Былтыр Дәүләт Думаһына 1110 закон проекты килгән, уларҙың 876-һы ҡаралған, 551-е ҡабул ителгән, ҡалғандарын кире ҡаҡҡандар. Зариф Байғусҡаровҡа граждандарҙан 1249 мөрәжәғәт килгән, ул 64 күсмә халыҡты ҡабул итеү ойошторған, шәхси рәүештә 1924 кешене ҡабул иткән.
Ғәмәлдәге йыйылыштағы эшмәкәрлеге дәүерендә Зариф Байғусҡаров 35 закон проекты тәҡдим иткән, уларҙың 26-һы ҡабул ителгән. Былтыр өс тәҡдим индергән, уларҙың икәүһе ҡабул ителгән, алты проект ҡаралыу өҫтөндә.
- Минең тарафтан тәҡдим ителгән закон проекттары башлыса граждандар менән осрашыуҙар һөҙөмтәһендә тыуҙы. Мәҫәлән, ҡабул ителгән документтың береһе – айнытҡыстар эшмәкәрлеген тергеҙеү. 1 ғинуарҙан муниципалитеттар бындай социаль объекттар булдырыуға хоҡуҡлы һәм был айнытҡыстар йөҙәрләгән кешеләрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыуға ярҙам итәсәк. Күптәр унда асарбаҡтар ғына эләгәсәк, ти, әммә беҙ кем генә булмаһын, уларҙы ташларға хоҡуғыбыҙ юҡ, - тине депутат.
Зариф Байғусҡаров тәҡдим итеп ҡабул ителгән закондар араһында балиғ булмағандарға тәмәке, шулай уҡ насвай һәм тартыу ҡушымталары һатыу өсөн язаны арттырыу проекты бар. Бынан тыш, гараж амнистияһы тураһындағы закон әле ҡарала. Ул гараж һәм уның аҫтындағы ерҙе ябайлаштырылған формала теркәү мөмкинлеге бирәсәк.
Депутат былтыр Дәүләт Думаһы ҡабул иткән мөһим закондарҙы атап сыҡты. Улар араһында балалы ғаилә-ләргә, инвалид бала үҫтергән ғаи-ләләргә пособиелар билдәләү, иҫерт-кес эсемлектәр ҡойған урындарҙың эшмәкәрлеген сикләү һәм башҡалар.
Парламентарий әлеге ваҡытта үҙе 12 закон проекты буйынса эш алып бара. Уларҙың иң мөһиме - ғаиләләге көсләүҙе иҫкәртеү.
- Был законды эшләү әлегә бик ауыр бара, уға ҡаршылар күп. Бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 20 проценты ғаиләлә туҡмалыуға, көсләүгә дусар ителә һәм уларҙың биштән бер өлөшө генә ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә. Ғариза биргәндәренең дә күпселеге уны кире ала, сөнки ирҙәренә финанс яҡтан бәйлеләр, барыр урындары юҡ. Шуға күрә бындай ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ярҙам саралары индерергә, приюттар булдырыу, психологтар эшен көйгә һалыу кәрәк. Был законды мотлаҡ ҡабул итәсәкбеҙ. Шулай уҡ быйыл өлкәндәр өсөн шәхси ҡарттар йорттарын мотлаҡ лицензиялау тураһындағы закон да ҡабул ителәсәк, – тине ул.
Депутат белдереүенсә, быйыл да мөһим закондар өҫтөндә эш дауам итә. Улар араһында балалар өсөн юл хәүефһеҙлеге, өйһөҙ йорт хайуан-дары өсөн федераль аҡса иҫәбенә приюттар асыу, мәжбүри рәүештә алкоголизмдан дауалау, иҫерек килеш ҡабаттан эләккән кешеләрҙең машинаһын конфискациялау һәм башҡалар бар.
Матбуғат конференцияһы аҙағында Зариф Байғусҡаров журналистарға 2020 йылда берҙәм актив хеҙмәттәшлек өсөн Рәхмәт хаттары һәм ҡул сәғәттәре тапшырҙы.