газета "Салауат"
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ғинуар 2021, 12:15

Ҡала ҡарҙан таҙарҙы

Һуңғы осорҙа күпләп яуған ҡар коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эш күләмен арттырҙы.Тап шуға ла уҙған шәмбе бөтә республика буйынса “Иғтибар, ҡар!” акцияһы иғлан ителде.

Беҙҙең ҡала ла был сараға әүҙем ҡушылды. “Флора” учреждениеһы, “Альянс Сервис Салауат” һәм “Махсус автохужалыҡ плюс” йәмғиәттәре урамдарҙы ҡарҙан таҙартты, идарасы компаниялар үҙ биләмәләрендә тәртип булдырҙы.
- Юлдарҙы һәм йәмәғәт биләмәләрен таҙартыуға 25 берәмек техника һәм 45 эшсе ҡулдар йәлеп ителде. Квартал эсендәге юлдар, аллеялар, парктар, йәйәүлеләр үткәүеле, автобус туҡталыштары, балалар майҙансыҡтары ҡар “ҡоллоғонан” ҡотҡарылды, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юрий Носенко.
Островский урамының 73 а янында-ғы биләмәлә эш иртәндән алып ҡайнай.
- Ҡар күп, таҙартып өлгөр генә. Әлегә ситкә ташып торабыҙ, һуңынан ул полигондарға оҙатыласаҡ. Комплекслы эш айына бер тапҡыр ойошторола. Уға ярашлы, йорт ҡыйыҡтары, тротуарҙар, подъездар һәм юлдар таҙартыла. Ғәҙәттә, был турала иғлан яҙып эләбеҙ, эш барышына ҡамасауламаһын өсөн автотранспорт хужаларын машиналарын алыуҙарын һорайбыҙ. Әлбиттә, һәр яуым-төшөмдән һуң трактор мотлаҡ үтә, - ти “Салауат” торлаҡ кооперативының баш инженеры Галина Әмирханова.
Һигеҙ объектта, шул иҫәптән Батыр аллеяһында, “Мәңгелек ут” мемориаль комплексында, “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге артындағы аллеяла “Флора” учреждениеһы көс түкте.
- “Иғтибар, ҡар!" акцияһына теләп ҡушылдыҡ. Был беҙҙең өсөн ҡәҙимге эш. Быйыл ҡар күп. 4 берәмек техника һәм 10 кеше эшкә йәлеп ителде. Спорт майҙансыҡтарын, аллеяларҙы ла таҙарттыҡ. Кешеләр бит унда ял итергә сыға, спорт менән дә шөғөлләнә, - ти “Флора” учреждениеһының төҙөкләндереү буйынса участка начальнигы Андрей Милякин.
Ул көндө “Альянс Сервис Салауат” йәмғиәте лә ҙур эш башҡарҙы. Билдәле булыуынса, был ойошма быйыл ҡаланың төньяҡ өлөшөн таҙартыу менән шөғөлләнә. Ҡарҙан таҙартыуға махсус техника, тракторҙар сығарылғайны. Шулай уҡ туҡталыштар, йәйәүлеләр үткәүеле лә ҡар һәм боҙҙан таҙартылды.
- Бөгөн 18 кеше, шул иҫәптән ике мастер өмәгә ихлас ҡушылды. 7 кешелек тағы бер бригада эшкә сыҡты. Күпләп яуған ҡар кешеләргә күп кенә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Бөгөн тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы ҡарҙан таҙартып, ҡом һәм реагенттар һиптек, - ти “Альянс Сервис Салауат” йәмғиәте мастеры Руслана Хәсәнова.
Юл һәм тротуарҙарҙан тыш, ҡайһы бер йорттарҙың ҡыйыҡтары ла таҙартылды. Богдан Хмельницкий урамындағы 22-се йортта был эште атҡарыу өсөн автогидрокүтәргес йәлеп ителде.
- Ҡыйыҡтарҙағы ҡар өйөмдәре кешеләрҙең һаулығына һәм ғүмеренә етди хәүеф менән янай. Уларҙы ваҡытында таҙартмау бәләгә алып килеүе мөмкин. Көндәрҙең бер йылытып, бер һыуытыуы боҙлауыҡтар ҙа барлыҡҡа килтерә. Уларҙы ваҡытында алырға кәрәк, - ти “Юрматы” йәмғиәте мастеры Александр Лобанов.
Ҡышҡы өмә һөҙөмтәле уҙҙы. Таҙа, асыҡ юлдар, автобус туҡталыштары, аллеялар һәм парктар уның уңышлы үтеүен иҫбатлап тора.
Читайте нас: