газета "Салауат"
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Февраль 2021, 11:17

Салауат республикала тәүге «аҡыллы ҡала» буласаҡ

2 фералдә Салауат ҡалаһы хакимиәте һәм «ЭР-Телеком Холдинг» йәмғиәте араһында ҡаланың телекоммуникация инфраструктураһын үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа хакимиәт башлығы Игорь Миронов һәм «ЭР-Телеком Холдинг» компанияһының Көньяҡ Урал төбәк-ара директоры Иван Ягупов ҡул ҡуйҙы.

Был килешеү сиктәрендә компания Салауат ҡалаһы биләмәһендә һанлаштырыу сервистарын тормошҡа ашырырға ниәт итә. Улар иҫәбендәге инновацион технологиялар ярҙамында урамдағы яҡтыртыу ҡоролмаларын модернизициялау, йәйәүлеләр үткәүелен махсус программа-аппарат комплексы менән йыһазландырыу программалары ҡала халҡының йәшәү шарттарын уңайлы, хәүефһеҙ итеүгә йүнәлтелә.
- Беҙҙең төп маҡсат - Салауат ҡалаһын республикала халыҡ йәшәйеше өсөн иң уңайлы ҡала итеү. Һис һүҙһеҙ, энергетика, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл хужалығы менән идара итеүҙә заманса технологияларҙы файҙаланыуға индереү - ошоға маҡсатҡа ирешеүҙә мөһим аҙым, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ул «ЭР-Телеком» компанияһының телекоммуникация тармағында эш алып барыусы алдынғ
ы ойошма булыуын билдәләне.
- Беҙ партнерҙы оҙаҡ һайланыҡ һәм бөгөн ҡала тормошон һанлы итеү йүнәлешендә эшләрҙәй компания тип «ЭР-Телеком»да туҡталдыҡ. Был компания менән оҙайлы, һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек, күп төрлө йүнәлештәр буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләшеп килештек. «Аҡыллы яҡтыртыу» программаһы сиктәрендә инновацион технологиялар ярҙамында урамдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртыу, йәйәүлеләр үткәүелен заманса программа-аппарат комплекстары менән йыһазландырыу, «Аҡыллы ҡала» программаһы сиктәрендә аҡыллы туҡталыш павильондарын булдырыу, торлаҡ-коммуналь, юл хужалыҡтары өсөн IT-датчиктар, бөтә ҡала буйынса видеокамералар ҡуйыу, бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең ҡала халҡының тормошон хәүефһеҙ, ышаныслы һәм уңайлы итеү өсөн шарттар булдырыласаҡ. Мәҫәлән, заманса камералар һәм аҡыллы йәйәүлеләр үткәүеле юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Урамдағы яҡтыртыу ҡоролмаларын модернизациялау электр энергияһын экономиялауға ярҙам итәсәк. Был технология шулай эшләй: урамда автомобиль һәм кеше булмағанда ҡоролма әҙерәк яҡтырта, ниндәйҙер активлыҡты һиҙеү менән яҡтылыҡ көсәйә. Ғөмүмән, Салауат ҡалаһы технологияларҙы индереү буйынса республиканың «иң аҡыллы ҡалаһына» әйләнергә тейеш, - тип өҫтәне ҡала башлығы.
«ЭР-Телеком Холдинг» йәмғиәте Рәсәйҙең телекоммуникация өлкәһендә эшләүсе компания. Интернет, телефо-ния, һанлы телевидение, видеокүҙәтеү һәм башҡа киң хеҙмәттәр күрһәтеүсе ойошма ил баҙарында 15 йылдан ашыу.
- Беҙҙең компания төбәктәрҙе һанлаштырыу менән шөғөлләнә һәм был йүнәлештә айырым проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәбеҙ ҙур. Ә Салауат ҡалаһында уларҙы берләштереп комплекслы итеп тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Был эштәрҙең һөҙөмтәһен ябай граждан да, ҡала етәкселеге лә тоясаҡ. Беҙ әле проектты әҙерләү этабында, яҡын киләсәктә уны тормошҡа ашырыуға тотонасаҡбыҙ. Мөһим социаль бурыстарҙы хәл итеү, шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеген тәьмин итеү - власть һәм бизнестың дөйөм маҡсаты. Йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө булған һанлы технологиялар ярҙамында хәл итергә тәҡдим иткән ҡарарҙарыбыҙ ошо маҡсаттарға ирешеүгә ярҙам булыр, тип уйлайбыҙ, - тине «ЭР-Телеком Холдинг» йәмғиәтенең Көньяҡ Урал төбәк-ара директоры Иван Ягупов.
Читайте нас: