Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 12:24

Һөйөнөстәрҙән, ҡыуаныстарҙан торһон ғүмерҙәр

Тормош шулай ҡоролған: ҡайҙалыр яңы кеше тәүге ауаз һалып яҡты донъяға килә, икенсе урында кемдер был ерҙе ҡалдырып китә, фәлән ерҙә ике һөйгән яңы ғаилә ҡороу теләге менән гөрләтеп туйҙар уҙғара, бәғзеләрҙең юлдары айырыла. Айҙың айы, йылдың йылы ошондай ваҡиғалар ҡабатланып тора. Кеше ғүмерендәге ошо мөһим ваҡиғалар ЗАГС тарафынан теркәлеп бара. 2020 йыл тамам һәм уға йомғаҡ яһарға мөмкин. Салауат ҡалаһының ЗАГС бүлеге етәксеһе Люциә Әлибаева ҙур теләктә мәғлүмәттәр менән бүлеште. Әйтергә кәрәк, уларҙың шатландырғандары, уйландырғандары һәм борсолдорғандары ла бар. 2020 йылда Салауат ҡалаһының ЗАГС бүлеге тарафынан барлығы 5079 гражданлыҡ хәле акты теркәлгән.

Йәрле кешеләр менән донъя матур
Туй көнө - һәр кем өсөн ҡабатланмаҫ, ғүмергә иҫтә ҡала торған көн. Йәштәр ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлдарына аяҡ баҫа һәм законлы никахҡа инеү тантанаһын яҡындары, дуҫ-тары менән күркәм, шатлыҡлы итеп үткәрергә теләй. Әммә быйылғы пандемия бик күп кенә өйләнешергә уйлаған парҙарҙың пландарына үҙгәрештәр индерҙе. Карантин саралар иғлан ителгәс, күптәр уңайлыраҡ ваҡытты көтөп, туйҙарын күсерергә мәжбүр булды. Ә һуңынан йәштәр үҙ бәхетен сикләмәне, ЗАГСтағы теркәлеү йәштәрҙең үҙҙәре ҡатнашлығында ғына үтергә тейеш тигән ҡарар менән ризалашып, һөйөүҙәрен законлы нигеҙҙә нығытып ҡуйҙы. 2020 йылда Салауат ҡалаһында 681 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Шулай ҙа өйләнешеүселәр һаны, 2019 йылға ҡарағанда (ул ваҡытта 833 пар өйләнешкән), кәмерәк. 218 егет һәм ҡыҙ өсөн Мендельсон маршы тәүгә яңғыраған. 228 парҙың йә кейәү егете, йә кәләше никахта булған, ә 237 парҙың икеһе лә ҡабаттан өйләнешеү ҡарарын ҡабул иткән.
Кәләштәрҙең уртаса йәше 21 булһа, кейәүҙәрҙеке - 27. Бер яңы ҡоролған йәш ғаиләлә парҙың береһе балиғ йәшенә етмәгән булған.
Нимәһе ҡыҙыҡ, сит ил граждандары менән никахла-шырға теләүселәр һаны ла етерлек, ошондай ҡатнаш 11 ғаилә барлыҡҡа килгән.
Иң мөһиме ҡалабыҙҙың яңы ғаиләләре мөхәббәт-тәренең сафлығын, ҡауышыу көндәренең шатлығын ғүмер буйы һаҡлап, тормош юлдарын ололар һоҡланырлыҡ, йәштәр үрнәк алырлыҡ итеп үтһен.
***
Никахлашыу янында айы-рылышыу статистикаһы ла бар. Ҡыуандырғаны шул, за-конлы никахҡа инеүселәргә ҡарағанда араларын өҙөүселәр һаны күпкә аҙыраҡ. Былтыр 480 ғаилә тарҡалған. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда ла, 30-ға кәмерәк. 164 пар - 5, 150 пар - 5-10, 74 пар - 10-15, 64 пар 20 йылдан ашыу йәшәгәндән һуң айырылышҡан.
23 ғаиләлә -
игеҙәк
Уҙған йылда Салауатта 1231 сабыйҙың донъяға киле-үе теркәлгән. Уларҙың 647-һе малай, 584-е ҡыҙ. Әйткәндәй, ике йыл рәттән ир енесле балалар гүзәл затлы сабыйҙар-ға ҡарағанда күберәк тыуа.
432 ғаиләлә беренсе бала ауаз һалһа, 527 ғаиләлә икенсе бала тыуған. 222 ғаилә - өсөнсө, 35 ғаиләлә - дүртенсе, 15 ғаилә бишенсе балалы булыу бәхете татыған.
23 ғаилә игеҙәк сабый-ҙарына ҡыуанған.
Үкенесле статисканы ла билдәләп үтмәй булмай. 2020 йылда 2429 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Был һан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуым ки-мәленән ике тапҡырға тиерлек күберәк һәм 2019 йылға (1858) ҡарағанда ла артығыраҡ.
Тәүгеһе Линейла икән, икенсеһе кем булыр?
Балаға исем ҡушыу - яуаплы эш. Ата-әсәләрҙең күбеһе балаға исем ҡушыуға бик етди ҡарай, ләкин бөтөнләй уйламай исем ҡушыусылар ҙа осрай. Ғәзиз балаларына Линейла тип исем ҡушҡан ата-әсәләр нимә уйлағандыр, һис кенә лә аңлап булмай. Был һүҙҙең мәғәнәһе нимә аңлата, кем белһен. Исем һайлағанда уның ҡолаҡҡа ятышлы яңғырашы, башҡортса һәм русса әйтелеше һәм яҙылышы, яҡшы мәғәнәһе иҫәпкә алынырға тейеш. Исемдең тәрбиәүи яғын да иҫтән сығармаҫҡа кәрәк. Шулай ҙа ЗАГС бүлеге биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл да һирәк осрай торған исемдәр теркәлеп тора, мәҫәлән, Оман, Евангелина, Мөслимә, Сумая, Лея, Эстелла, Эмир. Ә иң популяр исемдәр Тимур, Илья, Алексей, Лев, Даниэль, Анастасия, Амелия, Сафия, Аделина, Анна, Полина. Был исемдәр күп йылдар буйына иң йыш ҡушылғандар иҫәбендә. Шулай уҡ сабыйҙарына үҙ халҡының борондан килгән исемдәрен ҡушыусылар маҡ-тауға лайыҡ. Әминә, Мәликә, Фатима, Варвара, Василиса исемле ҡыҙҙар, Әмир, Ислам, Динислам, Булат, Матвей, Гордей, Тимофей исемле малайҙар хәҙер ата-әсәләрен ҡыуандырып үҫеп килә.
ЗАГС бүлегенә 85 кеше теге йәки был сәбәп арҡаһында фамилияһын, исемен һәм ата-һының исемен алыштырыу тура-һында ғариза яҙған. Шулай уҡ атайлыҡты билдәләү, уллыҡҡа алыу тураһында гражданлыҡ хәле акттары яҙмалары теркәлгән.
Һирәктәр бәхете – хозур туй
Бергә йәшәүҙең 50 йыллығы алтын туй тип атала, 60 йыл бергә тормош көткәндә гәүһәр туй билдәләнә. Ә законлы никахтарына 70 йыл тулыу датаһы нисек аталғанын беләһегеҙме? Хозур туй (русса благодатная свадьба) тип атала икән, баҡтиһәң. Беҙҙең ҡалала ла ошондай бәхетле пар бар. Бер ғаилә былтыр 70 йыл бергә донъя көтөүҙәрен билдәләгән.
Тормош һуҡмағынан 50 һәм 60 йыл буйына бергә етәкләшеп барыу ҙа оло ҡаҙаныш, тап ошондай ғаиләләр йәштәр өсөн үрнәк булып тора.
- Беҙҙең ҡалала алтын, гәүһәр һәм хозур туйҙарын билдәләүселәр тантаналы рәүештә ҡотлана. 2020 йылда 100 пар өсөн байрам ойош-торолдо. 77 пар - 50, 22 пар 60 йыл бергә ғүмер кисереүҙәрен, ә 1 пар 70 йыл иңгә-иң терәп донъя көтөүҙәрен билдәләне. 2003 йылдың 5 февралендә Башҡортостан Президентының “Башҡортостан Республика-һында ғаилә тормошо юбиляр-ҙарын тантаналы ҡотлау тураһында” указы сыҡҡандан алып Салауатта 1933 бәхетле парға республика етәкселеге бүләктәре тапшырылды, - ти ЗАГС бүлеге начальнигы Люциә Әлибаева.
Республика буйынса...
“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, бөтә илдә тыуымдың кәмеүе күҙәтелә, шул иҫәптән беҙҙең төбәктә лә. Былтыр республикала бөтәһе 35 мең сабый донъяға килгән, шуларҙың 18-меңе – малайҙар, 16 меңе – ҡыҙҙар.
Республикалағы иң йәш һәм иң оло әсә булған ҡатын-ҡыҙҙарҙың да йәше билдәле. Былтыр республикала иң йәш әсә булған гүзәл затҡа ни бары 13 йәш. Ул - мәктәп уҡыусыһы. Оло йәштә әсәлек бәхетен тағы берҙе татып ҡарарға теләгәндәр ҙә бихисап. Һүҙ 55 йәш һәм унан өлкәнерәктәр хаҡында бара. Миҫал өсөн, үткән йылда республикала әсә булған иң оло ханымға - 59 йәш. Ул, кешенең йәше бала табыу өсөн һис тә кәртә түгел, тип иҫәпләй.
Республика статистика идаралығы белгестәре билдә-ләүенсә, Башҡортостанда 2020 йылда иң йәш атай булып 15 йәшлек үҫмер танылһа, иң олоһона 73 йәш булған.
Башҡортостандың Юсти-ция эше буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле белдереүенсә, былтыр ғаиләләрҙә айырылышыу осрағының ҡырҡа артыуы күҙәтелмәгән, шул уҡ ваҡытта теркәлгән никахтар кәмегән. Мәҫәлән, былтыр туғыҙ айҙа 14854 ғаилә барлыҡҡа килһә, был һан, 2019 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 4166 парға әҙерәк.
Гөлнара Асҡарова.
Һүрәттә: Салауат ҡалаһында яңы ғаилә ҡороусылар Регина Мофазалова һәм Вадим Мәмбәтҡолов.
Читайте нас: