Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 11:07

Лайыҡлылар үҙ баһаһын алды

2020 йыл Башҡорт теле йылы тип билдәләнгәйне. Ҡалала исемле йылға арналған байтаҡ ҡына саралар уҙғарылды. Пандемия арҡаһында улар, башлыса, онлайн-форматта үтте.

Салауат ҡалаһының ата-әсәләр комиссияһы ла халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, туған телде өйрәнеүгә күп өлөш индергән шәхестәрҙе асыҡлау маҡсатында онлайн-тауыш биреү конкурсы уҙғарҙы. Яңыраҡ ҡала үҙәк китапханаһында уның еңеүселәре билдәләнде.
- Конкурс быйыл тәүгә уҙғарылды. Ҡалала йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, юғары исемдәргә лайыҡ шәхестәребеҙ күп кенә. Маҡсаты - уларҙың хеҙмәтен баһалау, халыҡҡа күрһәтеү. Киләсәктә уны изге йолаға әйләндереп, башҡа йәмәғәт ойошмаларын да йәлеп итергә иҫәп тотабыҙ. Тауыш биреүҙә өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты, - ти ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Фәнүр Байрамғолов.
12 кеше араһынан иң күп тауыш йыйған өс кеше билдәләнде. Беренсе урынға балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы, ҡурайсы Вәсил Темиров сыҡты, унан аҙға ғына ҡалышып икенсе урынды 53-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Хәйбуллина алды, өсөнсө урында - 25-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Ҡолмохәмәтова.
- Ярышта ҡатнашыусы һәр кем иң яҡшыһы булыуға лайыҡ. Сөнки араларында ҙур тәжрибәле олпат ағай-апайҙар, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар. Шулай ҙа, хеҙмәтемде күреп, баһалап минең өсөн тауыш биргән хеҙмәттәштәремә, туғандарыма, дуҫтарыма рәхмәтемде белдерәм. Уҡыусыларымдың ҡаҙаныш-тарынан дәрт, илһам алып артабан да тырышып эшләргә насип булһын, - тине еңеүсе Вәсил Булат улы.
Рәхимә Әхтәм ҡыҙы үҙенең сығышында ойош-тороусыларға рәхмәт белдерҙе, тап шул мәлдә ауырып киткән булған, конкурс уға көс биргән, шәбәйеүен тиҙләткән. Йыйылыусыларға ҡобайыр ҙа әйтеп ишеттерҙе.
Гөлшат Зиннур ҡыҙы ла изге теләктәрен еткерҙе:
- Ата-әсәләр комиссияһы яңыраҡ ҡына ойошторолһа ла, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Йәштәр шәп, дәртле. Артабан да эштәрендә уңыштар теләйем. Ошондай ҡыҙыҡлы конкурс өсөн рәхмәтемде белдерәм, - тине.
Шулай уҡ ҡала башҡорт-тары ҡоролтайы рәйесе Азат Юлтимеров, “Аҡбуҙат” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ишбулат Иҫәнбаев та сығыш яһап, был башланғысты хупланы. Киләсәктә бергә уны тағы ла киңерәк, күләмлерәк итергә кәрәк, тигән ҡарарға килделәр.
Сара тәмле сәй табыны артында йылы һөйләшеү форматында уҙҙы. Пандемия кәртә ҡуйып торғанғамы, фекерҙәштәрҙең һөйләшеп һүҙе бөтмәне, киләсәккә маҡсаттар билдәләп, берҙәм булырға килешеп таралышты улар.
Читайте нас: