Кисә ҡаланың “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә исемле йылды тантаналы асыу сараһы уҙҙы. Милли сифатты сағылдырған, халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән милли кейемдәге сығыштар күңелдәргә үтеп инде, үткәндәргә алып ҡайтҡандай булды.Был фекерҙе сарала ҡатнашыусы ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та дәлилләп ҡуйҙы.
- Башҡорттар - үҙ тарихына һаҡсыл ҡараған халыҡ, ғорурланып һөйләрлек бай тарихы бар. “Урал” батыр эпосы, ысын мәғәнәһендә, ҙур ҡомартҡы. Ул быуындан-быуынға сәсәндәр тарафынан тапшырыла килгән. Балаларҙы эпосты өйрәнеүгә ылыҡтырыу буйынса ҙур эш башҡарыла. Йыл һайын уҡыусыларыбыҙ “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү бәйгеһендә, башҡорт халҡына һәм теленә бәйле булған олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай. Ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, уңыштарға бергә һөйөнөп Рәсәй менән Башҡортостан күп быуаттар буйы дуҫ, татыу йәшәй. Республикабыҙ әле лә күп күрһәткестәр буйынса алдынғылыҡты биләй. Киләсәк быуын өсөн ниндәй эҙ ҡалдырыуыбыҙ бары үҙебеҙҙән генә тора. Башҡорт тарихы йылын берләшеп, лайыҡлы үткәрергә яҙһын, тыуған республикабыҙ, ҡалабыҙ, төйәгебеҙ үҫеше тарихына өлөш индереү өсөн был эше даими башҡарырға тейешбеҙ, - тине ул.
Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеровтың сығышы ла бик фәһемле булды.
- Башҡорт тарихы йылы үткән Башҡорт теле йылының дауамы булып тора. Сөнки тел менән тарих бер-береһе менән бик тығыҙ бәйле. Былтыр, пандемия шарттарында ла, йөкмәткеле, сағыу саралар үткәрә алдыҡ, һөҙөмтәләргә ирештек. Форсаттан файҙаланып, эшебеҙҙә ярҙам күрһәткән ҡала хакимиәтенә, әүҙемлек күрһәткән мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, башҡорт йәмәғәт ойошмаларына рәхмәт белдерәм. Быйыл да ошо юҫыҡта бергәләп эшләребеҙгә, йылды юғары кимәлдә үткәреребеҙгә ышанам, - тине Азат Шәрип улы.