Урам буйынан алынған аҙыҡтың һаулыҡҡа зыянлы булыу ихтималлығы хаҡында күптәр белһә лә, осһоҙораҡ тип, аҡсаларын шунда ҡалдырып китә. Урамда тәҡдим ителгән аҙыҡ-түлектең сифаты тикшерелмәй. Билдәләнмәгән урындарҙа сауҙа итеүселәрҙең күп осраҡта кәрәкле документтары булмай сыға. Беҙҙең ҡалала ла бындай урындар бар. Уларға ҡарата күп тапҡырҙар протоколдар төҙөлһә лә, кәсепселәр әлеге шөғөлөн ташларға йыйынмай. Штраф түләйҙәр ҙә, һатыу итеүҙәрен дауам итәләр. Тик, һәр нәмәнең сиге була. 18 декабрҙән Башҡортостанда Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар урамда сауҙа иткән өсөн штрафты байтаҡҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Тейешле документҡа Башҡор-тостан Башлығы ҡул ҡуйҙы.
Ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса бүлеге һәм хоҡуҡ һаҡлау вәкилдәре ингән администра-тив комиссия йыш ҡына ошондай урындарға сыға. Үҙгәрештәр үҙ көсөнә ингәндән һуң административ комиссия тағы бер рейд үткәрҙе. Тәүге адрес - Островский урамындағы “Мария” магазины янындағы майҙансыҡ. Был урын күптән бәләкәй баҙарға әүерелеп бөткән. Тикшереү консерваланған, тоҙло бәшмәк һатыусы бабайҙан башланды. Уға закон буйынса бешкән, тоҙланған, маринадланған бәшмәк һатыу ҡәтғи тыйылғанын аңлатырға тырышалар. Әммә бабай, бының менән ризалашыр урынға, хатта бәшмәкте тәмләп ҡарарға тәҡдим итте, бер генә ағыуланыу осраҡтары ла булманы, тип ҡаршылашты. Шулай ҙа әйберҙәрен йыйырға тура килде. Икенсе берәү таҫтамал-туҡымалар менән сауҙа итә. Уға әллә нисәмә тапҡыр протокол төҙөлһә лә, законһыҙ урында халыҡҡа үҙ тауарын тәҡдим итеүен дауам итә. Тикшереүселәрҙе күреп, ҡайһы берәүҙәр урындарын ташлап китергә ашыҡты. Ҡасып өлгөрә алмаусылар ҙа булды. Был һатыусы күптәргә таныш. Хәләле менән бергә һатыу итәләр. Комиссияны күреп, йәһәт кенә машинаһына тауарҙарын тейәне, руль артына инеп ултырҙы, әммә китеп өлгөрмәне. Паспортын, машина йөрөтөүгә таныҡлығын талап итеүгә: “Өйҙә ҡалған улар. Мин бында һатыу итмәйем, үтеп кенә китеп бара инем”, - тине күҙен дә йоммай. Автомобиленән сығыуын һорағас, ул аптырап ҡалманы, газға баҫты ла, ҡуҙғалып китте. Машинаһында тауар барлығын фотоға төшөрөп өлгөргән хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡатынына ире тураһында уларҙа мәғлүмәттәр булыуын, уға ҡарата үҙе юҡлығында административ протокол төҙөләсәген белдерҙе.
Әлеге ваҡытта шыршы баҙарҙары әүҙем эшләй. Ҡыуанысҡа, бында бер ниндәй ҙә закон боҙоу асыҡланманы. Һатыусыларҙың ҡала хаки-миәтенең сауҙа бүлеге менән төҙөлгән килешеүҙәре бар. Һөт аҙыҡтары хужаларының да документтары тәртиптә. Бына емеш-еләк, йәшелсә менән сауҙа итеүселәргә ҡарата протокол төҙөргә һәм штраф һалырға тура килде.
- Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров махсус тәғәйенләнмәгән урындарҙа сауҙа иткән өсөн штрафтарҙы арттырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер граждандарға - 500 һум - 3 мең, вазифалы кешеләргә - 20 - 40 мең һум, ойошмаларға 40 - 100 мең һум штраф һалына. Законды ҡабаттан боҙған осраҡта штраф граждандарға - 5 мең, вазифалы кешеләргә - 50 мең, ойошмаларға 150 мең һумға тиклем арттырыла, - тип һөйләй административ комис-сия ағзаһы Сергей Васильев.
Ул шулай уҡ урамда законлы һатыу итеп булыуын билдәләне.
- Быйылдан алып, сауҙа бүлеге элекке “Орленок” кинотеатры артындағы 500 квадрат метрлыҡ майҙансыҡты сауҙа итеү өсөн рәсми раҫланы. Эшҡыуарҙарға ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлегенә мөрәжәғәт итеп, килешеү генә төҙөргә кәрәк. Әлеге моментҡа бер генә төҙөлгән килешеү ҙә юҡ, - тине Сергей Николаевич.
Сауҙа бүлеге шундай мөмкинлек биргәндә, ниңә унан файҙаланмаҫҡа? Ни бары килешеү генә төҙө лә, комиссия, тикшереүселәрҙән ҡурҡмайынса рәхәтләнеп һатыу ит әйҙә.
Тикшереүселәр “Реклама тураһында”ғы законды боҙоусыларҙы ла асыҡланы. Кейем-һалым һатҡан эшҡыуарҙың аренда буйынса документтары тәртиптә, бер ниндәй дәғүә лә юҡ, тик уға тауарына реклама яһау өсөн иғландарҙы бағаналарға йәбештергән өсөн штраф һалырға тура килә. Сөнки реклама ҡағыҙҙары тирә-яҡты бысрата, ҡаланың тышҡы йөҙөн боҙа. Эшҡы-уарҙар быны аңларға тейеш.
Административ комиссия тағы бер законһыҙ сауҙа итеү урынында - Островский урамындағы “Арго” магазины янындағы майҙансыҡта булды. Бында ла боҙоуҙар асыҡланды, протоколдар төҙөлдө. Ҡала халҡына бал тәҡдим иткән һатыусыға лаборатор тикшереү үткәндән һуң ғына тауарҙы сауҙаға сығарырға рөхсәт икәнлеген төшөндөрҙөләр. Шыршы менән һатыу итеүселәрҙең барыһының да тиерлек документтары тәртиптә. Тик етешһеҙлектәр ҙә асыҡланды. Шыршы һатыусынан килешеү талап иттеләр. Килешеү бар, ул хужала, тине. Хужа менән телефон аша бәйләнешкә сыҡҡас, эшҡыуар тикшереүселәргә шыршылар уның тауары түгеллеген һәм был кешене бөтөнләй белмәүен белдерҙе лә трубканы һалды. Яуаплылыҡтан бына шулай ҡасты. Протоколды һатыусыға төҙөргә тура килде. Штрафты ла уға түләргә кәрәк буласаҡ.