газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2021, 11:09

Алданған өлөшсөләр яҙмышы хәл ителә

Республикала алданған өлөшсөләр проблемаһы һаман көнүҙәк булып ҡала. Иркен, яҡты йортта йәшәргә теләп, күп кешеләр өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашырға ризалаша. Әммә намыҫһыҙ төҙөүселәрҙең ғәйебе арҡаһында уларҙың бөтә уй-хыялдары селпәрәмә килә.

Был мәсьәлә беҙҙең ҡалала ла киҫкен тора. “ТехСтройСервис” йәмғиәте Бекетов урамындағы 20-се техник һанлы биш ҡатлы йорт төҙөлөшөн башлағас, 60-тан ашыу граждан төҙөүселәр менән килешеү төҙөй. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың торлаҡлы булыу ниәте тормошҡа ашмай: йылдар үткәс тә, йорт барыбер төҙөлөп бөтмәй. 2020 йылдың аҙағында ғына боҙ урынынан ҡуҙғала: Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды ҡарары буйынса, “ТехСтройСервис” йәмғиәте банкрот тип таныла һәм республиканың Эске эштәр министрлығы төҙөүсегә ҡарата тикшереү башлай.
Уҙған аҙна “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә өлөшсөләрҙең ҡала хакимиәте, прокуратура һәм конкурс идарасылары вәкилдәре менән тәүге осрашыуы уҙҙы. Унда аҡса индереп, торлаҡ ала алмаған бөтә кешеләр ҙә компенсация түләү йәки йортто төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеү өсөн ғариза бирҙе.
- Документтарҙы йәмәғәт -хоҡуҡи компанияға, граж-дандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондына тапшырам. Улар бөтә нәмәне өйрәнеп, йәки компенсация бүлергә һәм килешеүҙәр буйынса аҡса-ларҙы ҡайтарырға, йәки объектты төҙөп бөтөүгә аҡса бүлергә тигән ҡарар ҡабул итәсәк, - тип аңлатты осрашыу барышында конкурс идара-сыһы Динара Коновалова.
Әлеге мәлдә был йорт төҙөлөшөнә шәхси аҡсаларын һалырға риза булған бер генә төҙөүсе ойошма ла юҡ.
Оксана Абрашеваны ла был проблема ситләп үтмәгән. Ул үрҙә әйтелгән йәмғиәт менән 2015 йылдың декабрендә үк килешеү төҙөгән, йорт 2017 йылдың беренсе кварталында тапшырылырға тейеш булған. Кәрәкле сумманы түләү өсөн өлөшсө ипотека алған:
- Ипотеканы ла шунда уҡ бирмәнеләр, банктар баш тартты. 2016 йылда кредит биреүсе бер банк табылды. Әлеге көнгә тиклем булмаған фатир өсөн ипотека түләйбеҙ. 2018 йылда төҙөүсене судҡа бирҙек һәм унда еңеп сыҡтыҡ, әммә ул һаман беҙгә бурысын ҡайтарманы. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, нимә генә эшләп ҡараманыҡ - барыһы ла бушҡа ғына булды. Йәмғиәтте ҡасан банкрот тип иғлан итәсәктәрен көтөгөҙ тигән яуап ҡына ишеттек. Һуңынан алданған өлөшсөләр бергә йыйылып, үҙебеҙҙең төркөмдө булдырҙыҡ. Беҙ күмәк булып сыҡтыҡ. Ҡала хакимиәте ярҙам итте, башлыҡ Игорь Мироновта ҡабул итеүҙә булғас эш ҡуҙғалды. Быға бик шатбыҙ. Ошо ваҡыт эсендә ике балабыҙ тыуҙы, был бер бүлмәле фатир беҙгә кәрәкмәй ҙә инде хәҙер. Йортто төҙөп бөтһәләр ҙә, аҡсаһын кире ҡайтарһалар ҙа ризабыҙ, - ти алданған өлөшсө.
Читайте нас: