ваҡыттарҙа Хоҙайҙан ярҙам һорай торғайным, тиҙерәк был мәшхәр тамамланып, йортҡа имен-аман әйләнеп ҡайтыуымды ялбарҙым. Өләсәйем доға яҙып биреп ебәргәйне, һәр ваҡыт үҙем менән йөрөттөм. Шул да бәлә-ҡазанан һаҡлап ҡалғандыр. Ул яҙыу әле лә йортобоҙҙа ҡәҙерле әйбер кеүек һаҡлана. Күҙ алдында кешеләрҙең, иптәштәрҙең ғүмере ҡырылыуы йөрәкте бигерәк әрнетте. Куйбышевтан егермеләгән прапорщик киткәнбеҙҙер, яртыһынан әҙерәге генә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алды. Уларының да күбеһе ғәрип, яралы, - тип ул йылдарға байҡау яһаны Юнир Яҡупов.
Хәрби ҡаһарманлыҡтары өсөн яугир күп кенә хөкүмәт наградаларына эйә була. Үҙенә алмаш килгәс, теүәл ике йыл тигәндә йортона ҡайтыу бәхете йылмая уға. Шул йылды уҡ ғаиләһе менән Салауатҡа күсенеп киләләр, ҡыҙҙары Залина донъяға килә. Ә Юнир ағай хеҙмәтен Граждандар оборонаһында дауам итә. Хаҡлы ялға шунан китә. Дөйөм хәрби стажы - 26 йыл.
Ут эсенә кергән кешегә лә ҡыйын, ә һуғышҡа оҙатып ҡалғандар өсөн был икеләтә һынау булғандыр. Юнир ағайҙың ҡатыны Дилара апайҙың ул ваҡыттағы уй-кисерештәрен һорашам.
- Был хәбәрҙе ҡайтып әйткәс, тәүҙә ышанманым, һуңынан күҙ йәштәремә быуылдым. Ҡулымда 1, 4 йәшлек кенә улым. Алда нимә көтә, ниндәй хәбәр килер, ҡасан бөтөр был һуғыш тигәнерәк һорауҙар борсой ине. Әммә беҙ яңғыҙ булманыҡ, Афғанстанға оҙатылған ир-егеттәрҙең ҡатындары һәр ваҡыт бергә йыйылыштыҡ, даими аралаштыҡ. Ҡайғылы хәбәрҙәр килгәндә үтә лә ауыр булды. Ул ваҡыттарҙа ла бер-беребеҙгә иңебеҙҙе ҡуйҙыҡ. Юнирҙең ҡайтҡанын көнләп түгел, сәғәтләп һананым. Ярай әле араларҙы йылытыусы хаттар килеп торҙо, - ти Дилара Әнүәр ҡыҙы.
Юнир ағай ул йылдарҙы хәтерләргә яратмай, әңгәмәләшкән ваҡытта ла ныҡ тулҡынланыуы, күҙҙәренә йәштәр тулыуы күренеп торҙо. Ул ваҡиғалар шаһиты булған фотоһүрәттәрҙе лә йылына бер генә тапҡыр - 15 февралдә генә алып ҡарайым, һуңынан шунда уҡ кире, төпкәрәк һалып ҡуям, телевизорҙан Афған тураһында кинолар башланһа, һүндерә һалам, ти ул. Иптәштәре менән аралашып, хәл белешеп торалар. Әлеге көндә баҡса үҫтерә, балаларына, ғаиләһенә терәк-таяныс булып, ғүмерҙең һәр мәленең ҡәҙерен белеп йәшәй яугир-интернационалист. Яңыраҡ ҡына олатай булыу бәхетенә лә ирешкән, ейәне, улы Азаматтың малайы тыуған.
- Хәрби хеҙмәт егеттәрҙе сыныҡтыра, уларҙан ысын ир-егет яһай. Әммә ут эсенә инергә яҙмаһын. Донъялар тыныс, имен булһын, - тигән теләктә ҡалды Юнир Хөсәйен улы.