Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 13:27

Эх, һырғалаҡта күңелле!

Яңы йылға ла оҙаҡ ҡалманы. Быйыл уны беренсе тапҡыр ҡатмарлы коронавирус пандемияһы шарттарында ҡаршылайбыҙ.

Байрамды күмәк кешеләр ҡатнашлығында уҙғарырға күнеккәнбеҙ. Әммә хәҙер сикләүҙәр индерелә. Респуб-лика етәксеһе ҡала-ауылдарҙа боҙ ҡаласыҡтарының һәм шыршыларҙың һанын арттырырға ҡушты. Был кеше-ләрҙең бер урында йыйылыуын кәметеүгә килтерәсәк, сирҙең таралыуына юл ҡуймаясаҡ.
Уҙған шәмбе “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы янында тәүге ҡала һырғалағы асылды. Ошо идея менән ҡала хакимиәте сығыш яһаған. Был турала ҡала хакимиәтенең иҡтисад һәм эшҡыуарлыҡ буйынса идаралыҡ начальнигы Елена Абдуллина һөйләй.
- Шәхси эшҡыуар Евгений Забелин “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һырғалаҡты асыуға бәйле булған мәсьәләләрҙе бәйән итте. Беҙ ҡала хакимиәтенең бөтә структур бүлексәләрен йыйып, тиҙ арала бөтә һорауҙарҙы хәл итергә ярҙамлаштыҡ. Хәҙер бына ошондай матур катокка шаһитбыҙ. Ул ҡала халҡына оҡшар һәм бында балалары, ғаиләләре менән йөрөрҙәр, тип ышанабыҙ. Ҡалала тағы һырғалаҡтар асыла әле, - тине Елена Радик ҡыҙы.
Эшҡыуар Евгений Забелиндың был өлкәлә эш тәжрибәһе байтаҡ.
- Һырғалаҡтар яһау менән биш йыл шөғөлләнәбеҙ. Быныһын ике аҙна эсендә эшләп, бөтә документтарҙы рәсмиләштерҙек. Бер-береһенә ҡамасауламаҫ өсөн, боҙ майҙансығы хоккей уйнау һәм ирекле шыуыу өсөн айырым бүленгән. Һырғалаҡты таҙартыу, уны тәрбиәләү өсөн бөтә техника, ҡорамалдар бар. Катоктың март айына тиклем эшләүе планлаштырыла, барыһы ла һауа шарттарына бәйле буласаҡ, - ти Евгений Иванович.
Конькиҙар прокатҡа бирелә, төрлө үлсәмдәре бар. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә йылы, барлыҡ уңайлыҡ булдырылған, теләүселәргә ҡайнар сәй, ҡәһүә тәҡдим ителә. Әлбиттә, санитар-эпидемиологик талаптар үтәлә: тән температураһы үлсәнә, битлек кейеү, социаль арауыҡты һаҡлаҡ мотлаҡ.
Һырғалаҡты асыу тантанаһында Ҡыш бабай ҙа ҡатнашты. Балалар, өлкәндәр өсөн уйындар ойошторолдо, күмәкләп йырланылар, бейенеләр. Йомарт олатай бүләктәрен дә йәлләмәне, балаларға тылсымлы тоғонан тәмлекәстәр өләште. Барыһын да яңы һырғалаҡ асылыу менән ҡотлап, бында йыш йөрөүҙәрен теләне.
Ярослав Кофановҡа боҙҙа шыуыу ғәҙәти шөғөлгә әйләнеп бөткән. Сөнки ул “Юрматы-СКА” командаһында уйнай.
- Иң яҡшы ҡышҡы күңел асыу урыны - ул, әлбиттә, һырғалаҡ! Миңә 12 йәш. Хоккейға биш йәштән алып йөрөйөм. Төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ. Каникулдарҙа көн дә килергә тырышырбыҙ. Хоккей уйнау өсөн айырым майҙансыҡ булдырылыуы бик һәйбәт, - ти Ярослав.
Екатерина Фаррахова биш йәшлек улы Руслан менән килгән:
- Беҙ конькиҙа шыуырға бик яратабыҙ. һырғалаҡҡа йыл да йөрөйбөҙ. Улым өс йәшенән боҙҙа. Бөгөн бик матур байрам булды. Һырғалаҡты бында күсереүҙәре бик һәйбәт. Кеше лә күберәк йөрөр тип уйлайым, сөнки эргәлә генә үҙәк боҙ ҡаласығы урынлашҡан, ҡупшы шыршы йымылдай. Йортобоҙ ҙа яҡын, - ти Екатерина.
Бәләкәс Руслан үҫкәс хоккейсы булырға хыяллана.
- Боҙҙа шыуыу кәйефте күтәрә, көс өҫтәй. Миңә был шөғөл оҡшай. Киләсәктә хоккейсы булырға теләйем, - ти малай.
Юля улы Ярослав менән был ваҡиғаға бик шат:
- Һырғалаҡ өйҙән йыраҡта урынлашһа ла, көн дә киләсәкбеҙ. Улым дүрт йәштән боҙға баҫты. Бындай майҙансыҡтың барлыҡҡа килеүе бик яҡшы. Балалар буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә тейеш. Саф һауа сәләмәтлекте нығыта, көс-дәрт бирә. Компьюьтер артында уйын уйнап ултырыу түгел инде, - ти Юля.
Читайте нас: