газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 13:25

Подъездарҙы тикшереү дауам итә

Уҙған аҙна аҙағында ҡалалағы тағы өс йортта “Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау” республика программаһы сиктәрендә ремонт башҡарылған подъездар тикшерелде. Быйыл Салауатта 89 йорт подъезында ремонт эшләү планлаштырылһа ла, пандемия арҡаһында, 29 йорттоң 102 подъезы ғына төҙөкләндерелде.

Комиссия ағзалары Өфө урамының 48-се һәм 52-се йорттарын, Йылға урамының 26-сы йортон ҡараны, унда йәшәүселәрҙең фекерҙәрен тыңланы һәм йомғаҡ яһаны.
Өфө урамындағы 48-се йорттоң 2-се подъезы буйынса яуаплы Людмила Костернованың һүҙҙәре буйынса, тәүҙә эштәргә бер подряд ойошмаһы тотонған. Бурыстарҙы тейешле кимәлдә үтәй алмағанға күрә, уны икенсегә алыштырыу ҡарар ителә һәм эштәр көйләнә.
- Һуңғылары килеп барыһын да яҡшы башҡарһа ла, тәүгеләре эште боҙоп өлгөргәйне инде. Шуға күрә һөҙөмтә артыҡ ҡыуанырлыҡ булманы. Ремонттан һуң подъездарҙы капиталь йыйыштырыуҙың башланыуын көтәбеҙ, сөнки ошо ваҡыт эсендә бер кем дә йыуып-таҙартып йөрөмәне. Бер нисә тапҡыр торлаҡ-файҙаланыу идаралығына тәҙрә-ишектәрҙе йыуыуҙарын үтенеп мөрәжәғәт иттем, әммә бушҡа ғына. Икенсе подъездың яуаплы кешеһе менән бергә һөйләштек тә, үҙебеҙ тотондоҡ быға, - тип һөйләй Людмила Костернова.
Комиссия ағзаларына һайланған төҫтәр оҡшаны.
Өфө урамындағы 52-се йорт подъездарында бер ни тиклем етешһеҙлектәр асыҡланды: тәҙрәләр бысраҡ, мәғлүмәт таҡтаһы буш һ.б. Тикшереүселәр ремонттың оҡшау-оҡшамауын бында йәшәүселәрҙән һорашты.
- Бер ниндәй дәғүәләр ҙә юҡ. Эшселәр яҡшы эшләне, рәхмәт уларға, - ти фатирынан сығып килеүсе ҡыҙ.
- Ремонт оҡшай, таҙа булып ҡалды. Әммә иҙәндәрҙең нисек насар торошта булған, шулай ҡалыуы ғына күңелде ҡыра, - тине йәш егет.
- Хәҙер бындағы матурлыҡҡа күҙ шатлана. Төҫтәре лә оҡшай, - тине подъезға инеүсе ҡатын.
Йылға урамындағы 26-сы йортта комиссия ағзалары иғтибарын подъездарға ингән урындың сағыу йәшел төҫтә булыуы йәлеп итте. Әгәр тәүге ике йортта ниндәйҙер дәғүәләр булһа, бында бер генә ешетһеҙлек тә табылманы.
- 33 йыл буйы ремонт күрмәгән подъезыбыҙ күҙгә күренеп йәмләнде. Бындай программаның барлығы бик яҡшы. Төҙөүселәр бөтә эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарҙы, - тип һөйләне йорт буйынса яуаплы ҡатын.
Төбәк операторы вәкиле Марсель Ғәйнуллиндың һүҙҙәре буйынса, был адрес буйынса яҡшы судподряд ойошмаһы эшләгән.
- Ремонт ваҡытында бер ниндәй проблемалар килеп сыҡманы. Бында йәшәүселәр беҙгә ярҙам итеп торҙо. Улар менән һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ, идарасы компания менән бөтә нәмә һөйләшеп-килешелде. Тәҙрәләр, тамбурҙағы ишектәр, баҫҡыс яндауырҙары, почта йәшниктәре алыштырылды, шулай уҡ стена һәм түбәләр буялды, - тип хәбәр итте подряд ойошмаһы етәксеһе Павел Васильев.
Ҡала Советы депутаты Андрей Ғәзиев:
- Беҙ Өфө урамындағы үрҙә атап үтелгән йорттарҙың подъезын тикшерҙек. Дөйөм алғанда, ремонт һәйбәт башҡарылған. Әммә дәғүәләр күп булды. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгәнме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн подряд ойошмаһы һәм идарасы компания менән декабрь урталарында тағы тикшерергә һөйләштек. Йылға урамындағы йорттарға бер ниндәй шелтә лә юҡ.
Төбәк операторы вәкиле Марсель Ғәйнуллин:
- Өс йорт буйынса ла подряд ойошмалары ремонтҡа тотонор алдынан башҡарыласаҡ эштәр исемлеген идарасы компаниялар һәм милекселәр менән килеште. Төҫтәрҙе лә бергәләп һайланылар. Апаруҡ эштәр эшләнде: тәүге ҡаттарҙа иҙәнгә керамик плитка түшәлде, тамбурҙағы ишектәр, подъездарҙа тәҙрә блоктары алыштырылды. Милекселәр әйткән дәғүәләр бөтөрөлдө.
Йәмәғәт палатаһы үҙәге инспекторы Наталья Опятюк:
- Беҙ Салауатта республика программаһы буйынса ремонтланған бөтә 29 подъезды ла тикшереп торҙоҡ. Ремонтланасаҡ йорттарҙы билдәләгәндә тәүҙә инспекторҙар ҡала хужалығы идаралығы вәкилдәре менән подъездарҙы ҡарап сыҡты, шунан һуң ғына уларҙы программаға индерҙе. Һөҙөмтә яһап шуны әйтергә була: бурыстарҙы башҡарып сыға алдылар. Халыҡтың ыңғай фекере - быға дәлил.
Читайте нас: