Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 12:27

Хыял һәм теләк булғанда

Башҡортостанда төрлө программалар ярҙамында халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн бик күп эш башҡарыла - ихаталар төҙөкләндерелә, подъездар ремонтлана. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙы үҙҙәре йәшәгән территорияларҙы матурлауға, тәртиптә тотоуға дәртләндереү өсөн төрлө конкурстар ҙа ойошторола. Яңыраҡ 2020 йылдағы “Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны территорияларын төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Унда Салауат ҡалаһының Калинин урамындағы 33-сө йортоноң 2-се подъезы икенсе урын алды.

Конкурстың һөҙөмтәләре хаҡында төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итте. “Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны террито-рияларын төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” бәйгеһенә республиканың 53 муниципалитетынан 273 ғариза бирелгән. Уларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң комиссия “Иң яҡшы күп фатирлы йорт”, “Иң яҡшы йорт яны территорияһы”, “Иң яҡшы подъезд”, “Башҡортостан территорияһында иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” кеүек номинацияларҙа ҡала округ-тары, ауыл биләмәләре араһында 27 еңеүсене бил-дәләй. Уларға төрлө күләмдә премия биреү ҡаралған, бының өсөн республика бюд-жетынан 15,9 млн һум аҡса бүленә. “Иң яҡшы подъезд” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булыусы ҡала-быҙҙың Калинин урамындағы 33-сө йорто подъезы 300 мең һум менән бүләкләнә. Был аҡсаны милекселәр йортто һәм уға ҡараған биләмәне төҙөкләндереүгә йүнәлтә ала.
Был йорт 1966 йылда төҙөлгән һәм 2009 йылдан алып “9-сы йорт идаралығы” идара итеүсе компания ҡара-мағында. Яңыраҡ ундағы подъезда ремонт баш-ҡарылған һәм милекселәр уның стеналарын ябай сағыу төҫтәр менән буяу ғына түгел, унда ысын картина төшөрөп ҡуйып матурлаған.
Радий Хәбиров муниципа-литеттарға, йорт советы рәйестәренә конкурста актив ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: