газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2020, 12:41

Мәрхәмәтлеккә ҡытлыҡ булмаһын

Коронавирус пандемияһына бәйле еңел булмаған осорҙа кешеләр мохтаждарға ярҙам итеү маҡсаты менән берләшә. Был изге эштән йүнселдәр ҙә ситтән ҡалмаҫҡа тырыша. Салауат Эшҡыуарҙар ассоциацияһы хәйриәлек башланғысы менән сыҡҡас, идеяны ҡаланың бизнес йәмәғәтселеге күтәреп ала. Уларҙың ярҙамы менән ошо көндәрҙә 70 кешегә аҙыҡ-түлектән торған йыйылма алып барып тапшырыласаҡ.

- Беҙҙең ҡаланың Эшҡыуар-ҙар ассоциацияһы мохтаждарға ярҙам итеү башланғысы менән сыҡҡас, йүнселдәр финанс ярҙам күрһәтергә ҡарар итте. «Аэромед» (етәксеһе Р.Хәкимов), «Яңы быуын» (етәксеһе В.Канафьев), «Каскад» (етәксеһе С. Лукьянов), шәхси эшҡыуарҙар Э.Овсянникова, Р.Зөлҡәрнәев был сараға ҡушылды. Аҙыҡ-түлек йыйылмаларын «Гастроном» йәмғиәте әҙерләне. Мин был ярҙам өсөн эшҡыуарҙарға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был бер тапҡыр ғына үткәрелә торған акция түгел, ҡулыбыҙҙан килгәнсә артабан да ярҙам итәсәкбеҙ, башҡа йүнселдәр ҙә ҡушылыр, тип ышанам, - тине Салауат ҡалаһы Эшҡыуарҙар ассоциацияһы етәксеһе Валерий Канафьев.
Уның һүҙҙәренсә, был изге эшкә тауарҙар ташыусы “Сапҡын” компанияһы ла ҡушылған, улар аҙыҡ-түлек йыйылмаларын адресаттарға бушлай алып барып тапшыра.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһына ярмаларҙың бер нисә төрө, макарон изделиелары, ҡуйыр-тылған һөт, сәй, печенье һәм башҡа оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡтар ингән. Мохтаждарҙың исемлеген ҡала хакимиәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы бүлексәһе биргән. Барлығы 70 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы әҙерләнгән.
Тәүге адресат – ул 92 йәшлек Венера Ҡаҙиҡова.
- Был йылдың ауырыуҙары китһен, Яңы йылды ғаиләбеҙ менән бергә, сәләмәтлектә, шатлыҡта ҡаршы алайыҡ, тип теләйем. Иғтибар һәм бүләктәр өсөн рәхмәт, - тине ҡыуанып ҡалабыҙҙың ағинәйе.
Ғайнан Таипов яңы ғына 84 йәшен тултырған. Ул шулай уҡ йәштәрҙең ололарға ошолай ихтирам күрһәтеүҙәренә шат булды.
- Яңы йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршы алығыҙ, иҫән-имен булығыҙ, һаулыҡ – ул ҙур байлыҡ. Яҡындарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ, бына минең әбейемдең яҡты донъяларҙан китеүенә 6 йыл. Доғаларым йәшәүгә көс бирә, - тине ул.
Ҡалабыҙҙың бизнес вәкилдәре ололарҙы етеп килгән байрам менән ҡотлап ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.
Читайте нас