Иң тәүҙә ул Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 15-се йорттан алып 23-сө йортҡа тиклемге биләмәлә төҙөкләндереү эшенең һөҙөмтәһен ҡараны. Бында балалар майҙансығы йыһазландырылған, йорт подъездары алдында эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ҡуйылған, квартал эсендәге автомобиль юлдары һәм тротуарҙар ремонтланған, яҡтыртыу ҡоролмалары яңыртылған. Шунан Игорь Миронов КПСС-тың 21-се съезы урамындағы 110-сы, 112-се йорттары алдындағы ихатала булды. Был биләмәлә балалар майҙансығынан тыш, спорт һәм баскетбол менән шөғөлләнеү өсөн айырым майҙансыҡтар булдырылған. Шулай уҡ юл һәм тротуарҙар, юлдар асфальтланған, подъезд алдары рәткә килтерелгән. Ихаталарҙы ҡарағанда Игорь Геннадьевич төҙөкләндереү барышында ниндәй материалдар ҡулланылыуы, подряд ойошмаһының талаптарҙы ни кимәлдә үтәүе менән ҡыҙыҡһынды, урындағы халыҡ менән дә аралашып өлгөрҙө. Идара итеүсе компания вәкилдәре халыҡ исеменән яҡшы ихата эшләүҙәре һәм халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыуҙары өсөн рәхмәттәрен еткерҙе.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов яңы ихаталарҙы яҡшы эш һөҙөмтәһе тип баһаланы.
- Бөгөн мин төҙөкләндерелгән ихаталарҙы ҡараным. Уларҙың еренә еткерелеп эшләнеүен күрәбеҙ, проект буйынса ҡаралған эштәрҙең барыһы ла тормошҡа ашырылған. Әлбиттә, бында яҙын, ҡар итеп бөткәс тә килеп ҡарарға кәрәк булыр. Гарантия сиктәрендә, подряд ойошма газондарға ҡара ер килтереп, унда газон үләне сәселергә тейеш, - тине ҡала хакимиәте башлығы.
Быйыл Салауат ҡалаһынан «Башҡорт ихаталары» республика программаһында 5 ихата ҡатнашҡан. Улар Октябрь урамы, 32, Калинин урамы, 25, Еңеүҙең 30 йыллығы урамы, 15, КПСС-тың 21-се съезы, 110 һәм Хмельницкий урамы, 48 биләмәләрендә урынлашҡан.
- Материалдарҙы килтереүҙәр буйынса бер аҙ тотҡарлыҡтар булды, шулай ҙа подряд ойошмалары бөтәһен дә ваҡытында сафҡа индереү өсөн тырышты, уларҙың эшенә беҙҙең дәғүәләр юҡ. Шулай уҡ етәкселектең төҙөкләндереү барышында күберәк республикала етештерелгән мате-риалдарҙы ҡулланыу бурысын да үтәйбеҙ, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының әйҙәүсе белгесе Юлия Бутарева.
Ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов икенсе көндө Октябрь урамы, 32 ихатаһындағы эштәр менән танышты. Был территорияны төҙөкләндереү өсөн биш йорт берләшкән. Төрлө йәштәге балалар өсөн иҫәпләнгән уйын майсансығынан бигерәк тә йәш быуын ҡәнәғәт. Бында йәшәүселәргә ихатаның, йорт алдарының заманса яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырылыуы, эскәмйәләр ҡуйылылыуы, полисадниктарҙың ҡойма-лар менән уратып алыныуы, күпләп машина ҡуйыу урындары булдырылыуы, юлдарҙың һәм тротуарҙарҙың асфальтланыуы оҡшай. Уларҙы йорт яндарына ултыртылған ағастарҙы һаҡлау мәсьәләһе генә борсой. Кешеләр ошо матур, төҙөк һәм уңайлы ихаталарының оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүенә ышана.