Ҡала хакимиәтендә йылылыҡ өсөн ҙур күләмдәге сумма, фатирҙарға артыҡ эҫе бирелеүе йәки киреһенсә, йылылыҡтың бирелеп еткерелмәүе буйынса ултырыш уҙҙы. Осрашыуға БашРТС, идара итеүсе компаниялар һәм йәмәғәтселек вәкилдәре саҡырылды.
- Һуңғы ваҡытта ҡала хакимиәтенә йылылыҡ менән тәьмин итеүгә бәйле бик күп һорауҙар килә, берәүҙәр фатирҙарында һыуыҡ, икенселәр эҫе булыуға зарлана. Шулай ҙа күпселек мөрәжәғәттәр декабрҙә йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн түләүҙәрҙең юғары булыуы менән бәйле. Беҙ был мәсьәлә буйынса фекер алышырға, дөрөҫлөктө асыҡларға һәм халыҡҡа хәлдең айышына төшөнөргә мөмкинлек бирергә тейеш, - тине ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов.
Ултырышта йәмәғәтселек вәкилдәре сығыш яһаны һәм кешеләрҙең ризаһыҙлығын еткерҙе, һуңынан ресурс ойошма һәм идара итеүсе компания вәкилдәре хәлгә аңлатма бирергә тырышты. Кәңәшмә һөҙөмтәһендә декабрҙәге коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙең сәбәбен, дөрөҫлөгөн асыҡлау менән шөғөлләнәсәк эшсе төркөм булдырыу ҡарары ҡабул ителде. Ошо уҡ төркөм йылылыҡ энергияһын тотоноу һәм уның өсөн түләүҙәрҙе билдәләүҙе контролләү буйынса саралар ҙа тәҡдим итергә тейеш.
Аҙна башында эшсе төркөмдөң тәүге йыйылышы ла үтте. Унда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенең коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү менән килеп тыуған хәлде тикшереү буйынса эш тәртибе раҫланды. Комиссия тәү сиратта декабрҙәге түләүҙәре ноябрь айына ҡарата 40 процентҡа артҡан йорттарҙы тикшерергә булды. Эшсе төркөмдөң хеҙмәт һөҙөмтәләре беҙҙең гәзит һәм башҡа киң мәғлүмәт саралары аша халыҡҡа еткереләсәк.