«Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусы-ларҙың сығыштары быйылғы Башҡорт теле йылында башҡарылған эш-тәргә байҡау яһауға, киләсәктәге план-дарға арналды. Салауат башҡорттары ҡоролтайы, уҡытыу-методика үҙәге һәм ата-әсәләр комиссияһының хеҙмәт һөҙөмтәләре хаҡында «Салауат» гәзитенең уҙған һанында шулай уҡ Башҡорт теленә арнап ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»ендә уның етәкселәре тулыһынса бәйән итте һәм беҙ ул мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙыҡ.
Ҡалабыҙҙың мәҙәниәт өлкә-һенә килгәндә, Алина Сәлихова бел-дереүенсә, 2020 Башҡорт теле йылы сағыу һәм ваҡиғаларға бай булған. Сәнғәт усаҡтары коллективтары, әлбиттә, бөтә санитар-эпедимиологик талаптарҙы иҫәпкә алып, үҙҙәрендә лә бик күп саралар ойошторған, төрлө ижади бәйгеләрҙә лә һынау тотҡан, ҡыҙыҡлы акцияларҙа үҙҙәрен әүҙем күрһәткән. Китапханалар, тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге, балаларға өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҙғарған бихисап сараларҙың барыһы ла милли мәҙәниәтте уның тарихы, теле, йолалары аша күтәреүгә бағышланған.
Ҡалабыҙҙағы берҙән-бер башҡорт белем усағы булған 25-се башҡорт гимназияһы шулай уҡ пандемияға бәйле сикләүҙәр ҡуйылыуға ҡарамаҫтан, туған телгә бәйле бик күп кенә сараларҙы онлайн рәүештә уҙғарыуға өлгәшкән. Белем биреү йорто директоры Фирҙәүес Хисмәтуллина уҡыусыларҙа туған башҡорт телебеҙгә һөйөү уятыуҙа гимназия уҡытыусыларының хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне. 25-се башҡорт гимназияһының Халыҡ-ара туған телдәр көнө арналған сараһы, халыҡ-ара башҡорт телендә диктант, төбәк-ара олимпиада, викторина, конкурстарҙа ҡатнашыу, мәртәбәле урындар алыу кеүек яҡшы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре иғтибарға лайыҡ. Башҡорт теле уҡытыусыларының республика съезында республика Башлығы башҡорт телен модаға индереү кәрәк, тип билдәләгәйне, шуға күрә ошо йәһәттән күп эштәр атҡарылыр тип көтәбеҙ, тине мәктәп директоры. Уның фекеренсә, башҡорт телен уҡытыуҙа белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу мөһим. Киләсәктә 25-се башҡорт гимназияһы нигеҙендә кванториум, йәғни балалар технопаркы булдырыу планлаштырылыуы ла ҙур өмөттәр уята.
53-сө балалар баҡсаһы ике корпустан тора һәм уның берәүһендәге төркөмдәрҙә балалар башҡорт телендә тәрбиәләнә. Баҡсала кескәйҙәрҙе башҡортса һөйләргә өйрәтеү, тыуған яҡтың, халҡыбыҙҙың тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен еткереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Төркөмдәрҙә таҙа башҡорт телендә һөйләшкән, рухлы тәрбиәселәр, халҡыбыҙҙың тарихын, көнкүрешен сағылдырған музей, ҡунаҡхана эшләй. Башҡорт теле йылында билдәләнгән айлыҡтар сиктәрендә төрлө саралар уҙғарылған, уларҙа балалар һәм тәрбиәселәр генә ҡатнашып ҡалмаған, ә ата-әсәләр ҙә йәлеп ителгән. «Йәншишмә» башҡорт баҡсаһына үҙ тәғәйенләнеше, статусы ҡайтарылыуы иң мөһим ҡаҙаныштарҙың береһе булып тора, тине мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының өлкән тәрбиәсеһе Әлфиә Баймырҙина.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар киләсәккә теләк-тәҡдимдәре, уй-ниәттәре менән дә бүлеште. Мәҫәлән, уҡытыу-методика үҙәге киләһе йылда ололарға, чиновниктарға эшлекле башҡорт телен өйрәтеү буйынса курстар әҙерләй, “Йәнтөйәк” тапшырыуында уҡыусыларҙы йәлеп итеп башҡорт телендә мәктәп яңылыҡтары рубрикаһын асыу ҡарала.