- Игорь Геннадьевич, Салауатты ғына түгел, донъяның барлыҡ илдәрен әлеге ваҡытта борсоған проблема - ул коронавирус. Беҙҙең ҡалала был сир менән хәл ниндәй кимәлдә?
- Беҙҙең ҡалала коронавирус буйынса хәл тотороҡло тип әйтер инем. Ауырыусыларҙың күбеһе 30-ҙан 49 йәшкә тиклемгеләр, артабан 50-нән 64 йәшкә тиклемгеләр килә, шунан 16-17 йәшлек үҫмерҙәр һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1-ҙән 6 йәшкә тиклемге балалар ҙа бар. Салауатта коронавирусҡа тест уҙғарыу буйынса алдынғылар рәтендә. Ҡалала 120 кешегә иҫәпләнгән ковид-госпиталь эшләй. Унда бөгөнгө көнгә 80-гә яҡын кеше дауалана. Дарыуҙар менән тәьмин ителеш юғары кимәлдә, белгестәр ауырыуҙың хәленән сығып дауалауҙы тәьмин итергә әҙер.
- Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров Салауатта врачтар етешмәүен, уларҙың күпләп эштән китеүен тәнҡитләне. Был хәлде яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә?
- Ысынлап та был иң көнүҙәк проблемаларыбыҙҙың береһе. Беҙҙә һуңғы биш йыл эсендә медицина кадрҙарының китеүе күҙәтелә. Врачтарҙың күбеһе оло йәштә һәм улар үҙ аллы изоляциянан һуң, хаҡлы ялға китергә ҡарар итте. Салауаттан башҡа ҡалаға, районға күскән табиптар, ординатураға инеүселәр, шулай уҡ башҡа ғаилә сәбәптәре менән китеүселәр дөйөм хәлдә сағылыш таба. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа дауаханала етәкселектең йыш алмашыныуы ла йоғонто яһағандыр тигән һығымтаға килдем. Был хәл яҡшырыр, тип уйлайым. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, йәйен унда яңы баш врач килде һәм беҙ уға һәр яҡлап та ярҙам итергә әҙербеҙ.
Врачтарға стандарт республика ярҙамынан тыш, беҙҙең ҡаланың үҙ ярҙам төрҙәре ҡаралған. Медицина белем биреү учреждениелары менән бәйләнеш булдырылған, уҡып бөткәс Салауат ҡалаһына килеп эшләргә теләк белдергән 5-6 курс студенттарына 10-шар мең һум өҫтәмә стипендия түләнә. Хәйриәлек йүнәлешендә беҙҙең ҡалала уникаль программа бар, ҡалаға эшкә килгән врачтарға 1 млн һум аҡса түләнә. Эйе ул, әлбиттә, тотошлайы менән шунда уҡ бирелмәй, билдәле ваҡытҡа һуҙып түләнә, әммә был 30 мең һум яңы эш башлаған табиптың эш хаҡына ярайһы уҡ яҡшы өҫтәмә булып тора.
Шулай уҡ дефицит медицина белгестәренә 1 млн түләү программаһына ла ингәнбеҙ. Бынан тыш, врачтарға торлаҡ менән ярҙам итеү саралары күрелә, был мөмкинлектән 23 белгес файҙаланды ла инде. Был саралар үҙ һөҙөмтәһен бирергә тейеш, тип уйлайым.
- Быйыл ҡала хакимиәте эшмәкәрлегендәге ниндәй өс мөһим йүнәлеште билдәләп үтер инегеҙ?
- Пандемияға бәйле медицина учреждениеларының эшмәкәрлеген үҙгәртергә тура килде. Беҙ ковид-гос-питаль, абсерватория, изолятор ойош-торҙоҡ. Белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге дистанцион форматҡа күсерелде. Ошоға бәйле күп кенә мәсьә-ләләрҙе хәл итергә тура килде. Был беренсенән. Ә икенсенән, ул төҙөклән-дереү, ҡала халҡының йәшәйешенә уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән хеҙмәт. Өсөнсөнән, ул - беҙҙең инвестицион потенциалды үҫтереү. Салауат ҡалаһында инвестициялар һалыу өсөн мөмкинлектәр етерлек һәм уның менән файҙаланырға кәрәк.
- «Башҡорт ихаталары», ҡала мөхите, подъездарҙы ремонтлау - был быйыл тормошҡа ашырылған ҙур программалар. Һеҙ был эштәргә ниндәй баһа бирер инегеҙ, ниндәй етешһеҙлектәрҙе билдәләп үтер-һегеҙ?
- Беҙ быйыл «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 5 ихатаны төҙөкләндерҙек. 23 күп фатирлы йортта 100-гә яҡын подъезға ремонт эшләнде. Ағиҙел буйын төҙөкләндереүҙең беренсе этабын тамамланыҡ. Дөйөм алғанда, мин башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт ҡалдым, шулай ҙа киләсәктә нимәне һәйбәтләргә, төҙәтергә тигән бурыстар бар. Ҡайһы бер объекттар буйынса сроктар күсерелде, шулай булһа ла улар тамамланып ҡуйылды. Киләсәктә подряд ойошмаларын һайлап алыуға ентекле ҡарарға, уларҙың эшен ныҡлы контролдә тоторға кәрәк булыр. Шул саҡта ойошмалар үҙҙәренең бурыстарын үтәүгә лә яуаплы ҡараясаҡ. Шулай уҡ пандемия ла материалдар менән тәьмин ителешкә үҙ төҙөтмәләрен индерҙе.
- Ә киләһе йылда был программалар буйынса ниндәй эштәр башҡарыласағы билдәлеме?
- 2021 йылда «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса Ағиҙел буйын төҙөкләндереүҙең икенсе этабын тормошҡа ашырыу ҡаралған. Был биләмә матур ял итеү урынына әйләнергә тейеш. Ваҡыты менән унда сауҙа, туҡланыу урындары ла барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ. «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 6 территорияны яңыртыу планлаштырыла. Подъездарға килгәндә, 200 подъезды ремонтларға иҫәп тотабыҙ.
- Игорь Геннадьевич, беҙҙең ҡалала сүп-сар реформаһы буйынса ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу контейнерҙары ҡуйыласаҡмы? Ғөмүмән, ҡалдыҡтарҙы үтилләште-реүҙең киләсәген нисек күрәһегеҙ?
- Беҙ «Эко-сити» төбәк операторы менән 717 ҡала сүп йыйыу урындарында контейнерҙарҙы евро тибындағыларға алыштырыу хаҡында һөйләшеп килештек. Шулай уҡ пластиктан тыш, быяла һәм алюмин ҡалдыҡтарын айырым йыйыуҙы ойоштороу ҙа ҡарала.
- Салауаттарҙың күпселеген ташландыҡ биналарҙың яҙмышы ҡыҙыҡһындыра. Улар менән нимә булыр?
- Ысынлап та ҡала территорияһында ундай объекттар бар. Беҙ уларҙы идентификацияланыҡ һәм инвесторҙарға тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән, ике йыл буйына дөйөм ятаҡтарҙың профилен үҙгәртәбеҙ, төҙөүсе уларҙы алып, торлаҡ йорттар итеп үҙгәртә. Элекке интернат бинаһын йәштәр программаһы нигеҙендә тергеҙергә планлаштырабыҙ. Көрәштең төрлө төрҙәрен бер бинаға туплау уйы бар. Бының өсөн шулай уҡ ташландыҡ биналарҙың береһен төҙөкләндереп алыу ҡарала.
- Торлаҡ тураһында һүҙ йөрөткәндә, Салауатта өлөшсөләр темаһы ябылғанмы?
- Әлегә был проблема ябылмаған, беҙҙең ҡалала бер төҙөлөп бөтмәгән йорт бар. Яңыраҡ ҡына уның буйынса суд ултырышы булды, төҙөүсе ойошма банкрот тип иғлан ителде, унда конкурс идарасыһы билдәләнгән һәм 2022 йылдан да ҡалмай беҙ өлөшсөләр проблемаһын хәл итеп бөтөргә тейешбеҙ.
- Беҙ ҡаланың көньяҡҡа табан үҫеүен күрәбеҙ. Торлаҡтан тыш, был йүнәлештә ниндәй объекттар барлыҡҡа киләсәк?
- Салауат ҡалаһы көнсығыштан йылға, көнбайыштан тимер юлы һәм баҡсалар, төньяҡтан сәнәғәт зонаһы менән сикләнеүе арҡаһында көньяҡҡа табан үҫешергә тейеш. Шулай ҙа ҡала эсендә лә әлегә төҙөлөш урындары етерлек. Беҙ актив рәүештә 6-сы, 8-се микрорайондарҙа төҙөлөш алып барабыҙ, 4-се микрорайон төҙөлөшөн тамамлаясаҡбыҙ. Торлаҡ йорт төҙөлөшө планын үтәйбеҙ, быйыл 26 мең квадратҡа яҡын торлаҡ сафҡа индерелде. Беҙ торлаҡ йорт ҡына түгел, социаль объекттар төҙөйәсәк ойошмаларҙы ла йәлеп итергә тейеш икәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Был юҫыҡта эш алып барабыҙ.
- Яңы мәктәп төҙөлөшөн халыҡ түҙемһеҙлек менән көтә. Был проект ҡасан тормошҡа ашырыла башлар?
- Йыл аҙағына тиклем беҙ дәүләт экспертизаһының һөҙөмтәһен алырға тейеш, һуңынан артабанғы этаптарға күсеү мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Был һорауҙы мин айырым контролдә тотам. Шулай уҡ «Төҙөүсе» стадионын төҙөкләндереү мәсьәләһен дә күҙ уңынан ысҡындырмайым.
- Игорь Геннадьевич, октябрь аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән һәм башҡорт телен һаҡлау буйынса комиссияһының ултырышы уҙҙы. Унда Салауат ҡалаһындағы башҡорт телен үҫтереүгә бәйле көнүҙәк һорауҙар күтәрелде. Уларҙың ҡайһылары хәл ителде, ҡайһылары киләсәккә ҡараласаҡ?
- Салауат ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы менән конструктив эшлекле мөнәсәбәттәр булдырылды, беҙ бер-беребеҙҙе ишетәбеҙ һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе аңлау бар. Быйыл Башҡорт теле йылы тамамланһа ла, беҙҙең эштәр дауам итәсәк. Быйыл бик күп эштәрҙе тормошҡа ашырыуға ирештек. 53-сө мәктәпкәсә белем учреждениеһы ике балалар баҡсаһына бүленде, бер корпус дөйөм төрҙәге, икенсеһендә башҡорт балалар баҡсаһы була һәм унда белем биреү,тәрбиә тулыһынса башҡорт телендә алып барыласаҡ. 25-се гимназияға тулыһынса башҡорт гимназияһы статусын ҡайтарҙыҡ, унда уҡытыу башҡорт телендә лә, рус телендә лә алып барыласаҡ, әммә башҡорт теле тәрән өйрәтеләсәк. Бынан тыш, украин мәктәбен республика халыҡтары телдәрен өйрәнеү үҙәге тип үҙгәрттек, унда дүрт, шул иҫәптә башҡорт телен өйрәтеү алып барыласаҡ. 10-сы балалар баҡсаһын һәм яңы төҙөләсәк мәктәпте полилингваль белем биреү учреждениелары итеү күҙаллана.
- Һеҙҙең ҡатнашлыҡта йыш ҡына инвестиция сәғәттәре үтә. Әйтегеҙ әле, Салауат инвесторҙарҙы йәлеп итерлек ҡаламы?
- Эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен аҙна һайын уҙғарып торабыҙ. Унда һәр кем үҙенең идеялары, тәҡдимдәре менән ҡатнаша ала. Салауат республикабыҙҙың ҙур сәнәғәт үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, инвестицияларҙы йәлеп итерлек ҡала, тип иҫәпләйем. Ҡала менән сиктәш биләмәлә республиканың «Алға» иҡтисад зонаһының барлыҡҡа килеүе бер яҡтан ҡала үҫеше өсөн ыңғай күренеш булып тора, сөнки ҡала халҡына өҫтәмә эш урындары булдырыуға, торлаҡ төҙөлөшөнә булышлыҡ итә, әммә икенсе яҡтан Салауат ҡалаһы өҫтәмә һалымдарҙан мәхрүм ҡаласаҡ, сөнки был ойошмалар беҙҙең ҡала биләмәһенә ҡарамай. Шулай уҡ был иҡтисади зона тәҡдим иткән ташламаларҙы беҙҙең ҡала тәҡдим итә алмай. Шулай ҙа беҙ эшләйбеҙ һәм беҙҙең ҡала был иҡтисади зонаның өҫтәмә майҙансығы итеп индерелер, тип ышанам.
Салауаттың оптика-механика заво-ды биләмәһендә индустриаль парк булдырыу планлаштырыла. Унда произ-водство, офистар эше өсөн бөтә ин-фраструктура, шарттар булдырылған. Ғөмүмән, инвесторҙарға тәҡдим итерлек майҙансыҡтарыбыҙ етерлек һәм был юҫыҡта эшләйбеҙ.
- Ҡала һәм ҡалаға нигеҙ һалыусы предприятие менән электән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Әлеге ваҡытта был хеҙмәттәшлек ниндәй кимәлдә һәм ҡала тормошонда нисек сағылыш таба?
- «Газпром нефтехим Салауат» ойошмаһы электән ҡалаға ярҙам итеп килә һәм киләсәктә лә был хеҙмәттәшлек дауам итер тип өмөт итәм. Беҙ ҡала һәм предприятиеның юбилейҙарына ла бергә әҙерләнәбеҙ. Улар быйыл «Мәңгелек ут» мемориаль комплексын төҙөкләндереп бөттө, дистанцион уҡыуға күскәс, «Газ-пром нефтехим Салауат» һәм «Салауат-быяла» ойошмалары мохтаж ғаиләләрҙе гаджеттар менән тәьмин итеүгә ярҙам күрһәтте. Киләсәктә «Газпром нефтехим Салауат» менән берлектә 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә балаларҙың техник паркын - кванториум булдырыу ҡарала. Әлеге ваҡытта беҙ предприятиеның етәкселеге менән ҡала һәм компанияның юбилейы сиктәрендә ҡаланы матурыраҡ, уңайлыраҡ итеү өсөн бер нисә проектты тормошҡа ашырырға уйлайбыҙ.
- «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте ҡала паркын төҙөклән-дереү буйынса масштаблы эш башҡарҙы. Уны артабан да үҫтереү пландары бармы?
- Үҙәк парк ҡала халҡын ғына түгел, ҡала ҡунаҡтарын да йәлеп итеп торған урын. Уны әлеге ваҡытта «Флора» учреждениеһы ҡарай. Уны төрлө күңел асыу, мәҫәлән, атракциондар менән тулылындарыу тәҡдимдәре килә, шулай уҡ уны тыныс ҡына ял итеү урыны итеп ҡалдырыуҙы һораусылар ҙа күп. Нисек кенә булмаһын, был парк тик халыҡтың фекере нигеҙендә генә үҙгәрәсәк. Быйыл унда тейендәрҙе алып ҡайттыҡ, киләсәктә быуаға аҡҡоштар һәм өйрәктәр ебәреү күҙаллана.
- Салауат динамикалы үҫеүсе ҡала. Шулай ҙа уның өсөн ниндәй проблемалар бар?
- Салауат ҡалаһының да проблемалары бар. Уларҙың береһе - демография. Беҙҙең ҡала һуңғы биш йыл эсендә өс мең ярым кешегә кәмегән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй, әммә бының менән килешергә ярамай, уны һәйбәт яҡҡа үҙгәртергә кәрәк. Салауат ҡалаһынан халыҡ китмәһен өсөн үҙебеҙҙә уңайлы йәшәү шарттары булдырырға бурыслыбыҙ. Икенсе киҫкен мәсьәләләрҙән килем потенциалының, сәнәғәт производствоһының, инвестициялар йәлеп итеүҙең төшөүен әйтер инем. Алда әйтеп үтеүемсә, медицина кадрҙары проблемаһын хәл итергә кәрәк. Шулай уҡ подъездарҙың торошо, уңайлы ҡала мөхитенең тейешле кимәлдә булмауы һәм мәғариф, мәҙәни-социаль учреждениеларҙың насар торошо беҙҙе борсоған һорауҙар иҫәбендә. Хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Мин үҙ алдыма был хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә тигән маҡсат ҡуйҙым.
- Оҙаҡламай Салауат ҡалаһы үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо йүнәлештә алып барылған эштәр хаҡында әҙ генә булһа ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
- “Газпром нефтехим Салауат” һәм башҡа ҡала тормошона битараф булмаған кешеләр менән осрашып, ҡаланың юбилейы уңайынан проекттар буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарҙыҡ. 1 ғинуарҙан уларҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. Улар Салауатты матур, уңайлы, республиканың лайыҡлы ҡалаһына әйләндереүгә йүнәлтелгән. “Салауат - 75” программаһы сиктәрендә беҙ бер нисә объект булдырыуҙы планлаштырабыҙ. Беренсенән, беҙ Салауат саңғы юлын тергеҙергә ҡарар иттек. Икенсенән, “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы янындағы биләмәне төҙөкләндереү ҡарала, унда “Дан аллеяһы” барлыҡҡа киләсәк һәм ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергәндәргә шулай хөрмәт күрһәтеләсәк. Өсөнсөнән, беҙ ҡаланың дизайн-кодын булдырыу тураһында уйланыҡ, был Салауатҡа ингә урындарҙы, оло урамдарҙағы йорттарҙың фасадтарын берҙәм стилгә килтереүгә мөмкинлек бирәсәк. Тағы ла масштаблы проекттарҙың береһе - “Салауат-арт” проекты, ул Өфөләге “Квадрат-арт”ҡа оҡшаш, йәштәрҙең йыйылыу, күңел асыу, мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу майҙансығы буласаҡ. Һәм башҡа проекттар ҡарала, улар әлегә сер булып ҡалһын.
- Игорь Геннадьевич, һеҙ нисә йәштә Ҡыш бабайға ышаныуҙан туҡтанығыҙ?
- Нисә йәштә ышаныуымдан туҡтағанмындыр, иҫләмәйем. Шулай ҙа бер мәл Ҡыш бабай юҡлығын аңлау килде. Күңел төштө, әлбиттә, әммә бөтәһе лә бының аша үтә.
- Теләктәр тормошҡа ашһын өсөн мөғжизәнән тыш, тағы ла нимә кәрәк?
- Минеңсә, бөтә уңыш тырышлыҡтан тора. Үҙеңә ышанырға, алдыңа маҡсаттар ҡуйырға һәм ҡаршылыҡтарға ҡарамай, уларға ирешергә, ныҡышмалылыҡ һәм хеҙмәт кәрәк. Шул саҡта уңышҡа өлгәшеп була.
- Һеҙ бүләк тапшырырға яратаһығыҙмы, яратһағыҙ кемгә һәм ниндәй бүләктәр?
- Мин үҙем бүләк алыуға ҡарағанда, уларҙы бүләк итергә яратам. Бөтәһенә лә бүләк бирергә тырышам, уларҙың күҙҙәрендәге шатлыҡты күреү үҙемә ҡыуаныс. Әммә күп йыллыҡ тәжрибәмдән күренеүенсә, бүләктең ҡиммәтле булыуы кеше өсөн мөһим түгел, ҡайһы берҙә ниндәйҙер ваҡ-төйәк тә нығыраҡ шатландырыуы ихтимал. Мин үҙемдең тормош иптәшемдән дә беләм, ниндәйҙер йомшаҡ уйынсыҡ бүләк итһәм дә, ул ихлас ҡыуана.
- Яңы йылды ҡайҙа ҡаршы алаһығыҙ?
- Ғаиләм менән Салауатта. Беҙҙең матур йола бар, байрамды бер өҫтәл артына йыйылып ҡаршы алабыҙ. Сәғәт телдәре ун икене һуҡҡанда, теләктәр теләйбеҙ, ҡосаҡлашабыҙ, шампан шарабы эсәбеҙ. Был юлы ла традицияны боҙмаясаҡбыҙ.
- Һеҙҙән салауаттарға Яңы йыл ҡотлауы.
- Уҙған йыл еңелдән булманы, шулай ҙа бик күп яҡшы нимәләр эшләнде. 2021 йылды һәр ҡайһыбыҙ яңы өмөттәр, иң изге теләктәренең тормошҡа ашыуына ҙур ышаныстар менән ҡаршы ала. Мин һеҙгә теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем. Яҡындарығыҙ янығыҙҙа булһын. Бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, маҡсаттарға ирешегеҙ. Яңы йыл менән!