Музей үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған мәҙәни усаҡ ул. Ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла башҡорт халҡы-ның йәшәү рәүешен, эшмәкәрлеген сағылдырған экспозициялар ярҙамында халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнә киткән бай тарихы менән танышырға була. Улар тураһында “Мираҫ” сәнғәт һәм мәҙәниәт учреждениеһының тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Нәсимә Кулябина һөйләй:
- Музейҙың икенсе ҡатында урынлашҡан “Башҡорт тирмәһенең йорт-йыһаздары” тип аталған экспозиция башҡорттарҙың көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте тураһында бәйән итә. Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән шөғөлдәрен - йылҡысылыҡ, малсылыҡ, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡто кәүҙәләндергән йыһаздар тирмә эсендә һәм витриналарҙа урын алған. Быуаттар буйына дауам иткән азатлыҡ өсөн көрәш тураһында “Башҡорт халҡының милли батыры - Салауат Юлаев” экспозицияһы аша танышырға мөмкин. Шулай уҡ “Юрматы ере” экспозицияһы боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе - Юрматы ырыуы, уның билмәләре, символдары менән таныштыра. Фотоһүрәттәр Юрматы ырыуының ғына түгел, ә бөтә башҡорт халҡының хужалыҡ эшмәкәрлеген күрһәтә.