Рафаэль Ҡадиров - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан рәссамдары союзы идараһы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Уның ижады республиканан ситтә лә киң билдәле. Картиналары эре Рәсәй һәм сит ил музейҙары тарафынан һатып алына, һүрәттәре Бөйөк Британияла, Германияла, Испанияла, Австрияла, Италияла, Францияла, Канадала һәм Төркиәләге уның талантын һөйөүселәрҙең шәхси коллекцияларын биҙәй.
Рәссамдың картиналарында үткәндәргә байҡау яһалған, киләсәк-кә ҡараш та сағылдырылған. Шул рәүешле ул тамашасыларға замандар бәйләнешен, тирә-яҡ мөхиттең үҙенсәлекле булыуын күрһәтә. Күргәҙмә йыл башында уҡ планлаштырылһа ла, пандемияға бәйле, уны күсерергә тура килгән.
- Был күргәҙмәмде байрамса һәм күңелгә яҡын, ябай итеп итеп эшләргә тырыштым. Киләһе йыл Үгеҙ йылы булғанға күрә, эштәр араһында бик күп үгеҙ һүрәттәрен күрергә була. Алда беҙҙең барыбыҙҙы ла имен йыл көтәсәгенә ышанам, - ти рәссам.
Ул шулай уҡ яҡшы яңылыҡ менән дә бүлеште - тамашасылар ҙур булмаған эскиз эштәрен ота ала.
- Бында килеүселәр ижадымдың ниндәйҙер бер өлөшөн үҙҙәре менән алып ҡайтып китеүен теләйем. Күргәҙмә барышында осрашыуҙар ойошторорға һәм унда ижади эштәремде отторорға ниәтләйем, - тип аңлатып уҙҙы Рафаэль Ҡадиров.
Күргәҙмә асылыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та ҡатнашты:
- Күргәҙмә - үҙе оло бер ваҡиға. Әлеге пандемия шарттарында ул айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Тормош мәшәҡәттәренән айырылып торорға мөмкинлек биргән ошондай күргәҙмә өсөн рәссамға рәхмәтемде белдерәм. Ижадығыҙҙы үҙ итеүселәр күп булһын, эштәрегеҙҙән һәр ваҡыт ыңғай тәьҫораттар алһындар, - тине башлыҡ үҙ сығышында.
Рәссамдар ҙа үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
Атилла Ғәлиуллин:
- Рафаэль - иҫ киткес талантлы рәссам. Уның эштәрен сәғәттәр буйы ҡарарға була. Һүрәттәре үҙенсәлеклелеге, юғары кимәлдә башҡарылыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Әҫәрҙәрендә күңел донъяһы, хис-тойғоһо, уй-кисереше сағылыш таба, уларҙан сафлыҡ, изгелек бөркөлә.
Ренат Хәлиуллин:
- Әгәр беҙ был эштәрҙе күреп кенә белһәк, ә авторы менән таныш булмаһаҡ, бындай оҫта кешегә яҡын килеп булмайҙыр ул, тип уйлар инек. Әммә уның менән аралашҡандан һуң рәссамдың бик күп ыңғай сифаттарын асаһың. Ул - ябай, эскерһеҙ, күңелендә бер ниндәй көнсөллөк тә юҡ. Уҡыусыларға нисек дәрес биреүен дә күҙәткәнем булды, улар артабан да ижади үҫешһен өсөн ҡанатландыра белә уҡытыусы. Рәссам үҙ ҡалаһында ғына түгел, ә унан ситтә лә билдәле. Салауат ҡалаһының рәссамдары тураһында хәстәрлек күреүе лә шатландыра. Рафаэль эшебеҙҙең тергеҙелеүен, берләшеп ижад итеүебеҙҙе теләй.