Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат ҡалаһында йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереү буйынса эшсе төркөм булдырылғайны. Уның тәүге эш һөҙөмтәләре менән төркөм рәйесе Артур Рәжәпов таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, улар тикшергән йорттарҙа дөйөм йорт приборҙары төҙөк һәм штат режимында эшләй, йылылыҡ энергияһы кимәле билдәләнгән температура режимына тап килә, торлаҡ биналарында температураның тейешле параметрҙарҙан артыуы хаҡында акттар төҙөлмәгән. Ул шулай уҡ 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн түләүҙең артыуына йоғонто яһаған факторҙар, сәбәптәр тураһында ла һөйләне.
- 2020 йылдың июленән йылылыҡ өсөн тариф артҡан, ул 1850 һум тәшкил итә. Декабрҙә, ноябргә ҡарағанда, уртаса һауа температураһы ун градусҡа һыуығыраҡ булған, ошоға бәйле декабрҙә йылылыҡ энергияһын ҡулланыу 40-60 процентҡа күбәйгән. Бынан тыш, декабрҙә иҫәпләү осоро 33 көнгә артҡан, был йылылыҡ өсөн түләүҙә 5-15 процентҡа артып сағылыш тапҡан, - тип хәбәр итте Артур Рәжәпов.
“Салауат ҡалаһының йәмәғәт контроле үҙәге” ойошмаһы рәйесе Нина Аҡсурина билдәләүенсә, улар Яңы йыл каникулдары ваҡытында уҡ дәғүәләр булған йорттарҙа тикшереү башлаған. Уның билдәләүенсә, төрлө идара итеүсе компанияларҙа күрһәткестәр айырыла. Йорт менән идара итеүҙә шөғөллөнгән өйҙәрҙә күрһәткестәр түбән, а эштәрҙе үҙ ағымына ҡуйған торлаҡтарҙа күрһәткестәр юғары.
“БашРТС-Стәрлетамаҡ” директоры Руслан Овчинников йылылыҡ биреү миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә ойошма тарафынан башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
Ултырыш барышында йылылыҡ ресурсын биреүҙе контролләү һәм көйләүсе ҡорамалдар ярҙамында грамоталы ҡулланыу тәҡдиме яңғыраны. Был фекер менән ҡала башлығы Игорь Миронов та килеште.
- Комиссия асыҡлаған факттар надзор органдарына тикшереү өсөн ебәреләсәк. Эшсе төркөм эшен дауам итәсәк, - тине Игорь Миронов.
Надзор ведомствоһы вәкиле Артур Дәүләтшин барлыҡ факттар ҡараласаҡ һәм асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса иҫкәрмәләр ебәреләсәк, административ протоколдар төҙөләсәк, тип белдерҙе.