Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 13:01

Донъяла иң ҡәҙерле тел - ул минең туған башҡорт телем

Донъяла һәр халыҡтың рухи хазинаһы, халыҡты халыҡ иткән бер булмышы - теле бар. Ул - кешене ғүмере буйы оҙатып йөрөүсе юлдашы, тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем кеше менән бергә йәшәй. Туған телебеҙ – башҡорт теле, ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло тел ул. Әсә телен сылтырап аҡҡан шишмәгә, яҙ көндәре шашып һайраған ҡоштар моңона тиңләп була. Ошо моң балаға әсә ҡарынында уҡ һалына һәм бөтөн булмышына һеңә.«Тел – ул халыҡтың мәңге тере тарихы. Шул ғәзиз тел уны борон бер бөтөн халыҡ итеп ойошторошҡан; уртаҡ тел, һүҙ таптырған; көнөн, йүнен йүнләшкән; тәжрибәһен, аҡылын, күңелдәгеһен үҙенә туплап, уның күркен күтәрешкән; кемлеген бар донъяға танытҡан, халыҡтар менән аралаштырған», тип яҙа Ғайса Хөсәйенов. Башҡорт теле-ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Тел – аралашыу, аңлашыу сараһы ғына түгел, тел, иң беренсе сиратта, милләттең рухи байлығы, меңдәрсә йыллыҡ тәжрибәһен йыйған бөтмәҫ хазина. Туған тел - халыҡ байлығы. Ул быуаттар буйына тупланған, халыҡты халыҡ итеп, милләт итеп туплаған.14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү башланғысы менән сыҡҡас, был тәҡдимде республика Башлығы Радий Хәбиров хупланы. Ул башҡорт телен популярлаштырыу һәм республикала, башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә уны уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, шулай уҡ башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Әлбиттә, бөгөнгө глобалләшеү шарттарында башҡорт телен һаҡлау дәүләттең дә, шулай уҡ йәмәғәтселектең дә маҡсатлы йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эшен талап итә. Һуңғы йылдарҙа республика етәкселегенең был юҫыҡта ыңғай позицияһын тоя алабыҙ, тимәк, эштәрҙең дә ыңғай барышына өмөт тә, ышаныс та бар.«Салауат» гәзитенең бөгөнгө һанын да Башҡорт теле көнөнә бағышлайбыҙ. Беҙҙең был шартлы рәүештә ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар ҡалалағы башҡорт теленә бәйле хәлдең торошо, уны һаҡлау, үҫтереү йүнәлешендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар менән таныштыра, атҡарылған ҡаҙаныштар менән бер рәттән етди иғтибар талап ителгән проблемаларҙы күтәрә.

Азат Юлтимеров, Салауат башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе:
Зөлфиә Хәсәнова, уҡытыу-методика үҙәгенең туған телдәр буйынса методисы:
Фәнүр Байрамғолов, Салауат башҡорттары ҡоролтайы Ата-әсәләр комиссияһы рәйесе:
Рәшиҙә Буранғолова, «Ағинәйҙәр» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе:
Читайте нас: